From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғабдуллаһ бин Ҡайс Әл-Ҡорайши, бин Өммө Мәктүм булараҡ билдәле (ғәр. عبد الله بن أم مكتوم, рус. Абдуллах ибн Умм Мактум; VI быуат, Мәккә — 636, Ҡадисия) — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәше, ҡатыны Хәҙисә бинт Хүвәйлидтең ике туған ҡәрҙәше, ислам тарихындағы икенсе мәзин.
Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм | |
ғәр. عبد الله بن أم مكتوم | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Хаҡ хәлифәт |
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Тыуған урыны | Мәккә, Хаҡ хәлифәт[1] |
Вафат булған көнө | 636 |
Һөнәр төрө | Мәзин, знаменосец |
Эшмәкәрлек төрө | Дәғүәт |
Сәләмәтлек торошо | Һуҡырлыҡ[1] |
Һуғыш/алыш | битва при Кадисии[d] |
Мәккәлә тыуған, сығышы менән ҡорайыш ырыуынан. Тыумыштан һуҡыр булған. Атаһының исеме Ҡайс бин Зәйед, ә әсәһе — Әтикә бинт Ғабдуллаһ, һуңынан уны Өммө Мәктүм (һуҡырҙың әсәһе) тип атай башлайҙар [2].
Мөхәммәт пәйғәмбәр миссияһы башланғандан һуң, ул тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итә. Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм исеме Мөхәммәт пәйғәмбәргә «Ғәбәсә» сүрәһенә аяттар ебәреү менән бәйле. Бер ваҡыт пәйғәмбәр Мәккә аҡһөйәктәренә ислам принциптарын аңлатырға тырышҡан мәлдә Ғаббдуллаһ Ҡөрьән аяттарын уҡыуҙы һорап килә[3]. Пәйғәмбәр бының менән ҡәнәғәт булмауын белдерә, шунан һуң аяттар иңә: «Ул ҡашын йыйырҙы ла арты менән боролдо, сөнки уға һуҡыр (кеше) килгәйне. Ҡайҙан беләһең? Бәлки, ул таҙарыныр йәки өгөт-нәсихәтте иҫләр, һәм иҫләү уға файҙа килтерер ине. Бер нигә лә мохтаж түгелдәргә иғтибар бирәһең, Һиңә ни булыр, әгәр ул таҙарынмаһа? Аллаһтан ҡурҡып, һиңә теләк менән килгән кешеләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдыраһың»[4].
Ислам дине тотҡан өсөн эҙәрлекләүҙәргә дусар була, шуға күрә башҡа мосолмандар менән бергә Мәҙинәгә Һижрәт ҡылырға тура килә [3].
Ғабдуллаһ Ҡөрьәнде яҡшы белеүселәрҙең береһе була. Мусаб бин Үмәйр менән бергә мәҙинәләр араһында вәғәз һөйләй[3]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ғабдуллаһ менән Биләлде мәзиндәр итеп тәғәйенләй. Йыш ҡына Биләл аҙан ҡысҡыра, ә Ғабдуллаһ — ҡәмәт төшөрә. Рамаҙан айында уларҙың береһе Мәҙинә мосолмандарын сәхәргә саҡырған, ә икенсеһе ураҙа тота башларға саҡырған[5].
Һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан, ул мосолмандарҙың төп алыштарында ҡатнаша, яугирҙарға хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә һәм байраҡсы була[3]. Риүәйәт буйынса Ғабдуллаһҡа ҡарата Ән-Ниса сүрәһенең (Ҡатын-ҡыҙҙар) 95-се аятына аныҡлыҡ индерелә : «Иман килтергән кешеләрҙән — зәғифтәрҙән башҡа — ҡул ҡаушырып ултырыусылар һәм Аллаһ юлында үҙ малдары һәм йәндәре менән тырышыусылар берҙәй булмаҫ»[6][5].
636 йылда Ҡадиссия янындағы алышта байраҡ йөрөтөүсе сифатында ҡатнаша, бында мосолман армияһы фарсыларҙы ҡыйрата. Алыш ваҡытында бик күп мосолмандар һәләк була, улар араһында Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм дә була[7]..
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.