Башҡортостан ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан ҡурсаулығы (йәки Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы) — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, күп төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың ҡатнаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ.
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 49 609 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | [[11 июль 1930 йыл йыл]] |
Урынлашыуы | |
53°20′44″ с. ш. 57°46′40″ в. д.HGЯO | |
bashgoszapovednik.ru | |
Башҡортостан ҡурсаулығы Викимилектә |
Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай. 1951 йылда ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм уның биләмәләрендә урман хужалығы ойошторола. Урманды әүҙем һәм контролһеҙ киҫеү башлана. 1958 йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ тергеҙелә, 1986 йылға тиклем бөгөнгө "Шүлгәнташ ҡурсаулығы"н да үҙ эсенә ала һәм уның исеме менән йөрөтөлә[1].
Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың үҙәгендә, Бөрйән районының матур тәбиғәт ҡосағында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелә, бар-төр һунарсылыҡ тыйыла.
Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе РСФСР хөкүмәте ҡарары менән әһәмиәтле һәм мөһим тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары иҫәбенә индерелде. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табылды.
Ҡурсаулыҡ территорияһы ике ҙур өлөштән тора: Үҙән һәм Ағиҙел буйы биләмәләре. Бында 800-ҙән ашыу үҫемлек төрҙәрен осратырға мөмкин, уларҙың күптәре СССР-ҙың «Ҡыҙыл китабына» индерелгән). Урмандары осһоҙ-ҡырыйһыҙ, саф һыулы йылғалары балыҡҡаға бай, бында хәҙер һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе һәм ҡыҙылбалыҡ та һаҡланған.
100-ҙән ашыу төрлө баллы сәскә атҡан туғайҙары умартасылыҡ, ә урмандары солоҡсолоҡ өсөн бигерәк тә уңайлы.
Ҡурсаулыҡтың төп бурыстарының береһе — ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу.
Ҡурсаулыҡтың хайуандар донъяһы ғәжәп бай һәм күп төрлө. Хеҙмәткәрҙәрҙең күҙәтеүе аҫтында бөтә кейектәр һәм ҡоштар иректә йәшәй. Бында мышы, марал, ҡоралай, ҡуян, шәшке, һары шәшке, тау шәшкеһе, айыу, һеләүһен, бүре, төлкө, тейен, бөркөт, һуйыр, ҡор, сел, ябалаҡ һәм башҡа йәнлектәр, ҡоштар бар. Хайуандар тураһында тейешле хәстәрлек күрелә: маралдар, мышылар, ҡоралайҙар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнә, күп урындарға таш тоҙ ҡуйыла. Ҡоштар өсөн оялар эленә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.