Remove ads
Африканың көньяғындағы дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ Африка Республикаһы (ҡыҫҡаса — КАР, шулай уҡ Көньяҡ Африка) — Африканың көньяғындағы дәүләт. Төньяҡта Намибия, Ботсвана һәм Зимбабве менән, төньяҡ-көнсығышта — Мозамбик һәм Эсватини менән сиктәш. Көньяҡ Африка Республикаһы эсендә дәүләт-анклав Лесото урынлашҡан[1].
| |||||
Девиз: «!ke e: ǀxarra ǁke» (цъхам) «Төрлө кешеләр берләшә» | |||||
Гимн: «National anthem of South Africa» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 31 май 1961 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | Инглиз, африкаанс, венда, зулу, коса, ндебеле, свати, төньяҡ сото, сесото, тсвана һәм тсонга | ||||
Баш ҡала | |||||
Эре ҡалалар | Йоханнесбург, Кейптаун, Дурбан, Претория | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент
Вице-президент | Джейкоб Зума
Кгалема Мотланте | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 24 1 219 912 км² күп түгел | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲51 770 560 чел. (25) 41 чел./км² | ||||
КПҮИ (2009) | 0,683 (уртаса) (129 урын) | ||||
Валюта | Көньяҡ Африка рэнды | ||||
Интернет-домен | .za | ||||
Код ISO | ZA | ||||
МОК коды | RSA | ||||
Телефон коды | +27 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 |
Көньяҡ Африка Республикаһы — Африка илдәре араһында иң күп милләтле илдәрҙең береһе һәм континентта иң күп аҡ тәнлеләргә, азиялыларға, йәғни ҡатнаш халыҡҡа эйә. Ил минераль ресурстарға бай, шулай уҡ Африкала иҡтисади яҡтан иң үҫешкән ил һәм донъяла сағыштырмаса ныҡлы позиция биләй[2]. Африкала берҙән-бер G20 ҡатнашыусыһы булған ил.
Көньяҡ Африка Республикаһы тарихының һәм сәйәсәтенең мөһим пункты булып ҡара тәнле күпселек менән аҡ тәнле аҙсылыҡтар араһындағы конфликт тора. 1948 йылда апартеид режимы индерелгәндән һуң, был мөнәсәбәттәр ҡыҙыу нөктәһенә етә һәм 1990 йылдарға тиклем һуҙыла. Милли партия дискриминация закондарын индереү инициаторы була (СССР-ҙа уны Милләтсе тип атайҙар). Был сәйәсәт оҙайлы һәм ҡан ҡойошло һуғышҡа алып килә, унда Стив Бико, Десмонд Туту һәм Нельсон Мандела кеүек ҡара активистар витрина ролен уйнай. Һуңғараҡ уларға күп кенә аҡ тәнлеләр һәм ҡатнаш халыҡ тоҡомдары, шулай уҡ һинд сығышлы Көньяҡ Африка кешеләре ҡушыла. Апартеидтың юҡҡа сығыуында шулай уҡ халыҡ-ара берләшмәләр яғынан баҫым да айырым роль уйнай. Сәйәси системаны алмаштырыу һөҙөмтәһе сағыштырмаса тыныс башҡарыла: КАР — Африкала дәүләт түңкәрелеше булмаған берҙән-бер ил[3].
Көньяҡ Африка Республикаһы апартеид ваҡытында Африка милли конгресы ағзалары үз илен ул ваҡытта рәсми атамаға альтернатива булараҡ билдәләү өсөн «Азания» һүҙен ҡуллана. КАР Тайвань менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙә булған саҡта, «Азания» һүҙе шудай уҡ КАР атамаһы сифатында рәсми Ҡытай дипломатик лексикаһында ҡулланыла.
Көньяҡ Африка Республикаһы — йәҙрә ҡоралына эйә булған беренсе дәүләт, әммә ул был ҡоралдан ирекле баш тарта.
Көньяҡ Африка Республикаһы Африканың көньяҡ осонда урынлашҡан. Илдең яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 2798 км тәшкил итә. Майҙаны 1 221 038 км² һәм был күрһәткес буйынса донъяла 24-се урында тора. Иң юғары нөктәһе — Аждаһа тауҙарында Нджесути тауы.
Көньяҡ Африка Республикаһында Намиб ҡоро сүллегенән алып көнсығышта Мозамбик сиге янында һәм Һинд океаны яры буйының субтропиктарына тиклем төрлө климат зоналары күрһәтелә. Көнсығышта урын-ер, Аждаһа тауҙарын барлыҡҡа килтереп, тиҙ күтәрелә һәм велд тип аталған ҙур эске яйлаға күсә.
Көнсығыш яр буйында 30° көньяҡ киңлеккә тиклем саванналар һәм йылғалар буйлап һуҙылған урмандарҙың тар һыҙаттары, көньяҡтараҡ — субтропик урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Эске райондарҙы ярлыланған Калахари саваннаһы, ҡыуаҡлы ярымсүллектәр һәм Карру сүллектәре биләй.
Хайуандарҙан һары сысҡандар, ер сусҡалары, антилопа, көрән гиена тереклек итә. Һирәгерәк Африка филдәре, носорогтар, зебралар, жирафтар, арыҫландар, страустар осрай[4].
Ил территорияһында кеше бик борондан барлыҡҡа килгән (был турала Стеркфонтейн Кромдрай һәм Макапансхат мәмерйәләре янында табылдыҡтар раҫлай). Шулай ҙа был төбәктең иртә тарихы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр бик аҙ.
Банту ҡәбиәләләре килгәнгә тиклем (илдең төньяғындағы Лимпопо йылғаһына улар б. э. I меңйыллығы уртаһында етә), был территорияла готтентоттарҙың күсмә малсылыҡ кой-коин ҡәбиләләре һәм йыйыусы (сан) бушмендар йәшәгән. Игенсе-бантулар, урындағы халыҡты йә юҡ итеп, йә ассимиляциялап, көньяҡ-көнбайышҡа табан таралған. Яҡынса 1050 йылға хәҙерге Квазулу-Натал провинцияһында уларҙың булыуы тураһында археологик раҫлауҙар ҡарай. Европалыларҙың килеүе ваҡытына Добрая Надежда мороно өлкәһендә кой-коин ҡәбиләләре йәшәгән була, ә банту ҡәбиләләре Грейт-Фиш йылғаһы яры буйына етә. Урындағы халыҡтар металл мәғдәнен табыу, эшкәртеү, тимер һәм баҡырҙан ҡоралдар эшләү менән таныш була[4].
1827 йылда инглиз сәйәхәтсеһе Джордж Томпсон «Путешествия и приключения в Южной Африке» исеме аҫтында китап баҫтырып сығара(ингл. Travels and Adventures in South Africa)[5]. Китапта ул, хәҙер Кейптаун районы булған һәм Фолс бухтаһы ярында урынлашҡан Кейп-Флэтс янында «ныҡ ашалған металл субстанцияһы эҙҙәре», фараз буйынса, сөйҙәр менән, ниндәйҙер боронғо судноның тышлау өлөштәрен табалар. Табылдыҡты тикшереүҙә ҡатнашҡан балта оҫтаһы ағастың кедр булыуын раҫлай (Ливан кедры боронғо карап төҙөүселәр тарафынан киң ҡулланылған). Томпсон фекеренсә, был Мысыр фирғәүене Нехо II бойороғо буйынса б. э. т. 600 йылда Африка тирәләй финикийҙарҙың экспедицияһы барышында һәләкәткә осраған елкәндең ҡалдыҡтары. Табылдыҡ тураһында оҙаҡҡа оноталар, ләкин 30 йылдан һуң шул урында урындағы чиновник провинция губернаторына хатында яр буйында 70 фут (21 м) оҙонлоғондағы ярым серек таҡтаны табыуҙары тураһында хәбәр итә. XX быуатта инде боронғо караптың һыныҡтарын билдәле ғалим Раймонд Дарт тикшерә. Ул елкәндең оҙонлоғо 170 футҡа (52 м) етеүен билдәләй, был финикийҙарҙың караптар төҙөү тураһында мәғлүмәттәренә тулыһынса тап килә[6]. XX быуат аҙағында Клануильям районында ҡаяға төшөрөлгән карап һүрәттәре табыла. Улар яр буйындағы ҡаяларҙа бер нисә урында осло предмет менән эшләнгән. Һүрәттәрҙең бер өлөшө финикийҙарҙың караптары тип аңлатыла[6]. Кой-коин ҡәбиләләренең моронда тик V быуатта ғына, йәғни финикийҙар экспедицияһынан һуң мең йылдан һуң барлыҡҡа килеүе билдәле бер ҡыйынлыҡ тыуҙыра[7]. Ләкин Геродот үҙенең «Истории» китабында[8] финикийҙар экспедиция барышында ярға сыҡҡандар, ер эшкәрткәндәр, уңыш йыйғандар һәм артабан ҡуҙғалғандар тип яҙған. Шулай итеп, уларҙың шул тиклем оҙайлы ваҡыт үткәргән булыуы, йәшәү дәлилдәре, оҙаҡ ваҡытҡа һаҡланып ҡалған, йәки уларҙың моронда йәшәүе яр буйынан алыҫҡа күренеп торған.
Европалыларҙың даими тораҡтары тураһында беренсе телгә алыуҙар 1652 йылдың 6 апреленә ҡарай, Ян ван Рибек Голланд Ост-Һинд компанияһы исеменән, һуңғараҡ Добрая Надежда исемен алған Штормдар морононда ауыл (хәҙер Кейптаун) төҙөй. XVII һәм XVIII быуаттарҙа Көньяҡ Африкаға Нидерландтан колонистар, шулай уҡ тыуған илендә дини эҙәрлекләүҙән ҡасып француз гугеноттары һәм Германиянан күскенселәр килә. 1770 йылдарҙа колонистар төньяҡ-көнсығыштан килеүсе ко́са халҡы менән бәрелешә. Сик буйы һуғыштары кеүек билдәле бәрелештәр серияһы башлана, улар нигеҙҙә аҡ күскенселәрҙең африкалылар еренә дәғүә итеүе арҡаһында тоҡана. Кап колонияһына башҡа Голландия биләмәләренән, Индонезиянан һәм Мадагаскарҙан ҡолдар килтерелә. Күп ҡолдар, шулай уҡ Кап төбәгенең автохтон халҡы аҡ колонистар менән ҡатыша. Уларҙың нәҫелдәре кап төҫлөләре тип атала һәм Көнбайыш Кап провинцияһының 50 % тиклем халҡын тәшкил итә.
Бөйөк Британия тәүге тапҡыр Кап колонияһы өҫтөнән хакимлыҡты 1795 йылда, Дүртенсе инглиз-голланд һуғышы барышында ала: ул саҡта Нидерланд Наполеон хакимлығы аҫтында була, һәм инглиздәр, француздарҙың был стратегик яҡтан мөһим район өҫтөнән контроль алыуынан ҡурҡып, Капстадҡа штатгальтер Вильгельм V исеменән колонияны баҫып алыу генерал Джеймс Генри Крэйг етәкселегендә армия ебәрә. Капстад губернатор бер ниндәй ҙә күрһәтмәләр алмай, әммә инглиздәргә буйһонорға риза була. 1803 йылда Амьенс килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Батавия республикаһы (йәғни француз баҫып алыуынан һуң Нидерланд тип атала башлай), Кап колонияһын үҙенә ҡалдыра. 1805 йылда яңынан һуғыш башлағандан һуң инглиздәр колонияны ҡабаттан яулап алырға ҡарар итә. Столовый тауының битләүендә алыш һөҙөмтәһендә, 1806 йылда Дэвид Бэрд етәкселегендә инглиз ғәскәрҙәре Капстад фортына инә.
Инглиздәр ко́са халҡы менән көрәшеп, Грейт-Фиш йылғаһы ярҙары буйлап форттар төҙөү юлы менән көнсығыш сиктәрен нығыта. Был урындарҙа үҙенең хакимлығын көсәйтеү маҡсатында, инглиз тәхете метрополиянан кешеләрҙең килеүен дәртләндерә.
1806 йылда, ил эсендә төрлө көстәр баҫымы аҫтында, инглиз парламенты ҡоллоҡто тыя, ә 1833 йылда был ҡарар колонияға ла тарала. Сик буйында даими бәрелештәр, ҡоллоҡто бөтөрөү һәм инглиздәр менән башҡа аңлашмаусанлыҡтар һолланд сығышлы күп крәҫтиәндәрҙе (бурҙар тип аталыусы — от нидерл. «boer», тимәк «крәҫтиән») ҡитға төпкөлөнә, Велд тигән бейек яҫы таулыҡҡа, Бөйөк трек тип аталған урынға бейек Велд яйлаһына китергә мәжбүр итә. Унда улар Көньяҡ-Көнсығыш Африкалағы (Квазулу-Натал провинцияһы) үҙ-ара һуғыш тыуҙырған мфекане — халыҡтарҙың күсенеүе барышында көнбайышҡа ҡасып барған Чакиҙың элекке көрәштәше Миликизи етәкселегендәге ндебеле менән бәрелешә. Ахыр сиктә, Көньяҡ Африканың континенталь өлөшөндә бур халҡы үҙ дәүләттәренә нигеҙ һала: Оранжевый республикаһы һәм Трансвааль.
Дүрт йыллыҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң 1910 йылдың 31 майында Көньяҡ Африка союзы ойошторола, уға инглиздәрҙең Кап колонияһы, Натал колонияһы, Ораежевый река колонияһы һәм Трансвааль инә. Союз Британия империяһының доминионы була. 1914 йылда Көньяҡ Африка союзы Беренсе донъя һуғышына инә. 1934 йылда Берләшкән партия ойошторола, уға Көньяҡ Африка партияһы (пробритан) һәм Милли партия (бурҙар) берләшә. 1939 йылда ул Көньяк Африкаға, Бөйөк Британия артынан эйәреп, Икенсе донъя һуғышына инергә кәрәкме-юҡмы тигән ҡаршылыҡтар арҡаһында тарҡала — уң Милли партия Өсөнсө рейхты яҡын күрә һәм киҫкен раса сегрегацияһы өсөн сығыш яһай.
1961 йылда Көньяҡ Африка союзы бойондороҡһоҙ Көньяҡ Африка Республикаһы булып китә, ул Бөйөк Британия етәкләгән Милләттәрҙең дуҫлыҡ берләшмәһенән сыға. Берләшмнән сығыу Дуҫлыҡ берләшмәһенең башҡа ағзалары тарафынан КАР-ҙа апартеид сәйәсәтен ҡабул итмәү менән бәйле була (КАР-ҙың Дуҫлыҡ берләшмәһе ағзалығы 1994 йылдың июнендә тергеҙелә).
КАР — парламент-президент республикаһы. Президент үҙенең барлыҡ ҡарарҙарында ла тиерлек күпселек мәсьәләләр буйынса парламент ярҙамына таянырға тейеш. 30 йәштән өлкәнерәк Көньяк Африка Республикаһы гражданы президентлыҡҡа кандидат була ала. КАР-ҙа ике палаталы парламент эшләй, ул провинцияларҙың Милли советынан (үрге палата — 90 ағза) һәм Милли ассамблеянан (400 ағза) тора. Түбәнге палата ағзалары тауыш биреүҙең пропорциональ системаһы буйынса һайлана: депутаттарҙың яртыһы дөйөм милли исемлек буйынса, яртыһы — провинция исемлектәре буйынса килә. Һәр провинция, халыҡтың һанына ҡарамай, провинцияларҙың Милли советына 10-шар ағза ебәрә. Һайлауҙар һәр биш йыл һайын үтә. Хөкүмәт түбәнге палатала ойошторола, ә күпселек тауыш йыйған партия лидеры, президент була. Хәҙер был вазифаны Сирил Рамафоса биләй.
Хәҙерге ваҡытта КАР-ҙың етәксе партияһы — Африка милли конгресы, ул 2009 йылда һайлауҙарҙа 65,9 % тауыш һәм 2006 йылда муниципаль һайлауҙарҙа 66,3 % тауыш йыйған. Уның төп дәғүәсеһе — «Демократик альянс» партияһы (16,7 % 2009 йылда, 14,8 % 2006 йылда). Демократик альянс лидеры — Хелен Зилле. Яңы милли партия, Милли партияның (ул идара иткәндә апартеид системаһы була) вариҫы, 1994 йылдан һуң тиҙ арала тарҡала һәм 2005 йылдың 9 апрелендә Африка милли конгресы менән берләшә. Парламентта шулай уҡ Азатлыҡ-Инката партияһы бар (4,6 %), улар башлыса һайлаусы-зулустарҙы һәм Халыҡ конгресын күрһәтә (7,4 %).
Оборона милли көстәре 1994 йылда апартеидтан һуңғы беренсе милли һайлауҙарҙан һәм яңы конституцмя ҡабул ителгәндән һуң, Оборонаның Көньяҡ Африка көстәрен алмаштырып, ойошторола (англ. South African Defence Force, SADF).
Илдә англо-сакс һәм роман-герман хоҡуҡ системаһы ҡулланыла. Шулай уҡ Йола хоҡуғы ҡулланыу бар. Ҡушма төрҙә (англо-сакс һәм роман-герман хоҡуҡ системаһы менән) Көньяҡ Африка Республикаһында ҡулланыла. Дәүләт органдары (мәҫәлән суд) ырыу ҡоролтайының ҡарарын тыңлай.
Хәҙер Көньяҡ Африка Республикаһы унитар дәүләт булып тора. Илдең территорияһы 9 провинцияға бүленгән (үҙенең административ үҙәктәре менән):
1994 йылға тиклем КАР федерация була һәм 4 провинцияға бүленә: Капский, Натал, Ҡыҙғылт һары ирекле дәүләт һәм Трансвалгә. Бындай бүленеш Көньяҡ-Африка Республикаһының колониаль үткәнен сағылдыра. Беренсеһе өс өлөшкә, һуңғыһы дүрт өлөшкә бүленә, өҫтәүенә төньяҡта территория өлөшө Көнсығыш-Капскийҙан Төньяҡ Капскийға күсә (элекке Трансвааль өлөшө). Ҡалған икеһе ғәмәлдә үҙенең һыҙаттарын һаҡлай.
Бынан тыш, 1951 йылдан 1994 йылға тиклем КАР-ҙа бантустан тип аталған — айырым халыҡтар йәшәү өсөн автономиялар булған. Ҡара халыҡтың хоҡуҡтары автономияларҙан тыш күпкә сикләнә. Уларҙың дүртеһе «бойондороҡһоҙлоҡ» ала (ошоноң менән бәйле уларҙың халҡы КАР гражданлығына мәхрүм була), уны, хәйер, Көньяҡ Африка Республикаһынан тыш, бер дәүләт тә танымай:
Башҡа бантустандар (автономиялар) КАР юрисдикцияһы аҫтында була:
Претория рәсми рәүештә Көньяҡ Африка Республикаһының баш ҡалаһы тип һанала, сөнки унда илдең хөкүмәте урынлашҡан[9]. Властың башҡа тармағы ике ҡалала: парламент Кейптаунда, Юғары суд Блумфонтейнда урынлашҡан. Улар шулай уҡ баш ҡала тип иҫәпләнә. Был КАР-ҙың баштан конфедератив дәүләт булыуы менән бәйле, ошоға ярашлы, Көньяҡ-Африка Союзы ойошторолғанда (Кейптаунда баш ҡалаһы менән инглиз биләмәләре, Блумфонтейнда баш ҡалаһы менән Ҡыҙғылт һары ирекле дәүләт һәм Көньяҡ Африка Республикаһы (Трансвалдең) Преторияла баш ҡалаһы менән власть органдары уның составына ингән дәүләттәрҙең баш ҡалалары буйынса тигеҙ бүленә.
Ҡайһы берҙә Претория Тшване тип үҙгәртелә тип раҫлана. Был дөрөҫ түгел: Тшване — ҡала муниципалитетының, провинциянан түбәнерәк кимәлдә торған административ берәмектең исеме (был осраҡта Гаутенг провинцияһы тураһында һүҙ бара). Муниципалитет Тшване составына Претория, Центурион, (элегерәк Фервурдбург), Сошангуве ҡалалары һәм бер нисә ваҡ өлкәләр инә.
Халыҡ һаны буйынса Көньяҡ Африка Республикаһы донъяла 26-сы урында тора: илдә 51,8 млн кеше йәшәй (2010 йылдың июленә ҡарата). Аҡ тәнлеләр һаны илдә уларҙың Төньяҡ Америкаға, Европаға, Австралияға һәм Яңы Зеландияға эмиграцияһы иҫәбенә яйлап кәмей — 1985—2005 йылдарҙа КАР-ҙан 0,9 млн аҡ тәнле, башлыса 40 йәшкә тиклем һәм уларҙың балалары китә. КАР-ҙың ҡара тәнле халҡы өлөшө Африканың башҡа илдәре иммигранттары иҫәбенә арта.
Һуңғы ике ун йыллыҡ дауамында илд халыҡ һаны ВИЧ менән бик күп зарарланыу һәм шулай уҡ аҡ тәнлеләр һанының кәмеүе арҡаһында бөтөнләй тиерлек үҙгәрмәй (ҙур булмаған артым). Үҙәк проблемаларҙың береһе — ВИЧ-тың күпләп таралыуы, уның буйынса КАР донъяла беренсе урында тора (2003 һәм 2007 йылдарҙа баҫылып сыҡҡан БМО мәғлүмәттәре буйынса) шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Африка Республикаһы зараланыу кимәле буйынса дүртенсе урында була (Эсватини, Ботсвана һәм Лесотонан һуң). ВИЧ менән бөтәһе 5,7 млн кеше зарарланған, был илдең өлкән халҡының 11,7 % тәшкил итә (2007 йылда). СПИД арҡаһында Көньяҡ Африка Республикаһында үлем оҙаҡ ваҡыт тыуымдан артып китә (2010 йылда уртаса бер ҡатын-ҡыҙға 2,33 булғанда халыҡтың кәмеүе − 0,05 % тәшкил итә).
Уртаса ғүмер оғонлоғо: 50 йәш ир-аттар өсөн, 48 йәш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
Этнораса составы (2019 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса[10]):
1911 йылда КАР-ҙа беренсе иҫәп алыу аҡ тәнлеләрҙең шул мәлдә 22 % тәшкил итеүен күрһәтә, ә 1980 йылға уларҙың күрһәткее 18 % тиклем кәмей.
15 йәштән һәм өлкәнерәктәр араһында халыҡ грамоталылығы (2003 йылға ҡарата баһа):
Илдә халыҡтың дини составы ярайһы уҡ төрлө, илдә абсолют дини күпселек юҡ, төрлө дин һәм ҡараш яҡлылар йәшәй.
Халыҡтың уртаса кереме донъялағы уртаса керемдең түбән өлөшө сигенә яҡынлаша. Әммә тулайым алғанда, йәмғиәттең иҡтисади хәле бик тотороҡһоҙ. Оҙаҡ ваҡыт бында хөкөм һөргән апартеид һәм унан алдға колониализм йәмғиәттең социаль-милек урынлашыуында сағылыш таба. 15 % яҡын халыҡ иң яҡшы шарттарҙа йәшәй, шул уҡ ваҡытта 50 % (башлыса, ҡара тәнлеләр) сағыштырмаса ярлы йәшәй. Электр һәм һыу менән тәьмин итеү барыһында ла юҡ, ә насар санитар шарттары күп кенә ауылдарҙа төрлө ауырыуҙарҙың таралыуына булышлыҡ итә. Шундай киҫкен контрастар социаль хәлдең көсөргәнешле булыуына килтерә. КАР-ҙа енәйәтселек юғары кимәлдә. Нигеҙҙә, ул ярлы райондарҙа була. Илдә уртаса ғүмер оҙонлоғо — барлығы тик 49 йәш (2012 йылда), әммә ул 2000 йылдан артҡан, ул саҡта 43 йәш ине.
Көньяҡ Африка Республикаһында эшһеҙлек 40 % тәшкил итә. Эшләүселәрҙең өстән бер өлөшө көнөнә 2 долларҙан кәм эшләй. Белем кимәле буйынса ил 144-тән 143-се урынды биләй. Енәйәтселек кимәле — донъяла иң юғары. Үлтереүҙәр һаны 100 мең халыҡҡа йылына 30 артығыраҡ[11][12].
Көньяҡ Африка Республикаһы — Африка континентында иң үҫешкән республика. ЭТП 2015 йылға Донъя валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса 313 млрд доллар тәшкил итә (донъяла 33-се урында) һәм Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса 350 млрд доллар (донъяла 32-се урында). ЭТП артымы 5 % кимәлендә, 2008 йылда — 3 %. Ил, үҙенең баҙары әүҙем киңәйһә лә донъяла иң үҫешкәндәр иҫәбенә һаман инмәй. Һатып алыу паритеты буйынса 2015 йыл өсөн донъяла Донъя валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса 30-сы урында (724 млрд долл.), Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса — 29-сы урында (704 млрд долл.). Тәбиғәт ресурстарының бай запастарына эйә. Телекоммуникациялар, электроэнергетика, финансо өлкәһе киң үҫешкән. 2019 йылдың 1 кварталына ҡарата бөтә Африка илдәре араһында Көньяҡ Африка Республикаһында уртаса хеҙмәт хаҡы 20855 (€1324) тәшкил итә, Тайвань кимәлендә NT$ 47868, €1368). Көньяҡ Африка Республикаһында минималь хеҙмәт хаҡы күләме юҡ. 2018 йылдың ноябрендә КАР Президенты минималь хеҙмәт хаҡы күләме тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ул сәғәтенә $ 1.46 тәшкил итә һәм айына $256.86 тәшкил итә. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ставка сәғәтенә $1.32, ә йорт эшселәре өсөн сәғәте өсөн $1.10 тәшкил итә[13][14][15][16][17][18][19][20]
Валюта: Көньяҡ Африка рэнды, 100 центҡа тиң. 1, 2, 5, 10, 20, 50 цент, 1, 2, 5 ранд тәңкәләр, 10, 20, 50, 100 и 200 рандлы банкноталар йөрөй.
Төп импорт тауарҙары: нефть, аҙыҡ-түлек, химия тауарҙары; экспорт: алмаз, алтын, платина, машиналар, автомобилдәр, йыһаздар. Импорт (91 млрд доллар 2008 йылда) экспортты арта (86 млрд доллар 2008 йылда).
ҠХР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырғандан һуң (1998 йылдың 1 ғинуары), Ҡытай менән тауар әйләнеше 1998 йылда 3 млрд долларҙан алып 2012 йылда 60 млрд долларға тиклем арта[21].
Forbes журналының бизнес алып барыу уңайлылығы буйынса илдәр рейтингында 39-сы урында тора.
Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океаны илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә.
Көньяҡ Африка Республикаһының 54,9 миллион халҡынан тик 18 (аныҡ түгел) млн кеше генә эшкә һәләтле. Эшһеҙҙәр — 23 % (2008 йылға ҡарата).
Эшләүсе 65 % халыҡ хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә, 26 % — сәнәғәттә, 9 % — ауыл хужалығында шөғөлләнә (2008 йылда).
Үҙенең үҫеше менән Көньяҡ Африка Республикаһы тәбиғәт ресурстарының бай булыуына бурыслы. Экспорттың 52 % тирәһе тау-мәғдән сығарыу сәнәғәте продукцияһына тура килә. Марганец, платина төркөмө металдары, алтын, хромит, вольфрам, алюминоглюкаттар, ванадий һәм цирконий күп сығарыла. Күмер табыу киң үҫешкән — күмерҙе электр етештереү өсөн ҡулланыу буйынса КАР донъяла 3-сө урында тора (нефть булмағанлыҡтан бөтә электр энергияһын эшләп сығарыу өсөн күмер ҡулланыу буйынса Көньяҡ Африка Республикаһы донъяла өсөнсө урында тора, КАР-ҙың бөтә электр энергияһын эшләп сығарыу 80 % яҡыны күмер яндырыуға нигеҙләнә). Бынан тыш, ил территорияһында алмаз, асбест, никель, ҡурғаш, уран һәм башҡа мөһим файҙалы ҡаҙылмалар тупланған.
Ил территорияһының күп өлөшөндә ҡоро климат булғанлыҡтан, майҙанының тик 15 % ауыл хужалығын алып барыу өсөн ҡулайлы. Әммә, Африканың башҡа күп илдәренән айырмалы рәүештә, был 15 % ер ҙә аҡыл менән эш ителә — тупраҡты һаҡлау һәм ауыл хужалығын эффектив алып барыу маҡсатында Көньяҡ Африка Республикаһының һәм башҡа илдәрҙең алдынғы агротехник ҡаҙаныштары ҡулланыла. Был ғәжәйеп һөҙөмтәләргә килтерә: КАР эске аҙыҡ-түлек ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә һәм ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүсе алдынғы (ә ҡайһы бер параметрҙар буйынса төп) илдәрҙең береһе булып тора — ил 140 төргә яҡын емеш-еләк экспортлай.
КАР-ҙа шарап эшләүҙең өс зонаһын билдәләйҙәр, Төньяҡ-Көнбайыш (Төньяҡ кейп — морон) һәм Көнсығыш яры буйы (Квазулу-Натал) шараптарҙың иң яҡшы сығанаҡтары булып тормай, сөнки унда климат бик эҫе һәм ҡоро. Ә бына КАР-ҙың Көньяҡ-Көнбайышы (Көнбайыш кейп) шарап эшләү өсөн иң яҡшы климат.
Ит-һөт етештереү Фри-Стейт провинцияһының төньяғында һәм көнсығышында, Хотенг провинцияһының эске райондарында һәм Мпумаланг провинцияһының көньяҡ өлөшөндә тупалнған. Төньяҡ һәм Көньяҡ Кейпта ит йүнәлешле тоҡомдар таралған. Төньяҡ һәм Көнсығыш Кейптың, Иркеле Дәүләттең һәм Мпумалангтың ҡоролоҡло территорияларына һарыҡ үрсетеү райондары тура килә. Донъя баҙарына ҡаракүл һарыҡтары тоҡомоноң тиреләре килтерелә.
Күп һанда кәзәләр үрсетелә, башлыса — 75 % — ангор кәзәләре, уның йөнө Көнбайышта юғары баһалана (мохерҙың бөтә донъя етештереүене 50 % КАР-ға тура килә). Икенсе иң таралған тоҡом — бура кәзәһе, уны ит өсөн үрсетәләр. Кәзә йөнө алыу буйынса (йылына 92 мең тонна) Көньяҡ Африка Республикаһы донъяла 4-се урында тора.
Эре мөгөҙлө мал һәм һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ һәм сусҡа үрстееү кеүек тармаҡтар интенсив характерҙа һәм — Претория, Йоханнесбург, Дурбан, Питермарицбург, Кейптаун һәм Порт-Элизабет эре ҡалалары янында таралған.
Һуңғы йылдарҙа — башлыса Фри-Стейт провинцияһында — страус үрсетеү тармағы әүҙем үҫешә. Яйлап КАР-ҙан быш ҡоштоң ите, тиреһе, ҡауырһындарының экспорты арта.
Балыҡ тотоу буйынса (йылына 1 млн тонна) КАР Африкала төп урынды алып тора. Төп промысла объекттары — сардина, сельдь, хек, анчоус, диңгеҙ алабуғаһы, скумбрия, тәрәс балығы, һөмбаш, макрель, монкфиш. Бынан тыш, диңгеҙ ҡыҫалаһыдо, омар, тунец, лангуста, устрица, һигеҙаяҡ, акула, йөҙгөстәре Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ҙур ихтыяж менән фаҙаланған уның йөҙгөстәре, шулай уҡ тюлень. Балыҡ тотоу, нигезҙҙә, Бенгаль океаны ағымы менән йыуыла торған Көньяк Африканың Көнбайыш яры буйында, 200 диңгеҙ миль киңлегендә промысла зонаһында башҡарыла. Тотолған балыҡтың 40 %-ҡа яҡыны Эландс, Лампопо һәм башка йылғаларҙа, шулай уҡ яһалма һыу ятҡылыҡтарында үрсетеү юлы менән табыла торған сөсө һыу балыҡтарына тура килә[22].
Төп зона — Квазулу-Наталь провинцияһының көньяҡ өлөшө. Тәбиғи урмандар 180 мең га, йәғни ил территорияһының 0,14 % биләй. Эшкә яраҡлы ағастың ҙур өлөшө Көньяк Африка Республикаһы территорияһының 1 % ғына тәшкил иткән ултыртылған ағастарҙан килә. Ултыртылған урман «плантацияларының» яҡынса яртыһы ҡарағай, 40 % — эвкалипт һәм 10 % — мимоза. Шулай уҡ һары һәм ҡара ағас, лавр, Выращиваются также жёлтое и чёрное дерево, капский лавр, ассегаи һәм камасси үҫтерелә. Тауар кондицияһы 80 йылдан алып 100 йәшкә еткән Төньяҡ ярымшарҙа үҫкән ағастарҙан айырмалы рәүештә, ағастың тауарлылығы уртаса 20 йыл эсендә өлгөрә. Баҙарға ҡуйылған йыллыҡ ағас күләме 17 млн м³ тәшкил итә. Көньяҡ Африка Республикаһында 240-ҙән ашыу ағас эшкәртеү һәм урман сәнәғәте предприятиелары эшләй.
Ауыл хужалығы өлөшөнә барлыҡ экспорттың 35-40 % тура килә, был Көньяҡ Африка Республикаһын ЭТП-ның 5 % тәшкил итә.
2010 йылда илгә 8,1 млн турист килгән, ә туризм тармағы 8,7 млрд долла килем килтергән[23].
КАР-ҙың тышҡы сауҙаһы көслө диверсифицирланған — бер генә ил дә 2010 йылға ҡарата экспорттың да, Африка дәүләтенең импортының да 15%-тан артығын контролдә тотмай.
Экспорт буйынса төп партнерҙары (2010 йыл): ҠХР (11,3 %), АҠШ (10,1 %), Япония (8,9 %), Германия (8,2 %), Бөйөк Британия (5,1 %), Һиндостан (4,3 %), Нидерланд (3,3 %), Швейцария (3,2 %), Зимбабве (2,9 %), Мозамбик (2,7 %)[24].
Импорт буйынса төп партнерҙары (2010 йыл): ҠХР (14,4 %), Германия (11,4 %), АҠШ (7,2 %), Япония (5,3 %), Сәғүд Ғәрәбстаны (4,1 %), Иран (3,9 %), Бөйөк Британия (3,8 %), Һиндостан (3,6 %), Франция (3,0 %), Нигерия (2,7 %)[24].
Дәүләттең иҡтисади сәйәсәте иҡтисадты тотороҡлауға йүнәлтелгән. направлена на стабилизацию экономики. The Heritage Foundation статистикаһына ярашлы республика донъяла иҡтисад азатлығы буйынса 57-се позицияла тора. Көньяҡ Африка Республикаһында сағыштырмаса юғары һалым билдәләнгән (килем кимәленә бәйле 40 %)[25].
Көньяҡ Африка Республикаһы мәҙәниәте традицияларының төрлөлөгө менән айырылып тора. Беренсе сиратта, был традицион һәм хәҙерге мәҙәниәттең аралашыуы.
Уға банту, бушмен һәм готтентот кеүек ерле халыҡтар үҙ өлөшөн индерә. Протея сәскәһе — Көньяҡ Африка Республикаһының милли символы.
Колониаль осорҙа Көньяҡ Африка рәссамдары, улар араһында иң билдәлеһе Томас Бейнс, үҙ бурысын яңы донъяның ысынбарлығын Европа мәҙәниәте контексында ошо уҡ мәғлүмәтте кире метрополияға тапшырыу маҡсатында теүәл тапшырыуҙа күрә[26]. XIX быуат аҙағында рәссамдар, беренсе сиратта, Ян Волсхенк, Гуго Науде һәм скульптор Антон ван Воу барлыҡҡа килә, уларҙың маҡсаты Көнтяҡ- Африка традицияларына таянусы яңы сәнғәт ойоштороу була. 1920 йылдарҙа Якоб-Хендрик Пирнеф Көньяҡ Африка сәнғәтенә модернизм индерә.
1930 йылдарҙа ҡара тәнле рәссамдар беренсе планға сыға башлай. 1947 йылдан Францияла йәшәгән Джерард Секото һәм Джордж Пемба кара ҡала сәнғәте жанрын булдырыусыларҙың береһе булып һанала.
Көньяҡ Африка Республикаһының үҫеп килеүсе музыка рэп-мәҙәниәтенең сағыу вәкиле- үзенең музыка стилен зэф тип атаусы Die Antwoord төркөмө тора.
Илдә популяр спорт төрө регби, футбол һәм крикет тора. Регби буйынса ил йыйылма командаһы донъяла иң көслө команда була, өс тапҡыр донъя чемпионатында еңеү яулай (1995, 2007, 2019 годы)[27], донъя рейтингын бер нисә тапҡыр етәкләй. Күп кенә КАР регбиылары халыҡ-ара дан залына ингән. Башҡа үҫешкән спорт төрҙәре араһында — йөҙөү, еңел атлетика, гольф, бокс, теннис, нетбол, шулай уҡ спорттың милли төрө — рингбол.
1995 йылда КАР регби буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә, финалда Яңы Зеландияны еңеп, был чемпионатта еңеү яулай[27].
2010 йылңда КАР футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. КАР донъя чемпионаттарында барлығы өс тапҡыр еңеү яулай (1998, 2002 и 2010), төркөмдән бер тапҡыр ҙа сыҡмай — 2 еңеү, 4 тапҡыр бер кемдең дә еңеүе булмай һәм 9 уйында 3 еңелеү. 1996 йылда КАР Африка милләттәренең Кубогын ҡабул итә, һәм йыйылма, тарихта турнирҙың финалында беренсе тапҡыр сығыш яһап, еңеү яулай. 1998 йылда КАР футболсылары Африка милләттәре кубогында икенсе урын ала. XXI быуатта Көньяҡ Африка Республикаһы футболсылары әлегә бер тапҡыр ҙа ярым финалға етмәй. Көньяҡ Африка Республикаһынан иң билдәле футболсылары араһында — Доктор Кумало, Арон Мокоэна, Бенни Маккарти, Шон Бартлетт, Лукас Радебе.
Олимпия уйындарында Көньяҡ Африка вәкилдәре 80-дән ашыу награда, шул иҫәптән 25 алтын яулай. Иң күп приздар еңел атлетика буйынса, йөҙөүҙә һәм бокста яулана. 1962 йылдан алып 1990 йылдарға тиклем КАР апартеид сәйәсәтен хөкөм иткән БМО-ның генераль ассмаблеяһы резолюцияһынан һуң[28] Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан олимпя хәрәкәтенән сығарыла, илдең спортсылары Уйындарҙа ҡатнаша алмай. КАР спортсылары был осорҙа ла башҡа халыҡ-ара ярыштарға индерелмәне. Тарихта иң көслө уйынсы булып һаналған гольфсы Гари Плейер 2004 йылда тарихта 100 бөйөк Көньяҡ Африка кешеһен һайлау буйынса тауыш биреүҙә 8-сы урынды ала, был исемлеккә шулай уҡ уйынсылар, йөҙөүселәр, футболсылар, регбисылар һәм башҡа спортсылар ингән ине.
Көньяҡ Африка Республикаһында йыш ҡына Көньяҡ Африка Гран-прийы үткәрелә: 1934—1939 йылдар осоронда һуғышҡа тиклемге донъя уҙышсылары ҡатнашлығында, ә 1962 йылдан 1993 йылға тиклем инде Формула-1 донъя чемпионаты сиктәрендә. Донъя кимәлендәге уҙыштар Ист-Лондон һәм Кьялами трассаларында уҙа. Көньяҡ Африка кешеһе Джоди Шектер 1979 йылда «Феррари» командаһы өсөн сығыш яһап, Формула-1 беренсе һәм берҙән-бер чемпионы була. Ә уның ватандашы Дезире Уилсон «Уильямс» руле артында 1980 йылда тарихта Формула-1 үҙыштарында еңгән беренсе һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була. Дөрөҫ, Брэндс-Хэтч трассаһында уҙған этап, Британия Формула-1 чемпионаты сиктәрендә уҙа.
Илдә йыл һайын күп көнлөк веосипедта уҙышыу үтә[29], ул бөтә донъянан төп спортсыларҙы йыя.
Шайба менән хоккей буйынса КАР йыйылмаһы икенсе һәм өсөнсө дивизион турнирҙарында ҡатнаша.
Йыл һайын, 1921 йылдан башлап, илдә сверхмарафон The Comrades үтә. 90 км оҙонлоҡтағы трасса, Квазулу-Натал провинцияһы территорияһы буйлап үтә. The Comrades иң боронғо һәм донъяла иң массалы еңел атлетика йүгереше булып тора. The Comrades дистанцияһын 2009 йылда 10 меңдән артыҡ Көньяҡ Африка һәм сит ил спортсылары уңышлы үтә. Ярыштар профессионалдар өсөн дә, ябайи йүгереүҙе яратыусылар өсөн дә асыҡ. 2000 йылда Рәсәй йүгеректәре өсөн триумфаль була. Маҡтау пьедесталына Татьяна Жиркова, Леонид Швецов, Олег Харитонов, Елена һәм Олеся Нургалиевалар, Марина Мышлянова кеүек спортсылар күтәрелде.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.