From Wikipedia, the free encyclopedia
Викингтар (дан. vikinger, швед. vikingar, норв. vikingene) — VIII—XI быуаттарҙа Винландта Биармияға һәм Каспийҙан Төньяҡ Африкаға тиклем диңгеҙ походтарын башҡарған иртә урта быуат скандинав[1] диңгеҙ сәйәхәтселәре була. Башлыса улар хәҙерге ваҡыттағы Швеция, Дания һәм Норвегия территорияларында көн итеүсе ырыу — ҡәбиләләр ҡоролошо тарҡатылған осоро ҡәбиләләре була. Уларҙы аслыҡ һәм халыҡтың артыҡ күплеге тыуған илдәренән сығып китергә мәжбүр итә. Дин яғынан викингтар күпселек өлөштә мәжүсиләр булалар.
Көнбайышҡа табан йүнәлеш алған швед, норвегиялы һәм даниялы викингтары латин сығанаҡтарына ярашлы нормандар (лат. Normanni) исеме аҫтында билдәле. Көнсығыш Европалағы (Балтия һәм Русь ерҙәрендә) викингтарҙың теүәл генә этник составы билдәле түгел, әммә европалы тарихсылар улар шведтар булыу ихтималлығын һыҙыҡ аҫтына алалар. Киев Русе боронғо яҙмаларына ярашлы улар варягтар булараҡ билдәле.
Скандинавия халыҡтарының яҙма мәҙәниәте христианлыҡ ингәндән һуң ғына формалаша. Христиан динен викингтар бик һуң, уларҙың дәүерҙәре ахырында ғына, ҡабул итәләр, шуға күрә уларҙың тарихының күпселек өлөшө тураһында яҙма сығанаҡтары юҡ[2]
Ҡағиҙә булараҡ, скандинав хроникаларында «викинг» термины бөгөнгө көндәге төшөнсә булараҡ ҡулланмаған һәм Ватанынан ситкә сығып китергә мәжбүр булған ерһеҙ бондтар (аҡ һөйәктәр рәте иҫәбенә инмәгән азат кешеләр) социаль күренеште һүрәтләгән, булһа кәрәк.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр «викинг» һүҙен боронғо норвегиялы «víkingr» һүҙенән сығаралар, киң таралған версия буйынса был һүҙ «ҡултыҡтағы кеше», «порттағы кеше» (тамыры vík — ҡултыҡ, йәшеренер урын + суффикс ingr)[3] алынған. Икенселәре Вик исемен йөрөткән Норвегиялағы өлкәнән килеп сығыу ихтималлығы бар тип һанайҙар. Т. Н. Джаксон «vikingr» термины « (нығытылған лагерь») тип тәржемә ителеүен һәм дат һүҙе wic (лат.vicus) -тан килеп сығыуы менән килешмәй[4]. Ҡайһы бер лингвистар уны боронғо норвегиялы vikja («ташлап китеү, алыҫлашыу») һүҙенән килтереп сығара: тыуған яҡтарын ташлап киткән кешеләрҙе шулай атағандар, йәнәһе.
2005 йылда ирланд тарихсы-медиевисы Френсис Бирн «viking» һүҙе боронғо норвегиялы теленән килеп сыҡмағанын, ә VIII быуатта уҡ боронғо фриз телендә, викингтар дәүере башланғанға тиклем, «пират», «диңгеҙ юлбаҫары» мәғәһендә ҡулланғанын билдәләп үтә[5].
Викингтарҙың хәрәкәтендә Балтика скандинав халыҡтары ғына ҡатнашмайҙар. Был хәрәҡәттә балтиялы славяндары (вендтар)[6][7][8], айырым алғанда, вагрҙар һәм руяндар үҙҙәренең Скандинавияға һәм Данияға юлбаҫар һөжүмдәре менән танылалар. Был мәғлүмәт сагаларҙа һаҡланып ҡалған (мәҫәлән, «Сағыу тураһында Һуҡыр Магнус һәм Харальд Гилли тураһында сага»). «Изгелекле Хагон тураһында сага»ла яҙылған: «Шунан Хакон-конунг Сканей ярҙары буйлап көнсығышҡа табан киткән һәм илде туҙратҡан, яҫаҡтар алған һәм викингтарҙы, ҡайҙа тап итһә, шунда үлтергән, шул иҫәптән даттарҙы ла, ведтарҙы ла»." Бер тапҡыр эсттар викингтар һымаҡ тасуирланған, «Трюгги улы Олав тураһында» сагаһында ошолай тип әйтелә:"Улар көнсығышҡатабан дингеҙгә сыҡҡас, викингтарға һөжүм итә. Улар эсттар була." Уҫал Харальд тураһында сагала викингтар курши һәм ведтар һымаҡ һүрәтләнәләр: « Хакон Даттар Державаһын ныҡ ҡыйратҡан викингтарҙан, вендтарҙан һәм Көнсығыш юлындағы башҡа кешеләрҙән, шулай уҡ курҙарҙан илде һаҡлау сараларын күрә башлай». С. Стурлусон мәғлүмәттәре буйынса Данияла 1049 йылда король Магнус дәүерендә сиркәүҙәрҙә махсус доға ҡылынған: «Йә, Раббым, куршыләрҙән беҙҙе һаҡла»[9].
Төрлө формалар алған викингтарҙың экспансияһының сәбәптәре лә (яңы ерҙәр эҙләү һәм күсенеүҙәр, талау һөжүмдәре, юлбаҫарлыҡ һәм ҙур хәрби походтар, юлбаҫарлыҡ һәм талау менән үрелеп барған сауҙа сәфәре) күп төрлө. Шведтарҙың, даттарҙың, норвегиялыларҙың община-ырыу ҡоролошоноң тарҡалыуы аҡ һөйәктәрҙең көсәйеүе менән оҙатыла, сөнки улар өсөн хәрби табыш байығыуҙың иң мөһим сығанағы була; күп кенә ябай общинниктар (бондтар) тыуған яғын, Скандинав ярым утрауы диңгеҙ буйы райондарында халыҡтың артыҡлығы һәм ер эшкәртеү өсөн уңайлы булмауының арҡаһында, ташлап сығып китәләр. Кораблдәр төҙөү эшенең алға китеше борондан маһир диңгеҙ гиҙеүселәре булған скандинавтарға Балтия диңгеҙендә генә түгел, Төньяҡ Атлантика һәм Урта Диңгеҙ һыуҙарында йөрөргә мөмкинлек биргән.
Б. э. тиклем 793 йылдың 8 июнендә викингтар Нортумриялағы Линдисфран утрауына барып етә, унда улар Изге Кутберттың монастырын емерәләр. Скандинавтарҙың Британия ярҙарында бынан алда ла булыуҙарына ҡарамаҫтан, был яҙма сығаныҡтарҙа беренсе тапҡыр иҫкә алынған викингтарҙың һөжүме.
Беренсе осорҙарҙа викингтар тиҙ арала ғына талай һалып, дингеҙгә ҡасҡандар, шуның өсөн хроникаларҙа ваҡиғаларҙы теркәүселәр уларҙың һөжүмдәренә артыҡ иғтибар бирмәгәндәр. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Инглиз — саксон хроникаһында 787 йылда Дорсеттағы Портлендта билдәһеҙ ҡалған диңгеҙ юлбаҫарҙарының рейды тураһында яҙылған. .
Инглиз-саксон короллектәренең баҫып алыныуы һәм Англияның көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәренең оккупацияһы дат викнгтарының ҙур уңышы булып тора. 865 йылда дат конунгы Рагнар Лодброктың улдары Англия ярҙарына (хроника яҙыусылары тарафынан «мәжүсиләрҙең бөйөк армияһы» тип исемләнгән) ҙур ғәскәр алып киләләр. 870—871 йылдарҙа Рагдарҙың улдары Көнсығыш Англия һәм Нортумрия королдәрен ҡаты язалауға дусар итәләр һәм уларҙың биләмәләрен бүлешеп алалар. Бынан һуң даттар Мерсияны баҫып алыуға керештеләр.
Уэссекс короле Альфред Бөйөк даттар менән ваҡытлыса килешеү (878), ә һуңынан тулы баһалы солох килешеүе (яҡынса 886) төҙөргә мәжбүр була. Шулай итеп Британияла үҙенең биләмәләрен законлаштыра. Викингтарҙың инглиз баш ҡалаһы Йорвик ҡалаһы була. Скандинавиянан яңы көстәр килеүенә ҡарамаҫтан 892 һәм 899 йылдарҙа Альфред һәм уның улы Эдуард Өлкән дат яулап алыусыларына ҡаршы торалар, 924 йылға уларҙан Көнсығыш Англияның һәм Мерсияның территорияһын таҙарталар. Скандинав хакимлығы алыҫ Нортумбрияла 954 йылға тиклем (Эдред менән Эйрик Ҡанлы Айбалта һуғышы) дауам итә.
Викингтарҙың Англия ярҙарына яңы һөжүмдәре 980 йылда башланды. Был Свен Һәнәк Һаҡаллы етәкселегендәге дат викингтары тарафынан 1013 йылда Англияны яулап алыуҙың кульминацияһы булды. 1016-35 йылдарҙа берләшкән инглиз-дат монархияһы башында Кнуд Бөйөк торҙо. Уның үлгәненән һуң Уэссекс династияһы Эдуард Тәүбә Иттереүсе йөҙөндә үҙенә инглиз тәхетен ҡайтарып алды (1042). 1066 йылда инглиздәр скандинавтарҙың, был юлы норвегиялы конунгы Харальд Ҡаты етәкселегендә, сираттағы баҫып инеүен кире ҡаҡтылар.
Инглиз ерҙәренә дат монархтарының аҙаҡҡыһы булған Кнудтың туғаны Свен Эстридсен дәғүә итә. 1069 йылда ул Вильгельм I Яулап алыусы менән көрәштә Эдгар Этлингкә ярҙамға ҙур флот ебәрә (һаны 300 кораблгә тиклем еткән), ә киләһе йылда ул шәхсән үҙе Англияға килә. Әммә Йорк ҡалаһын баҫып алғас һәм Вильгельм армияһын бында осратҡас, ҙур ҡуш алыуҙы хуп күрә һәм флоты менән кире Данияға ҡайта.
Сәйәси мәҙәниәтенә, социаль структураһы һәм Ирландия теленә һәм башҡа кельт ерҙәренә скандинав йоғонтоһо Бөйөк Британия менән сағыштырғанда, күпкә мөһимерәк була, әммә уларҙың баҫып алыу хронологияһы сағылдырылған мәғлүмәттәрҙең аҙ булыуы сәбәпле, хәҙерге ваҡытта улар бөтә теүәллектә тергеҙелә алмай. Ирландияға башҡарылған беренсе һөжүм 795 йылда телгә алынған. Викингтарҙың бында килеүе менән Дублинға нигеҙ һалыныуы бәйле, был ҡала ике быуат дауамында скандинавтарҙың ҡул аҫтында була. Скандинав конунгтары Лимерикта һәм Уотерфордта була, шул уҡ ваҡытта Дублин конунгтары Х быуат башында үҙенең хакимлығын хатта Нортумбияға тиклем йәйелдерәләр.
Исландияның скандинав колониялаштырылыуы Харальд Матур Сәс осоронда (900 йыл) башлана, ул үҙенең ҡыҫымы аҫтында ваҡ норвегиялы конунгтарын «көнбайыш дингеҙҙәрендә» бәхет эҙләргә мәжбүр итә. Көнбайышҡа табан йүнәлештә викингтар Оркней, Шетланд, Гебрид, Фарер, Мэн утрауҙарында урынлашалар. Исланд беренсе күсенеүселәре башлығы Ингольф Арнарсон була.Исланд Эрик Ерән 980 йылдарҙа Гренландияла нығына, ә уның улы Лейф Эрикссон Канада территорияһында яҡынса 1000 йылда беренсе ауылға нигеҙ һала. Үҙәренең көнбайышҡа табан хәрәкәтендә скандинавтар Миннесотаға тиклем барып еткәндәр тигән теория ла бар.
Клонтарф янындағы бәрелеш (1014) скандинавтарҙың Ирландияны тулыһынса яулап алыу өмөттәренә нөктә ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, XII быуатта Ирландияға бәреп ингән инглиздәр утрауҙың яр буйы райондарында суҡындырылған скандинавтарҙы тап итәләр.
Франк империяһы менән викингтарҙың мөнәсәббәттәре бик ҡатмарлы була. Бөйөк Карл һәм Людовик Диндар осоронда империя сағыштырмаса төньяҡтан яҡлаулы була. IX һәм X быуаттарҙа нормандарҙың эпизодик һөжүмдәренән Галисия, Португалия һәм ҡайһы бер Урта ер диңгеҙ ерҙәре яфалана. Рерик Ютланд һымаҡ викингтарҙың башлыҡтары үҙәренең ырыуҙаштарынан империя сиктәрен һаҡлау өсөн франк хакимдарына хеҙмәткә төшәләр, бер үк ваҡытта Рейн дельтаһы (мәҫәлән, Вальхерен һәм Дорестад) бай баҙарҙарын үҙ ҡул аҫтында тоталар. Ютланд конунгы Харальд Клак 823 йылда уҡ Людовик Диндарға тоғролоҡ антын бирә.
Феодаль тарҡалыу көсәйеүе менән викингтарҙан һаҡланыу саралары ҡыйынлыҡтар тыуҙыра башлай, һәм викингтар хатта Парижға тиклем барып етәләр. Король Карл Бер Ҡатлыраҡ ахырҙа 911 йылда скандинав башлығы Роллонға, һуңынан Нормандия исеме аҫтында йөрөтөлгән, Францияның төньяғын бирергә була. Был тактика һөҙөмтәле була. Һөжүмдәр туҡтап ҡала, ә төньяҡ кешеләре дружинаһы бик тиҙ арала урындағы халыҡ араһында юҡҡа сыға. 1066 йылда Англияны баҫып алыусы нормандарҙы етәкләгән Вильгельм Яулап Алыусы Роллондың тоҡомонан була. Бер үк ваҡытта Отвилдәрҙең норманд ырыуы Италияның көньяғын үҙенә буйһондора һәм шуның менән Сицилия короллегенә нигеҙ һала.
Европа Көнбайышы менән сағыштырмаса уның көнсығышында викингтарҙың мәжбүри үтеп инеүҙәре ул тиклем күп булмай. Викингтар балтик ҡәбиләләрҙе талау менән сикләнә. Мәҫәлән, шведтарҙың куршилар ерҙәренә инеүе (Гробиня).
Прустар ерҙәрендә викингтар үҙ ҡулдарында Кауп һәм Трусо сауҙа үҙәктәрен тотҡандар, бынан Урта ер дингеҙенә «гәрәбә юлы» башлана. Финляндияла уларҙың эҙҙәре Ванаявеси күленең ярҙарында табыла. Викингтарҙың фин ерҙәренә үтеп инеүе VIII быуаттың 2-се яртыһында башлана, бының хаҡта Иҫке Ладоганың боронғо ҡатламдары раҫланы.
Сама менән ошо уҡ ваҡытта улар менән берлектә был ерҙәрҙе славян халыҡтары ла үҙләштерә.
Норман теорияһы (норманизм) — Викингтар экспансияһы осорондағы Көнсығыш Европа дәүләтенә нигеҙ һалған һәм уға үҙ хөрмәтенә исемен биргән, Скандинавиянан сығышлы булған русь халыҡ — ҡәбиләһе тигән концепцияны күтәреп сығарған историография йүнәлеше. Көнбайыш Европала уларҙы нормандар тип йөрөткәндәр. Рәсәй һәм совет историографияһында ғәҙәттәгесә норманизмға антинорманизм ҡаршы ҡуйыла (ике концепция ла айырым хәлдә тик постсовет илдәрендә бар, сит илдәрҙә улар сәйәсләштерелгән тип һанала. Ниндәйҙер кимәлдә күп этник сығышын һәм славяндар, төрки, алан, фин-уғыр, скандинав, Боронғо Русь дәүләте формалашыу дәүеренең башҡа этностары бер-береһенә йоғонто яһауын инҡар иткән һәм шуның өсөн улар фәнни була алмай. Сит ил ғалимдарының да хеҙмәттәре «антинорманлы» тип хаталы исемләнәләр, хатта антинорманлыларҙың ҡайһы бер айырым тезистарын раҫлаһалар ҙа)[11][12][13][14][15] . Норманизм яҡлылар нормандарҙы (скандинав сығышлы варягтарҙы) беренсе көнсығыш дәүләттәренә — Новгород, һуңынан Киев Русе- нигеҙ һалыусылары тип иҫәпләй. Ысынында, был тик Ваҡыт эҙмә-эҙлелеге повесының (XII быуат башы)(Повесть временных лет) историографик концепцияһына эйәреү була: повеста боронғо йылъяҙмаларҙа һүрәтләнгән варягтар скандинав-нормандар булараҡ ҡабул ителә. Варягтарҙың этник сығышы тирәләй, ҡайһы саҡта сәйәси идеологизация менән көсәйтелгән, төп бәхәстәр ҡыҙҙы.
Скандинавтар үҙҙәре уны «ҡалалар иле» — Гардарика тип исемләп, Русь ерҙәрендә нығытылған ҡалаларҙың күплеген билдәләгән.
Новгород ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡайһы бер урыҫ кенәздәре викингтарҙың отрядтарын профессиональ дружинниктар сифатында яллағандар, һәм уларға айырым ултыраҡтар биргәндәр. Был хәл монгодарҙың ябырылыуына тиклем дауам иткән. Скандинав ҡәберлектәренең тупланған урындары , ғәҙәттә, ҡала үҙәктәренән бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ойошторолған. Үҙәктәрҙә иһә урындағы халыҡ йәшәгән.
Ярослав Аҡыллы осоронда Иҫке Ладогала ярл булып Регнвальд Ульвсон ултыра. Викингтар сәйәхәттәрен йәнлек тиреһе артынан Төньяҡ Двинаның инешенә тиклем башҡарғандар һәм Воложка аръяғындағы юлды асҡандар.
XI быуаттың беренсе яртыһында викингтар үҙҙәренең баҫып алыу походтарын туҡтаталар. Был скандинав ерҙәренең халҡы кәмеүе, Европа төньяғында талауҙарҙы хупламаған христианлыҡтың таралыуы (талауҙар өсөн дини ойошмалар файҙаһына дисәтинә түләнмәгән) булышлыҡ иткән. Ырыу ҡоролошона алмашҡа ошо уҡ ваҡытта феодаль мөнәсәббәттәр килә һәм викингтарҙың ғәҙәттәге ярым-күсмә йәшәү рәүеше ултыраҡ тормошо рәүешенә алмашына ьбара.
XI быуаттан һуң да Скандинавия викингтары Византия императорҙарына һәм урыҫ кенәздәренә хеҙмәткә ялланыуҙы дауам итәләр. Норвегия тәхетендәге аҙаҡҡы викингтар итеп тарихсылар Олаф Харальдсонды һәм Англияны яулап алыу ынтылышында һәләк булған Харальд Ҡатыны күрһәтәләр. Ата-бабалары рухында иң аҙаҡҡы диңгеҙ аръяғы походтарырының береһен Ингвар Сәйәхәтсе башҡара, ул ошо экспедицияла Каспий ярҙарында вафат була. 1107—1110 христианлыҡты ҡабул иткәндән һуң викингтар Изге ергә үҙҙәренең тәре походын ойошторалар.
Викингтар, балалары, аталары һәм ҡартаталары менән бергә, ҙур ғаилә төркөмдәре менән йәшәгәндәр. Ғаиләләге өлкән улдары фермаға хужа булып алғас, ул бер үк ваҡытта ғаилә башлығы һәм уның тормош хәленә яуаплы булып ҡала[16].
IX—XI быуаттағы скандинавтарҙың крәҫтиән торлаҡтары ябай ғына бер бүлмәле торлаҡтан торған, улар вертикаль рәүештәге бер — беренә тығыҙ беркетелгән бурсанан йәки үрелгән һыйғыр сыбыҡтан төҙөлгән була, өҫтөнән балсыҡ менән һылатҡандар. Хәлле кешеләр ғәҙәттә ҙур дүрткел йортта йәшәгәндәр, бында бөтә туған-тыумаса ла һыйынған. Урманлы Скандинавияла бындай өйҙәрҙе ағастан төҙөгәндәр, йыш ҡына балсыҡ ҡушҡандар, ә ағаслыҡ булмаған Исландияла һәм Гренландияла урындағы таш файҙаланған. Унда диуарҙарҙы 90 см һәм унан да арыраҡ ҡалынлыҡта һалғандар. Ҡыйыҡ аҫтына ғәҙәттә торф түшәгәндәр. Төп йәшәү торлағының түбәһе тәпәшәк һәм ҡаранғы булған, торлаҡ уртаһында оҙон формала усаҡ урынлаштырылған. Бында аш бешергәндәр, ашағандар һәм йоҡлағандар. Ҡайһы саҡта өй эсендә диуарҙар буйлатып бағаналар ҡуйғандар, улар ҡыйыҡты тотоп торған, ошо рәүештә бүлгеләнгән торлаҡты йоҡлау урындары итеп ҡулланғандар.
Скандинав илдәренең территорияларында викингтар осорондағы ҡала ултыраҡтары ҙур түгел, улар күләме буйынса периферия үҙәктәре булған Дорестадт һәм Иҫке Ладоганан күпкә ҡайтыш. Археологтар Норвегияла (Вестфолдәге Каупангта), Данияла (Ольборг янындағы Линдхольмда) һәм Швецияла (Меларен күлендәге Биркала) сауҙа — кәсеп пункттарының булыуын раҫланылар[17]. Күп кенә ҡала ултыраҡтары фьордтарҙың төпкөлөндә урынлашҡан, сөнки дошман кораблдәренең килеүен алыҫтан шәйләп була һәм кире ҡағыуға әҙерлек алып барырҡа ла уңайлы[17]. Классик миҫал — викингтарҙың иң ҙур ҡалаларының береһе — Ютландиялағы Хедебю ҡалаһы.
Күп һанлы хазина табыштарындағы ғәрәп тәңкәләренең һәм ҡәбер таштарының күплеген иҫкә алғанда, Готланд утрауы викингтарҙың милләт-ара аралашыу үҙәге булған, күрәһең[18]. Полаб славяндары менән сиктәрҙә герман-славян берләштергән сауҙа үҙәктәре булған: Рерик һәм яртылаш легендаға әйләнгән Винета һәм Йомсборг. Дат түңәрәк формалағы нығытмаларҙың ғына ни өсөн төҙөлөүе һаман да аныҡ билдәләнмәгән. Бәлки, улар Свен Һәнәк Һаҡаллы әмере буйынса 1013 йылда Лондонға походҡа сығыр алдынан төҙөлгәндәрҙер.
X—XI быуаттарҙа скандинавтарҙың крәҫтиән кейеме оҙон йөн күлдәктән, ҡыҫҡа киң салбарҙарҙан, ойоҡтан һәм дүрткел накидканан торған. Юғары класс ҡатламы викингтары оҙон салбар, ойоҡбаш кейгән һәм сағыу төҫлө накидкалар ябынған. Шулай уҡ йөн бейәләй һәм кәпәс, йәнлек тиреһенән кәпәс һәм хатта кейеҙ эшләпә кейгәндәр.
Юғары ҡатламдағы ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә оҙон кейем кейгән. Кейемдәге таралғыларҙан нәҙек сылбырҙа ҡайсы, энә, бысаҡ, асҡыстар һ.б. ваҡ әйберҙәр өсөн футлярҙар эленгән булған. Кейәүҙә булған ҡатындар сәстәрен төйөп ҡуйғандар һәм аҡ туҡыманан осло формалағы башлыҡтар (чепец) кейгәндәр. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар сәстәрен таҫма менән тарттырып ҡуйған. Викингтар үҙҙәренең дәрәжәһен билдәләр өсөн тимер биҙәүестәр таҡҡан. Айырыуса билдек ҡаптырмалары, брошь һәм сулпылар популяр булған. Көмөш һәм алтындан түңәрәк браслеттар яугирға ғәҙәттә уңышлы рейдты үткәргәне йәки яуҙа еңгәне өсөн бирелгән.
Массауи мәҙәниәттә викингтарҙы йыш ҡына мөгөҙлө шлемдарҙа һүрәтләйҙәр. Ысынында, археологтар ниндәй формала шлемдарҙың булыуы тураһында әйтә аныҡ алмайҙар. Мөгөҙлө шлемдар тураһында күҙ алдына килтереү ҡәберлектәрҙә табылған һүрәттәргә бәйле (мәҫәлән, Осеберг корабле). Хәҙерге ваҡытта ғалимдар, бындай шлемдар яуҙа түгел, ритуаль маҡсаттарҙа кулланылған тигән фекерҙә.
Иң киң таралған ҡорал төрө — 150 см тирәһе оҙонлоҡтағы һөңгө. Бындай һөңгө менәнменән ярырға ла, сәнсергә лә мөмкин була. Скандинав айбалталары киң, симметриялы ике яҡҡа таралған лезвиеһы менән айырылып тора. Скандинав ҡылысы — оҙон, ике ҡыры ла осло, ҙур булмаған гардалы(әүернә) хәнйәр. Хәнйәрҙең өҫкө өлөшө генә үткеләнгән, аҫтағы ике өлөш бик насар йәки бөтөнләй ҡайралмаған.
Викингтар бик оҫта корабль төҙөүселәре була, үҙ дәүерендә иң камил кораблдәрҙе нәҡ улар ижад иткән. Скандинав йәмғиәтендә яугирҙарҙы уларҙың кәмәләре менән бергә ерләү йолаһы булғанға күрә, археологтарға викингтарҙың кораблдәренең характеристикалары билдәле. Осло, Роскилле һәм ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙа махсус музейҙар асылған. Иң билдәлелеләр иҫәбенә Гоксадт һәм Усеберг кораблдәре инә. Икеһе лә йөҙ йылдан ашыу элек табылған һәм хәҙерге көндә Осло ҡалаһында Драккарҙар музейында күрһәтелә. Сагаларҙан билдәле булыуынса, яуға кораблдәр ҡара ҡарға әләме аҫтында йөрөгәндәр.
Викингтарҙың флоты күбеһенсә драккар тип исемләнгән хәрби кораблдәрҙән һәм сауҙа кораблдәре - кноррарҙан торған. Хәрби кораблдәр һәм сауҙа суднолары ир-егеттәргә диңгеҙ аръяғындағы ерҙәргә тиклем барып етергә форсат биргән, ә күсенеүселәр һәм тикшеренеүселәр диңгеҙҙе яңы ерҙәр һәм байлыҡ эҙләп кисеп сыҡҡандар. Күп һанлы йылғалар, күлдәр һәм башҡа һыу юлдары викингтарға ябай һәм уңайлы күсеп йөрөү сараларын биргән. Көнсығыш Европала ағастан соҡолоп эшләнгән кәмәләр таралған була, улар һыуҙары һай булған йылғаларға һәм һөҙәк ярҙарға туҡтау урындарына инер өсөн тәғәйенләнгән, шуның өсөн викингтар бик тиҙ күсенеп йөрөгәндәр һәм дошмандарына көтмәгәндә һөжүм яһағандар.
Скандинав йәмғиәтендә иң мөһим ҡарарҙарҙы бөтә азат ир-егеттәр йыйылышы — тинг (Боронғо Русьтә — вече, башҡорттарҙа — йыйын) — ҡабул иткән. Ҙур булмаған йәмғиәт структураларында тинг хәҙерге замандағы башҡарма органына әүерелә: 930 йылда беренсе мәртәбә йыйылған исланд альтингы, унан бер нисә тиҫтә йылға йәшерәк мән тинвальды. Инглингтарҙан , Скьельдунгтарҙан йәки башҡа күренекле ҡәбиләләрҙән сыҡҡан конунг беренсе сиратта хәрби башлыҡ, дружина етәксеһе булараҡ ҡабул ителгән. Уның үҙ ер биләмәләре булыуы ла мөмкин булған йәки ул кораблдә сәйәхәтсе тормошон алып бара алған (сэконунг). Хәҙерге скандинав дәүләттәренең территорияларында бер үк ваҡытта тиҫтәләгән ваҡ конунгтар идара иткән.
Викингтарға ҡан үсе институты таныш булған. Бер викинг икенсеһен үлтерһә, ваҡиғалар артабан енәйәт составына һәм зыян күреүсенең социаль статусына ҡарап дауам иткән. Үҙ-ара аңлашыу йәки аҡсалата ҡаплатыу (вергельд) менән тамамланып та ҡуйған. Ҡан ҡонона тиклем барып еткән хәлдә — бер ырыу икенсеһенән үс алған. Әммә хольмганг тип исемләнгән көрәштә һәләк булыу үлтерелеү тип һаналмаған. Һуғышта аяуһыҙ булған яугирҙар (берсерктар) байығыу өсөн тәжрибәһеҙ яугирҙарҙы көрәшкә саҡырған саҡтары булған һәм уларҙы үлтергәндәр йәки йәрәхәтләгәндәр, шуның өсөн скандинав дәүләттәре викингтар дәүеренең ахырында хольмгангтар үткәреүенә тыйыуҙар индерәләр.
Элекке осорҙағы боронғо германдар һымаҡ, христианлыҡты ҡабул иткәнгә тиклем викингтар ҙа традицион герман — скандинав динен (хәҙер Асатру исеме аҫтында билдәле) тотҡандар. Был диндә улар даими ҡорбан (блот) килтергәндәр. Яҙыуҙары руник була.
Ерләү йолаһы үлеләр корабле идеяһы менән ныҡ бәйле булған. Һәләк булған яугирҙың мәйете яндырылған, ҡайһы берҙә кәмәһе менән бергә, йәки кәмәгә уның көлө һалынған һәм уның өҫтөнә ҡурған өйгәндәр. Ерләү кәмәһенең һыуға төшөрөлөүе тураһында бик һуңғы скальдтарҙа ғына иҫкә алына. Мәҫәлән, Снорри Стурлусон[19]
IX быуаттың беренсе яртыһында скандинав илдәрендә ярайһы ғына үҙенсәлекле скальд традицияһы барлыҡҡа килә. Исландияла яҙма индерелгәндән һуң да ике йөҙ йыллап һаҡланып килде һәм европалы яҙма әҙәбиәттәре йоғонтоһона бик яйлап бирелде.
Скальд шиғриәтенең күп кенә өлгөләре беҙгә шиғыр фрагменттары булараҡ ҡына килеп еткән, улар ошо скальдтар тураһында бәйән ителгән («Гуннлауге тураһында сага», «Бьерн тураһында сага», «Халльфред тураһында сага», «Эгил тураһында сага», « Гисли тураһында сага», «Кормак тураһында сага» һ.б.) йәки викингтарҙың батырлыҡтары тураһында (« Стурлунтар тураһында сага», «Оркнейҙар тураһында сага», «Серек тире», «Ньял тураһында сага», «Ҡомло ярҙағы кешеләр тураһында сага» һ.б.) сагаларға индерелгән.
Үҙҙәренең тәңкәләр эшләү мөмкинлектәре булмау сәбәпле, викингтар алмаштырыу һәм йыйып барыу өсөн башҡа дәүләттәрҙә һуғылған тәңкәләрҙе ҡулланалар. Айырыуса ҙур популярлыҡ менән уларҙа Үҙәк Азиянан көмөш дирхемдар файҙалана. Көнсығыш Европа, Балтия илдәрендә һәм Швециялағы Готланд утрауында викингтарҙың йәшереп ҡалдырған тәңкәләре табылған. Замана табыштары иртә Урта быуаттар осоронда Балтик төбәгендә әйләнештә булған аҡсаларҙың өстән ике өлөшө Бағдадтан йәки саманид ерҙәренән, Ташкенттан, Бохаранан, Сәмәрҡандтан һәм Балхтан икәнен күрһәтә[20].
XIX быуат швед романтизмы иртә урта быуаттар осорона һәм викингтарға ҡыҙыҡһыныу асылыуы билдәһе аҫтында уҙҙы.1811 йылда булдырылған Гот лигаһы викигтарҙың йәшәү рәүешен азатлыҡ һөйгән мажараэҙләүселәр тип пропагандалай. Викингтарға ҡарата уянған ҡыҙыҡһыныу исланд сагаларының һәм рун таштарының һаҡлауын системаға һалырға мәжбүр итте (мәҫәлән, рун таштары Еллингта). Иҫке Упсада, Биркала һәм башҡа боронғо үҙәктәрҙә ҡаҙыныу эштәре башланды.
Викингтарҙың образдары Өсөнсө рейхта кәрәкле булып табылды: викингтарҙы немецтарға туғандаш арий расалы төньяҡ германдары итеп күҙ алдына килтеҙеләр. Күпселегендә скандинав доброволецтарынан 5-се танк СС дивизияһы «Викинг» ойошторола.
Бик ирекле аңлатып бирелгән викингтарҙың образы музыканың ауыр йүнәлештәрендә ҡуллана (викинг — металл). Төньяҡ европала тарих реконструкцияһы клубтары эшләй, даими фестивалдәр үтеп тора (шул иҫәптән,Калиниград өлкәһенең Кауп ҡаласығында). Бындай клубтар бик күп рәсәйҙә лә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.