From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәҙрүш Моҡамай, Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы (5 октябрь 1909 йыл — 20 сентябрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Бәҙрүш Моҡамай | |
Исеме: |
Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Бәҙрүш Моҡамай |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ҡайыш ауыл, Дүртөйлө районы |
Вафат булған көнө: |
20 сентябрь 1944 (34 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Шағир, прозаик |
Бәҙрүш Моҡамай 1909 йылдың 5 октябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Ҡайыш ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп, педагогия техникумына уҡырға керә. 1934—1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. Ике тапҡыр яралана. 1944 йылдың 20 сентябрендә Литваны азат иткәндә 70-се уҡсылар дивизияһы старшинаһы Бәҙретдин Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк була[2].
Тәүге шиғырҙары 1929—1931 йылдарҙа «Йәш юҡһыл», «Яңы ауыл», «Әҙәби удар» гәзиттәрендә баҫыла.
1943 йылда шағирҙың «Урал егете» тигән китабы сыға.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.