From Wikipedia, the free encyclopedia
Болгарҙар менән бутамаҫҡа. Болға́рҙар (булғарҙар, лат. bulgares, грек. βούλγαροι) — төрки ҡәбиләләр берләшмәһе[1]. IV быуаттан Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яры буйынан Каспийға һәм Төньяҡ Кавказға тиклем далаларҙы биләй, VII быуаттың 2-се яртыһында өлөшләтә Дунай буйына, һуңыраҡ Волганың урта ағымы буйына һәм башҡа региондарға күсенә.
Артабанғы хәҙерге халыҡтарҙың этногенезында ҡатнашалар: балҡарҙар, башҡорттар, болгарҙар, ҡарасайҙар, македондар, сыуаштар, татарҙар[2][3]. Болгария дәүләтенең исеме ошо ҡәбиләләр берләшмәһенән барлыҡҡа килгән.
Грек һәм латин сығанаҡтарында болғарҙарҙы, башҡа күсмә халыҡтарҙы кеүек, ҡайһы саҡта һундар тип атағандар[4].
Мадъяр тел белгесе Бернат Мункачи буйынса, болғар — «биш уғыр» тип аңлатыла[5][6]. Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев башҡорт этнонимының да баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе) өлөштәренән тора тип иҫбатлай һәм «венгр» (вун[7] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[8] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[9].
Рәсәй тарихсыһы А. П. Новосельцев фекеренсә, этнонимдың икенсе өлөшө уғырҙар менән баштағы бәйләнештәрҙе күрһәтә, ә беренсе өлөшө «болға» (рус. смешивать) төрки һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм был ваҡытта ул «болғанған уғырҙар» тип аңлатыла[10].
Болғарҙарҙың боронғо тыуған ерҙәре аныҡ билдәле түгел[4]. Бер фараз буйынса улар беҙҙең эраның башында Ете йылға үҙәнендә барлыҡҡа килгәндәр[11]. Тикшеренеүселәрҙең фекере буйынса, болғарҙарҙың формалашыуында уғыр һәм иран компонентары мөһим ролде уйнай[4].
Болғарҙар IV быуат аҙағында һундарҙың Көнсығыш Европаға походына йәлеп ителәләр. Болғар ҡәбиләләренең составына яҡынса 460–470 йылдарҙа Европаға килгән төрки телле күсмә ҡәүемдәрҙең яңы тулҡындары ҙур йоғонто яһай[4].
480 йылдарҙан болғарҙарҙың бер өлөшө Византия тарафынан остготтарға ҡаршы көрәшкә йәлеп ителә. Улар был осорҙа Дунай йылғаһы буйында (Тиса буйында йәғни Сирмий ҡалаһы тирәһендә) йәшәгән. V быуат аҙағында — VI быуат уртаһында болғарҙар күп тапҡыр Византияға яу асҡан[4]. VI быуаттың беренсе яртыһында кутриғырҙар һәм утриғурҙар болғарҙар составында йәки уларға яҡын булған халыҡ була. 558 йылдан һуң улар аварҙар тарафынан тар-мар ителә һәм өлөшләтә Карпат котловинаһына күсешкә йәлеп ителә[4].
VII быуаттың 1‑се сирегендә (яҡынса 630–660 йылдарҙа) Азов диңгеҙе буйында ҡалған болғарҙарҙың бер төркөмө (барсилдар, унуғырҙар һ.б.) адыгтар, аландар һәм башҡа ҡәбиләләр менән баш ҡалаһы Фанагория булған Бөйөк Болғар дәүләтен булдыра[11].
VII быуаттың 2‑се сирегендә Ҡобрат хан һәм уның улдары Аспарух, Батбай һәм Ҡутрағ етәкселегендәге бер төркөм болғарҙар Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яр буйын һәм Днепр йылғаһының түбәнге ағымын баҫып ала. 640 йылдар тирәһендә Ҡобрат хан вафат булғандан һуң, хазарҙар ҡыҫымы һөҙөмтәһендә, болғар ҡәбиләләренең бер өлөшө Аспарух хан юлбашсылығында Балҡанға күсенә һәм 680 йылда славяндар менән бергә Беренсе Болгар батшалығы (Дунай Болғары) дәүләтен төҙөй[11]. Был дәүләттә хәҙерге Болгарияның төп халҡы — болгарҙар ойошҡан. Шулай уҡ болғар ҡәбиләләренең бер өлөшө Төньяҡ Италияға күсә[4].
Ҡутрағ хан етәкселегендәге болғарҙар Волганың урта ағымы буйына (хәҙерге Һамар ҡалаһы тирәһе) күсенә һәм бында Имәнкиҫкә һәм Кушнаренко мәҙәниәттәре ҡәбиләләре ҡаршылығына осрай. Бөйөк Болғар дәүләте тарҡалғас, Батбай хан ҡулы аҫтындағында болғарҙарҙың бер өлөшө, шул иҫәптән барсилдар («ҡара болғарҙар»), Хазар ҡағанатына буйһона. VIII быуаттың 40‑сы йылдарында барсилдар Волга—Кама һәм Үрге Дон буйына күсенә[11]. Бөйөк Болғар дәүләте тарҡалғас, болғарҙарҙың икенсе төркөмө X быуатта Волга—Кама буйында башҡа халыҡтар менән бергә Волга буйы Болғары дәүләтен төҙөй[4]. 965 йылға тиклем Волга буйы Болғары Хазар ҡағанатына буйһонған һәм болғарҙар уларға яһаҡ түләгән. Х быуат башында батша Алмыш болғар ҡәбиләләрен берләштерә башлаған. IX—X быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарға ярашлы, был ҡәбиләләр араһында болғарҙар, есегелдәр, бәшнәктәр, сыуаштар (сыуаз), башҡорттар (башхарт), мадъяр-төркиҙәр, баранжарлар, уғыҙҙар һ. б. телгә алына. Болғар төркөмөнә өс ҡәбилә (берсула, есегел, болғар) ингән[12]. Хазар ҡағанаты менән көрәштә батша Алмыш, Бағдад хәлифәлегенә номиналь рәүештә буйһоноп, уға таянған. Бағдад хәлифәһе Болғарға илселек ебәрә, һәм 922 йылда Алмыш хан ислам динен дәүләт дине тип иғлан итә. Илселек составында ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан да була[13]. Х быуат башында Болғар, Сыуар, Ноҡрат, Йүкәтау, Биләр, Һамар һ. б. ҡалалар барлыҡҡа килә[14]. Археологик һәм яҙма мәғлүмәттәргә ярашлы, Волга буйы Болғарында 150 ҡала һәм 800-ҙән ашыу торама пункт иҫәпләнгән[15].
X—XII быуаттарҙа урыҫ кенәздәре Болғарға яу менән барып торған. Урыҫ хакимдарының дәүләткә даими ҡурҡыныс янауы арҡаһында Х быуаттың икенсе сирегендә Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Кама аръяғының үҙәк өлөшөнә — Биләр ҡалаһына күскән[12]. 985 йылда болғар хакимы Киев кенәзе Владимир I менән солох килешеүен төҙөй[16].
1220—1240 йылдарҙағы ҡаты алыштарҙан һуң Волга буйы Болғарын монгол-татарҙар баҫып ала. Болғар, бер ни тиклем автономияһын һаҡлап, Жуси улусы (Алтын Урҙа) составына инә. Уның тәүге баш ҡалаһы итеп XIII быуатта Болғар билдәләнә. Ҡала бер үк ваҡытта яңы монгол дәүләтенең сәйәси, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге лә булып. Артабан Болғар мәҙәниәте Алтын Урҙа мәҙәниәтенең мөһим өлөшөнә әйләнә. Болғар кенәздәре үҙ биләмәләрен башлыса Вятка һәм Кама йылғалары буйлап киңәйтә. XIII быуаттың 2-се яртыһында — XIV быуатта төп халҡы Кама аръяғынан Кама алдына күсә. Болғария эсендә Ҡазан, Болғар, Йүкәтау һ. б. кенәзлектәр айырылып сыға. Волга Болғарының иҡстисади һәм сәйәси күтәрелеше Алтын Урҙа хандарының яуҙары, эске низағтар, урыҫ кенәздәренең яуҙары (1360 йылдан алып), Аҡһаҡ Тимерҙең ябырылыуы (1390-сы йылдар уртаһы, Ҡондорса буйындағы яу), ушкуйниктар һөжүмдәренән туҡталып ҡала. 1438 йылда Волга буйы Болғарының территорияһында Ҡазан ханлығы барлыҡҡа килә[12].
Ҡыуғын малсылыҡ менән шөғөлләнгән болғарҙар Х быуатҡа ҡарай ултыраҡ тормошҡа күсә. Һабан игенселеге (арпа, бойҙай, тары һ. б. сәскәндәр) һәм ярым күсмә һәм ултыраҡ малсылыҡ (башлыса йылҡы үрсеткәндәр) хужалыҡтың итеүҙең төп төрө булған. Тағы ла балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм һунарсылыҡ үҫеш алған. Балсыҡтан, ағастан һәм һөйәктән төрлө әйберҙәр яһау, шулай уҡ тимерселек, көршәкселек, зәргәрлек һәм быяла эшләү таралыу ала[15][11].
Волга буйы Болғары географик яҡтан уңайлы урында урынлашҡан, уның ерҙәре аша Көнсығыш һәм Төньяҡ Европаны Шәреҡ менән бәйләүсе мөһим һыу юлдары үткән. X—XI быуаттарҙа Волга һәм Кама йылғалары буйында болғар сауҙа-һәнәрселек ҡала-факториялар селтәре барлыҡҡа килә. Волга буйы Болғары Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге, Византия империяһы, Боронғо Рус дәүләте, Көнсығыш Европаның төньяғы, Урал Һәм Көнбайыш Себер халыҡтары менән сауҙа иткән[12]. Илдән башлыса ҡиммәтле тире, иген, күн, бал һәм балауыҙ сығарылған, илгә тәмләткестәр, зиннәтле әйберҙәр, ҡорал, көмөш (IX—X бб.), гәүһәр, ебәк һ. б. индерелгән. Сауҙа һалымы дәүләт ҡаҙнаһының иң мөһим керем статьяларының береһе булып торған[16].
Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларынан башланған ҡәбер таштарындағы шиғри яҙмалар традицияһы болғар осоронда дауам итә. Ташта уйылған болғар эпиграфия ҡомартҡылары ғәрәп яҙыуының куфи йәки ҫөлөҫ почеркында яҙылған. Хәҙерге ваҡытта төрлө һаҡланыу кимәле менән яҡынса 400 болғар эпиграфия ҡомартҡылары (фрагменттар менән бергә) һаҡланып ҡалған[17]. «Болғар хандарының исемлеге» – болғар яҙыуының иң боронғо ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, ул хронология һәм генеалогия буйынса мәғлүмәттәрҙән тора[18].
Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының күп яҡлы һәм тотороҡло бәйләнештәре һәм үҙ‑ара йоғонтоһо төрки телендә ижад ителгән берҙәм боронғо болғар әҙәбиәтен барлыҡҡа килтерә[19][20]. Болғар яҙыусылары араһынан Борханетдин Ибраһим әл‑Болғари, Хәмид ибн Иҙрис (XII б. 1-се яртыһы) һәм башҡаларҙың исемдәре билдәле. Сөләймән бин Дауыт әл-Саҡсиниҙың «Заһрут әл-риня» тигән әҫәренең ҡулъяҙмаһы хәҙерге заманға тиклем һаҡланған. Тажетдин ибн Юныс әл-Болғари фармакология буйынса «Әт-Тирйәк әл-Кәбир» (XII—XIII бб. араһы) китабын ижад итә. Шулай уҡ Хажиәхмәт әл-Болғариҙың «Әл-Джами», «Әт-Тәриҡәт» һәм «Әл-Фәүәүид» тигән хеҙмәттәре лә Шәреҡтә киң таралыу ала[21].
XIII башында шағир Ҡол Ғәли болғар осоро әҙәбиәтенең классик өлгөһө булып торған «Ҡиссаи Йософ» әҫәрен ижад итә. Башҡорт сығышлы тарихсы, ҡазый Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғариҙың (1165 й. үлгән)«Тәуарихи Болғарийа» тарихи-әҙәби әҫәре уның замандаштары булған әл-Гарнати, Казвини һ.б. ғәрәп ғалимдарына билдәле булған[22][23].
X—XIII быуаттарҙа Башҡортостандың көнбайыш өлөшө Волга буйы Болғары составында була, болғар ҡәбиләләре башҡорттарҙың этногенезында әүҙем ҡатнаша. Башҡорт теле вокализмы болғар теленең төп вариҫы булып торған сыуаш теленең һуҙынҡылар системаһына бик яҡын. Болғар ҡәбиләләре менән сауҙа-иҡтисади, мәҙәни һәм хәрби бәйләнештәр була. Волга буйы Болғары башҡорттарҙың үҫешенә этномәҙәни йоғонто яһай[15].
Ибн Фаҙлан мәғлүмәттәренә ярашлы, 921—922 йылдарҙа башҡорт ерҙәре менә Волга буйы Болғары араһындағы сик Оло Сәрәмсән буйынса үткән. XII быуаттағы ғәрәп географы Иҙриси хәбәр итеүенсә, болғар ҡәбиләләре башҡорттарҙың Ҡараҡыя, Ҡазира (Ҡастра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр) ҡалаларына йыш ҡына һөжүм иткән[24][25][26].
1229 йылдың яҙында монгол-татарҙарҙың 30 меңлек ғәскәре көнбайышҡа йүнәлгән һәм көҙгә ҡарай Яйыҡ һәм Волга буйы далаларына килеп еткән. Бында улар башҡорттар һәм уларҙың союздашы болғарҙарҙың ҡаты ҡаршылығына осрай. 1232 йылда монгол-татарҙар Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Биләрҙе яулап алырға ниәтләй, әммә Оло Сәрәмсән һәм Ҡондорса йылғалары буйҙарындағы төп оборона һыҙығында туҡтатыла[27]. Шулай ҙа артабанғы яуҙарҙа монгол-татар илбаҫарҙары башҡорттарҙы һәм болғарҙарҙы яулап алырға ирешә. Рәшит әт-Дин буйынса, 1236 йылдың көҙөндә монгол-татарҙар «бүләр һәм башҡорттарға ҡаршы яу асып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, бик ҙур көс түкмәйенсә, яулап ала», Бүләр һәм Башгирд илдәре яулап алынһа ла, уларҙың халҡы йәнә баш күтәрә[28].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.