Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шәмсетдин Әбү Ғабдуллаһ Мөхәммәт ибн Әхмәт әт-Төркмәни, күберәк әҙ-Ҙәһәби тип беләләр (1274, Кәфр-Бәтна, хәҙерге. Сүриә — 4 февраль 1348, Дамаск) — билдәле мосолман ғалимы — фаҡиһ, хәҙис белгесе, тарихсы, биограф, хафиз.
Әҙ-Ҙәһәби | |
ғәр. مُحمَّد بن أحمد بن عُثمان بن قايماز الذهبي | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Ҡушамат | شمس الدين һәм أبو عبد الله |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1274[2][3] |
Тыуған урыны | Кафр-Батна[d], Кафр-Батна[d], Марказ Риф Дамаск[d], Дамаск[d], Сүриә |
Вафат булған көнө | 4 февраль 1348[4] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Дамаск, Мәмлүк солтанлығы[d], Мысыр[2] |
Туған тел | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | Мөхәддис, тарихсы |
Эшмәкәрлек төрө | ислам дин ғилеме, Хәҙис ғилеме һәм тарих |
Эш урыны | медресе ас-Салихийя[d] |
Уҡыусылар | Таджуддин ас-Субки[d], Ибн Кәсир[d], Шамс ад-дин ибн аль-Мавсили[d], Ас-Сафади[d] һәм Джамал ад-Дин аз-Зайлаи[d] |
Кемдә уҡыған | Ибн Дакик аль-Ид[d], аль-Миззи[d], Алям ад-дин аль-Бирзали[d], Ибн Тәймиә, Абу Бакр ибн Абд аль-Хакам[d], Ибн аль-Харрат ад-Давалиби[d], Абдул-Мумин ад-Димьяти[d], Ибн Саййид ан-Нас[d] һәм Такиюддин ас-Субки[d] |
Префикс титула | аль-Имам[d] |
Сәләмәтлек торошо | Һуҡырлыҡ |
Әҙ-Ҙәһәби Викимилектә |
Атаһы әҙ-Ҙәһәби, Әхмәт ибн Усман әт-Төркмәни (1243—1297) тәҡүә кеше һәм оҫта зәркәр (ювелир) булған: әҙ-Ҙәһәби ҡушаматы ла «алтын» тигәндән килеп сыҡҡан. Әҙ-Ҙәһәби рабиғел ахыр айының 3-өндә Һижрә буйынса 673 йыл (1274) Дамаск янындағы Кәфр-Бәтнә (ғәр. كفربطنا) ауылында тыуған[5] .
Әҙ-Ҙәһәби мосолман фәндәренә иртә йәштән инеп китә. Ун йәшендә «Сәхих Мөслим» йыйынтығын өйрәнә башлай. 18 йәшендә Әҙ-Ҙәһәби шәриғәт дисциплиналарын өйрәнеүгә етди тотона. Тәүҙә атаһы, берҙән-бер бала булғанлыҡтан, уға башҡа ҡалаларға сәйәхәт итергә рөхсәт итмәй, әммә ахырҙа йомшара һәм өйөнән дүрт йылға ғына китергә рөхсәт итә. Әҙ-Ҙәһәби төрлө ҡалаларҙа бик күп шәйехтәрҙә булып сыға, (1295) Ҡаһирә һәм Искәндәриәгә бара, 1297 йылда хаж ҡыла һәм мосолмандар өсөн изге урындарҙы барып күрә[5].
Әҙ-Ҙәһәби олоғая бара әкренләп күреү һәләте кәмей башлай, уның шәкерте әл-Хөсәйни һүҙҙәре буйынса, 1340-ҙә, үлеренә ете йыл ҡалғас, бөтөнләй һуҡырая. Әммә ҡайһы бер тикшеренеүселәр, Әҙ-Ҙәһәби һуңыраҡ, 1343-тә һуҡырайған тип иҫәпләй.
Әҙ-Ҙәһәби Һижрә буйынса 748 йылда (1348 йыл) Зөлҡәғиҙә айының өсөнсө дүшәмбеһендә Дамаскыла вафат була һәм әл-Баб әс-Сәғир зыяратында ерләнә. Йыназа намаҙы Өмәүиҙәр мәсетендә [6]уҡыла.
Әҙ-Ҙәһәби хәҙистәр, тарих фәндәре темаһына, мөхәддистәр тураһындағы йөҙгә яҡын китап һәм тикшеренеүҙәр авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.