Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәҙис ғилеме (ғәр. علم الحديث — ғилм әл-хәди́с) — мосолман ғалимдары тарафынан ҡулланылған бер нисә дини дисциплина, уларҙың маҡсаты — хәҙистәрҙең һәм уларҙың тапшырыусыларҙың (руват) ышаныслылыҡ дәрәжәһен асыҡлау[1].
Хәҙис ғилеме | |
Өйрәнеү объекты | Хәҙистәр |
---|---|
Яуаплы | WikiProject Hadith[d] |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Хәҙистәр тураһындағы фәндең мөһим өлөшө булып хәҙис терминологияһы (мөстәләх әл-хәдис) тора, ул хәҙистәрҙең дөрөҫлөгөн билдәләү (сәхих, хәсән, ҙәғиф (зәғиф)һәм улар тураһында фекер йөрөтөү шарттары менән шөғөлләнә. Хәҙистәрҙе тапшырыусыларҙың ышаныслылығын асыҡлау менән шөғөлләнгән дисциплина — ғилм әр-рижәл — Рижәл ғилеме («уҡымышлы ирҙәр тураһындағы фән») тип атала.
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙистәрен йыйған, уларҙы тапшырыусылар сылбырының дөрөҫлөгөн тикшергән һәм теге йәки был хәбәрҙең уларға нисек килеп етеүен асыҡлаған ғалимдар мөхәддис тип атала.
Мөхәддистәр хәҙистәр текстарын йыйыу һәм тапшырыусылар сылбырын тикшереү менән шөғөлләнә — ялғансылар, бидғәт, дөрөҫлөккә тап килмәү һ. б. булыу/булмауына ҡарап, риүәйәттәрҙең дөрөҫлөгө тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлеген билдәләй[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.