иҡтисадтары ныҡ үҫешкән һәм үҫешеүсән дәүләттәрҙең хөкүмәттәр һәм үҙәк банкылар башлыҡтары клубы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҙур егерме (шулай уҡ G20, G-20, Егерме төркөмө; рәсми атамаһы — ингл. The Group of Twenty, major advanced and emerging economies[1]) — иҡтисадтары ныҡ үҫешкән һәм үҫешеүсән дәүләттәрҙең хөкүмәттәр һәм үҙәк банкылар башлыҡтары клубы[2].
Ҙур егерме | |
Нигеҙләү датаһы | 26 сентябрь 1999 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | G20 |
Нигеҙләүсе | G7[d] һәм Пол Мартин[d] |
Ағзалар һаны | 20 член организации |
Производная работа | B20[d] |
Рәсми сайт | g20.org |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 549 264 |
Ҙур егерме Викимилектә |
Дөйөм алғанда, G20 донъя тулайым милли продуктының 85 процентын, донъя сауҙаһының 75 процентын (Европа Берлеге эсендәге сауҙаны ла индереп) һәм донъя халҡының өстән ике өлөшөн тәшкил итә[2]. 20 ҙур милли иҡтисадтар ҡатнаша:
Европа Берлегенең вәкилдәре — Европа комиссияһы рәйесе һәм Европа советы рәйесе[3]. Бынан тыш, ғәҙәттә G20 осрашыуҙарында төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың вәкилдәре була, шулар араһында Финанс тотороҡлоғо буйынса совет, Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Африка Берлеге, АСЕАН, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Бөтә донъя банкы[2].
1990-сы йылдар аҙағындағы Азия финанс көрсөгөнә[2] һәм үҫешеүсе баҙар иҡтисады булған илдәрҙең донъя кимәлендәге иҡтисади һөйләшеүҙәрҙә һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә тейешенсә күрһәтелмәүенә яуап итеп G20 булдырылған. 2008 йылғы бөтә донъя иҡтисади көрсөгөндә глобаль иҡтисад һәләкәте хәүефе барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә "ҙур ете"нән G20 форматына күсеү тиҙләтелде][4]. 2008 йылға тиклем төркөм юғары кимәлдә саммиттар уҙғарманы, уның төп эшмәкәрлек формаһы финанс министрҙары һәм үҙәк банк башлыҡтары кимәлендә йыл һайын уҙғарылған осрашыуҙар булды. Бөгөнгө көнгә G20 саммиттары халыҡ-ара финанс-иҡтисади системаға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәшлек һәм консультациялар өсөн глобаль форум булып тора.
«Ҙур егерме» (G20) 1990-сы йылдар аҙағында, Азия илдәрендә финанс көрсөгө башланғас, ә көнбайыштар уға нисек яуап бирергә белмәгәндә барлыҡҡа килә. Шул саҡта «Ҙур һигеҙ»ҙең финанс министрҙары финанс сәйәсәте мәсьәләләрен тикшереү өсөн илдәр даирәһен киңәйтеү башланғысы менән сығыш яһаны, унда Ҡытай һәм Һиндостан кеүек эре илдәрҙе саҡырмайынса донъялағы иҡтисади проблемаларҙы хәл итеп булмаҫ ине, күрәһең. АҠШ һәм Бөйөк Британия буласаҡ G20 ҡатнашыусыларын һайлау буйынса үҙенсәлекле кастинг ойошторҙо. 1997 йылда 33 илдән торған G33 дәүләт-ара төркөмө булдырыла, уның урынына 1999 йылдың декабрендә G22 дәүләт-ара төркөмө килә, ул бер йылдан әҙерәк йәшәй һәм уны тиҙ генә G20 алыштыра.
Шулай ҙа Берлинда ойоштороу конференцияһынан һуң 1999 йылдың декабрендә G20 тураһында ғәмәлдә онотоп бөттөләр тиерлек. 2008 йылда башланған яңы финанс көрсөгөнә тиклем саммиттар үткәрелмәне: йыл һайын финанс министрҙары һәм үҙәк банк башлыҡтарының осрашыуы төп формат булып торҙо. Донъя иҡтисадындағы хәлдең киҫкен булыуы хаҡында G20 саммиттарҙың йылына бер тапҡыр түгел, ә ашығыс кәңәшмәләр булараҡ йыйылыуы һөйләй. «Көрсөккә ҡаршы» тигән тәүге сара 2008 йылдың ноябрендә Вашингтонда үтте, киләһе — 2009 йылдың апрелендә Лондонда, ә шул уҡ йылдың сентябрендә саммит Питтсбургта уҙғарылды. Әйткәндәй, юғарыла осрашыуҙар практикала һөҙөмтәләр бирмәне, йәки "ҙур егерме"лә ҡатнашыусылар йыш ҡына бер-береһен ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлмәүендә ғәйепләне.
Ваҡыт үтеү менән иҡтисади көрсөк сәйәси кимәлгә күсте. Донъяның төрлө ҡитғаларынан илдәрҙе берләштереүсе форум "Ҙур һигеҙ"гә ҡарағанда күпкә мөһимерәк һәм баланслыраҡ, һәм ағымдағы эштәрҙе тикшереү өсөн рәсми сәфәрҙе ойоштормайынса донъя лидерҙары өсөн осрашыу мөмкинлеге бирә[5].
Ойоштороу конференцияһы 1999 йылдың 15-16 декабрендә Берлинда үтә. Төркөм иҡтисади һәм финанс сәйәсәтенең төп мәсьәләләре буйынса үҫешеүсе илдәр менән диалог алып барыу өсөн ете алдынғы сәнәғәт үҫешкән илдең — Бөйөк Британия, Италия, Канада, АҠШ, Германия, Франция һәм Японияның финанс министрҙары инициативаһы буйынса ойошторолған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.