Remove ads

Әһле әс-сүффа (ғәр. أهل الصفة؛ أصحاب الصفة, рус. Ахль Ас-суффа или асхаб Ас-суффа) — урындыҡ кешеләре йәки лапаҫ кешеләре)- Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ярлы көрәштәштәре. Уларҙың Мәҙинәлә һыйыныр урыны булмай һәм Пәйғәмбәр мәсетенең лапаҫында йәшәйҙәр. Әһле әс-сүффа араһынан йәмғеһе 93 кешенең исеме билдәле, шул уҡ ваҡытта мәсеттә бер юлы 30-ҙан артыҡ кеше йәшәмәй. «Лапаҫ кешеләре» араһында Мөхәммәтте (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) күреү маҡсаты менән Мәҙинәгә килгән юлсылар ҙа була.

Пәйғәмбәр Мәсете, 1908 йыл
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Remove ads

Тарихы

Мөхәммәт пәйғәмбәр, (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) иғәнәләрҙең бер өлөшөн биреп һәм уларға дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса түләп, «лапаҫ кешеләре» хаҡында хәстәрлек күргән. Өҙлөкһөҙ доға һәм ураҙа тотоуҙан тыш, әс-сүффа әһелдәре уҡыу-яҙыуҙан тыш хәҙистәрҙе лә ныҡлап өйрәнә. Уларҙың уҡытыусылары араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ибн Мәсуд, Әбү ад-Дәрдә, Ғөбәй ибн Ҡаб, Муаз ибн Жәбәл һәм Убада ибн әс-Сәмит кеүек күренекле көрәштәштәре була. Мосолмандар фекеренсә, әс-сүффа әһелдәре тәүге мосолман уҡыу йортона (мәҙрәсә) нигеҙ һалған.[1].

«Лапаҫ кешеләре» араһында хәҙистәрҙең билдәле тапшырыусылары бар (Әбү Һөрәйрә, Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр һәм Әбү Сәйет әл-Худри), беренсе мәзиндәр (Биләл һәм Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм) һәм Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) башҡа көрәштәштәре була[1].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Remove ads

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads