Үҫемлектәр (lat.Plantae, Vegetabilia) — биологик батшалыҡ, күп күҙәнәкле организмдарҙың төп төркөмө. Уға 350 меңдән артыҡ организм, шул иҫәптән ылымыҡтар, мүктәр, ҡаҙаяҡтар, ҡырҡбыуындар, көкөрт үләндәре (плаун), яланғас һәм ябыҡ орлоҡло сәскәле үҫемлектәр инә. Үҫемлектәрҙе ботаника фәне өйрәнә.
Үҫемлектәр | ||||||
Фәнни классификация | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||
Plantae | ||||||
Бүлендек таксондар | ||||||
| ||||||
|
Дөйөм билдәләре
- Үҫемлек күҙәнәктәренең тығыҙ целлюлоза тышсаһы бар.
- Күҙәнәктә йәшел хлорофилл булған хлоропласт пластиды бар, шуға күрә фотосинтез процессы мөмкин (ҡояш яҡтылығында органик булмаған матдәнән энергия алыу). Хлоропласт булғанға күпселек үҫемлектәрҙең төҫө йәшел була.
- Күпселек осраҡта беркетелгән йәшәү рәүеше алып баралар.
- Күҙәнәктәрҙә запас матдәләр крахмал рәүешендә туплана.
- Ғүмер буйы үҫәләр.
- Йәшәү рәүеше фитогормондар ярҙамында көйләнә.
Тарихы
Нимә ул үҫемлек тигән һорауға бер төрлө генә яуап юҡ. Беренсе булып был һорауға боронғо грек философы Аристотель яуап табырға тырыша, ул үҫемлектәрҙе йәнһеҙ предметтар менән хайуандар араһына ҡуя. Ул үҫемлектәрҙе үҙ аллы хәрәкәт итә алмай торған тере организмдар тип билдәләгән (хайуандарҙан айырмалы булараҡ)[1]. Һуңғараҡ был төшөнсәгә бер нисек тә тура килмәгән бактериялар һәм архейҙар булыуы асыҡлана. ХХ быуат уртаһында үҫемлектәрҙеке кеүек тамыр системаһы булмаған бәшмәктәр һәм ҡайһы бер һыу үҫентеләре айырым категорияға сығарыла[2].
Органик донъяла урыны
Органик донъя эсендә Вирустар, Прокариоттар, Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар батшалыҡтарын бүлеп йөрөтәләр(төркөмләү буйынса бер аҙ айырмаһы булған икенсе төрлө ҡараштар ҙа бар). Бәшмәктәр, үҫемлектәр менән хайуандар эукариоттар булып торалар.
Үҫемлектәрҙе башҡа батшалыҡ вәкилдәренән айырып торған төп билдәләре
- Үҫемлектәргә хас пигменттарҙың:хлорофилл, каротин, каротиноидтар, антоциан һ.б булыуы
- Фотосинтез. Автотрофия.
- Пластидтар.
- Күҙәнәк стенкаһының(диуары) төҙөлөш матдәһе — целлюлоза.
- Күҙәнәк һуты тупланған эре вакуолдәре була.
- Ғүмере буйына үҫергә һәләтлеләр, йәғни сикләнмәгән үҫеү һәләтенә эйәләр.
- Төп запас матдәһе — крахмал.
- Күҙәнәктең бөтә өҫкө йөҙө аша, йәғни осмос юлы менән туҡланалар.
- Субстратҡа беркетелгәндәр(бик әҙҙәренән тыш).
- Үҫеү һәм үҫеш фитогормондар ярҙамында көйләнә.
Барлыҡҡа килеүе һәм эволюция
Архей эраһы (3800—2500 млн йыл элек)
Палеонтологик табылдыҡтырға ҡарағанда, тере йән эйәләренең батшалыҡтарға бүленеүе 3 млрд йыл элек башланған. Фотосинтезлаусы бактериялар (хәҙерге улар ҡыҙыл бактериялар, йәшел бактериялар һәм цианобактериялар уларҙың вәкилдәре). Шулай итеп, мезоархей осоронда (2800—3200 млн йыл элек цинобактериялар булған.
Протерозой эраһы (2500—570 млн йыл элек)
Эукариотик фотоавтотроф организмдарҙың (үҫемлектәрҙең) нисек барлыҡҡа килеүен аңлатҡан берҙәм теория юҡ. Симбиогенез теорияһы эукариотик фотоавтотроф организмдарҙың (үҫемлектәрҙең) барлыҡҡа килеүен гетеротроф күҙәнәктең фотофтор тибындағы туҡланыуға күсеүе менән аңлата. Фотосинтезлаусы бактериялар артабан хлоропластҡа әүерелгән. Ошо теорияға ярашлы, аэроб бактерияларҙа митохондрия барлыҡҡа килгән. Шулай итеп һыу үҫентәлере — беренсе үҫемлектәр барлыҡҡа килгән. Протерозой эраһында бер күҙәнекле һәм колониаль зәңгәрйәшел һыу үҫентеләре, ҡыҙыл һәм йәшел бактериялар барлыҡҡа килә.
Палеозой эраһы (570—230 млн йыл элек)
Силур осоро аҙағында (405—440 млн йыл элек) Ерҙә Скандинав, Тянь-Шань тауҙарын барлыҡҡа килтереүсе, күпселек диңгеҙҙәре ҡоротоусы тау барлыҡҡа килтереүсе процестар башлана. Нәтижәлә цианобактериялар ҡоро ерҙә тупраҡ субстрактын барлыҡҡа килтерә, ҡайһы бер һыу үҫентәләре ҡоро ергә тереклек итә башлай. Беренсе юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр — риниофиттар барлыҡҡа килә. Риниофиттар төҙөлөшө ҡатлам, механик, фотосинтезлаусы туҡымалар булыуы менән айырылп тора. Һыу мөхите һауа мөхитенән айырылыуы ошо һөҙөмтәләргә килтерә. Айырым алғанда;
- юғары ҡояш радияцияһынан һаҡланыу өсөн үҫемлек өҫлөгөндә балауыҙ (кутин) бүленеп сығырға тейеш, был эпидерма ҡатламы барлыҡҡа килеүҙең беренсе этабы;
- кутин ҡатламы үҫемлеккә дымды бөтә майҙаны менән (һыу үҫентеләрендәге кеүек) үҙләштерегә мөмкинлек бирә. Был ҡатламдың функцияһы үҙгәрә, организм уның ярҙамында субстактҡа (тупраҡҡа) ғына беркетелмәй, таптаҡтан һыу ала;
- ер аҫтындағы һәм ер өҫтөндәге өлөшө фотосинтез өсөн минераль матдәләрҙе бөтә организмға ташырыусы туҡыма булдырырға мәжбүр итә;
- ҡояш яҡтыһын күберәк алыу өсөн көрәш конкуренцияға килтерә. «Күршеләрҙән юғарыраҡ булыу» фотосинтез процессын активлаштыра, артыҡ углерод етештерәлә башлай, был механик туҡымала барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә;
- үрҙә телгә алынған эволюция этаптары фотосинтезлаусы күҙәнәктәрҙән тоған айырым туҡыма барлыҡҡа килтерә.
Куксония иң боронғо ҡоро ер үҫемлеге булып тора. Куксония 1937 йылда Шотландияның силур ҡомлоғонда табылан (йәше 415 млн йыл тирәһе).
Органик донъя систематикаһы
Геккель (1894) Өс батшалыҡ |
Уиттекер (1969) Биш батшалыҡ |
Вёзе (1977) алты батшалыҡ |
Вёзе (1990) Өс домен |
Кавалир-Смит (1998) Ике домен һәм ете батшалыҡ | ||
---|---|---|---|---|---|---|
Хайуандар | Хайуандар | Хайуандар | Эукариоттар | Эукариоттар | Хайуандар | |
Үҫемлектәр | Бәшмәҡтәр | Бәшмәҡтәр | Бәшмәҡтәр | |||
Үҫемлектәр | Үҫемлектәр | Үҫемлектәр | ||||
Иң ябайҙар | Иң ябайҙар | Хромистар | ||||
Протистар | Протисттар | |||||
Monera | Архейҙар | — | Архейҙар | Прокариоттар | Архейҙар | |
Эубактериялар | Эубактериялар | Эубактериялар |
Үҫемлектәр батшалығы ике ваҡ батшалыҡҡа бүленә:
1. Түбән төҙөлөшле үҫемлектәр: ылымыҡтар инә (35 мең төр тирәһе)
Төп билдәләре:бер күҙәнәкле, өйкөм(колония), күп күҙәнәкле еп, ҡатлам фиғылында(таллом); туҡыма һәм ағзаларға махсуслашмаған; үрсеүе споралар ярҙамында(енси булмаған юл) һәм гаметалар ярҙамында (енси юл); төп йәшәү урындары-һыу мөхите.
2. Юғары төҙөлөшле үҫемлектәр. Төп билдәләре: туҡыма(япҡыс, яһағыс, механик, үткәргес, төп туҡымалар) һәм вегетатив һәм репродуктив (үрсеү)ағзаларына махсуслашыу; йәшәү циклында енси һәм енси булмаған быуындары алмашына; төп йәшәү урындары-ҡоро ер мөхите.
2.1.Юғары төҙөлөшле споралылар: (мүк һымаҡтар) һәм көпшәле споралылар(көкөрт үләндәре, ҡырҡбыуындар, ҡаҙыяҡтар);
2.2. Юғары төҙөлөшле орлоҡлолар:яланғас орлоҡлолар һәм ябыҡ орлоҡлолар(сәскәле үҫемлектәр)
Бүлектәр | Башҡортса исеме |
Төрҙәр һаны | |
---|---|---|---|
Йәшел ылымыҡтар | Chlorophyta | Йәшел ылымыҡтар | 13 000 — 20 000[3] |
Charophyta | Харофиттар | 4000—6000[4] | |
Мүк һымаҡтар | Marchantiophyta | Печеночный мүктәр | 6000—8000[5] |
Anthocerotophyta | Антоцерот мүктәр | 100—200[6] | |
Мүк һымаҡтар | Мүк һымаҡтар | 10 000[7] | |
Көпшәле споралылар | Lycopodiophyta | Көкөрт үләндәре | 1200[8] |
Pteridophyta | Ҡаҙыяҡ һымаҡтар | 11 000[8] | |
Equisetophyta | Ҡырҡбыуын һымаҡтар | 15[9] | |
Орлоҡло үҫемлектәр | Cycadophyta | Саговник һымаҡтар | 160[10] |
Ginkgophyta | Гинкго һымаҡтар | 1[11] | |
Pinophyta | Ылыҫлылар | 630[8] | |
Gnetophyta | Гнет һымаҡтар | 70[8] | |
Magnoliophyta | Сәскәле үҫемлектәр | 281 821[12] |
Әһәмиәте
Ерҙәге тереклектең йәшәүе үҫемлектәрһеҙ мөмкин түгел. Барлыҡ организмдарҙан тик үҫемлектәр генә (шулай уҡ,бактерияларҙың бер аҙ өлөшө) ҡояш энергияһын органик булмаған матдәләрҙән органик матдәләр етештереүгә тотоноп, тәндәрендә энергия туплай ала. Атмосферанан CO2 йотоп һәм O2 бүлеп, Ерҙең атмосфераһын көйләй. Тереклекте һулыш өсөн кәрәк булған O2 менән тәьмин итә. Үҫемлектәр — гетеротроф организмдар, шулай уҡ кеше өсөн дә аҙыҡ сылбырының төп быуыны булып тора. Дала, туғай, урман һәм башҡа экосистемалар төҙөп, Ерҙең иҫ китмәле,ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле бер ландшафтын, бөтә батшалыҡ вәкилдәре өсөн экологик нишаларҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ төрлөлөген хасил итә. Уларҙың туранан-тура эшмәкәрлеге менән генә тупраҡ яһала.
Аҙыҡ сәнәғәте
Үҫемлектәрҙе культуралаштырыу
Кеше тарафынан 100 ботаник ырыуға ҡараған 2000 төр тирәһе үҫемлек культуралаштырылған. Күпселеге Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә тура килә. Хәҙерге ваҡытта был Ираҡ, Иран, Иордания, Израиль һәм Фәләстан Дәүләте биләмәләренә тура килә. Боронғо игенселәр вегетатив юл менән үрсетеү(клонлаштырыу)һәм туған-ара ҡауыштырыу (инбридинга) ысулын яҡшы белгәндәр. Мәҫәлән, картуф һәм емеш ағастары клонлаштырыуға миҫал булып торалар. Аҙыҡ аша алынған туҡлыҡлы матдәләр углеводҡа һәм аҡһымға бай (бойҙай, арпа)уҫемлектәргә тура килә. Шулай ҙа, был үҫемлектәрҙә аминокислоталары төрө тулы түгел(лизин, метионин). Был ҡыяҡлыларға өҫтәмә итеп, боронғо игенселәр ҡуҙаҡлы үҫемлектәр ҙә үҫтергәндәр — борсаҡ, яҫмыҡ, кәрешкә. Арыш барынан да аҙағыраҡ культуралаштырылған. Үҙ-үҙенән һеркәләнеүсе етен орлоҡтарында майҙың микдары бик юғары булыуы аҙыҡ аша алына торған туҡлыҡлы матдәләрҙе тулыландырып та ҡуйған(май, аҡһым, углевод).
Был үҫемлектәр ҡулға эйәләштереү үҙәктәренән тарала барып, бөтә донъяға халҡы өсөн аҙыҡ сығанағына әйләнгәндәр. Күп үҫемлектәр Көньяҡ-Көнсығыш Азияла(үҙ-үҙенән һеркәләнесе мамыҡ, дөгө,сорго, арахис) культураға индерелгәндәр.
Хәҙерге ваҡытта таралған үҫемлек культуралары
Иң беренсе урында икмәк культуралары (бойҙай, дөгө,кукуруз, тары, сорго, арпа, арыш,һоло)һәм төрлө ярма культуралары тора. Уртаса климат шарттарында -картуф, көньяҡ өлкәләрҙә — батат, ямс, ока, таро һәм башҡалар киң таралыу алған.др. Күпләп аҡһымдарға бай ҡуҙаҡлы (фасоль, борсаҡ, нут, кәрешкә һ.б.), шәкәр биреүсе(шәкәр сөгөлдөрө , шәкәр ҡамышы) үҫемлектәр, күп төрлө май (көнбағыш, арахис, зәйтүн һ.б.), емеш, еләк, йәшелсә һәм башҡа культуралы үҫемлектәр үҫтерелә.. Йәмғиәтте — чая, кофе, какао, виноград һәм тәмәкеһеҙ күҙ алдына килтереүе бик ҡыйын .Малсылыҡ ҡырағай һәм сәсеп үҫтергән мал аҙығы культураларына нигеҙләнеп кенә йәшәй ала. Еңел сәнәғәт Мамыҡ, етен, киндер, рами, джут, кенаф, сизаль һәм бик күп башҡа сүсле үҫемлектәр кешене кейем-һалым һәм техник туҡымалар менән тәьмин итә.
Ағас эшкәртеү сәнәғәте[үҙгәртергә
Йыл һайын төҙөлөш материалы, целлюлоза һ.б бик күп ағас ҡырҡыла. Йыл һайын төҙөлөш материалы, целлюлоза алыу өсөн һәм башҡа маҡсаттарҙа бик күп урман ҡырҡыла.
Энергетика
Ташкүмер, һоро күмер, торф — боронғо үҫемлектәр тарафынан туплап алып ҡалынған ҡояш энергияһының һаҡламы ул.
Медицина һәм химия
Халыҡ хужалығы, медицина, фармокопея, етештереү сәнәғәтенең төрлө өлкәләре өсөн дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ сеймал сығанағы булып торалар. Уларҙан дарыуҙар, препараттар, витаминдар, тәбиғи каучук, ҡиммәтле ыҫмалалар, ҡабыҡ һуты, эфир майҙары, буяғыс матдәләр, лак һ.б. бик күп хужалыҡ өсөн кәрәк булған продукттар алалар.
Экология
Төп статья: Үҫемлектәр экологияһы
Үҫемлектәр япмаһы атмосфераны кислород менән тәъмин итә һәм экосистемалар өсөн органик материал, энергия сығанағы булып тора.Фотосинтез хәҙерге атмосферала кислород, углекислый газ һәм башҡа һауа компоненттарының нисбәтен бер кимәлдә торорлыҡ итеп көйләй. Бик әҙҙәренән башҡа(анаэробтар) бөтә организмдар ҙа аэробтар, йәғни,кислородҡа мохтаждар. Экосистемаларҙың барыһында ла тиерлек үҫемлектәр аҙыҡ сылбырының нигеҙен тәшкил итәләр.Ҡоро ер үҫемлектәре һыу һәм башҡа биохимик циклдарҙың мөһим компоненты булып тора.Ҡайһы берҙәре азот үҙләштереү бактериялары аша биосферала азот әйләнешендә ҡатнашалар.Үҫемлек тамырҙары тупраҡ яһалыуҙа ҡатнаша, уны эрозиянан һаҡлай.
Үҙ-ара экологик бәйләнештәр
Хайуандар менән үҫемлектәр араһында тығыҙ үҙ-ара бәйләнештәр йәшәй. Күп кенә бөжәктәр сәскәле үҫемлектәр өсөн һеркәләндереүсе булып торалар. Бындай « хеҙмәттәре» өсөн үҫемлектәр бөжәктәрҙе өсөн туҡлыҡлы аҙыҡ: нектар һәм һеркәләр менән тәъмин итәләр. Емештәре менән туҡланыусы хайуандар тиҙәктәре менән бергә орлоҡтарҙы тараталар. Бик күп үҫемлектәр менән бәшмәктәр араһында симбиоз мөнәсәбәттәре урынлашҡан (микориза). Бәшмәктәр үҫемлектәргә тупраҡтан һыу һәм минераль матдәләрҙе алырға ярҙам итһә, үҫемлектәр уларҙы органик матдәләр менән тәъмин итә. Шулай уҡ, эндофиттар — үҫемлек эсендә тереклек итеп, хужа-организмдың үҫешенә булышлыҡ итеүсе симбиотик бәшмәктәр ҙә була.
Паразитлыҡ
Паразит үҫемлектәр түбән төҙөлөшлө, шулай уҡ, юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр араһында ла осрай. Улар ауыл хужалығына ҙур ғына зыян килтерәләр.
Йыртҡыс үҫемлектәр
Йыртҡыс үҫемлектәрҙең 500 -ҙән ашыуыраҡ төрө билдәле. Ундай үҫемлектәр, ғәҙәттә, минераль тоҙҙарға, туҡлыҡлы матдәләргә ярлы булған тупраҡта үҫә. "Йыртҡыслыҡтары " тупраҡта азот етмәүгә бәйле. Шуға ла, йыртҡыс үҫемлектәр етмәгән азотты бөжәктәрҙең һәм башҡа хайуандарҙың тәненән алалар.
Уларҙың ҡорбанын аулау өсөн махсус яйланмалары була. Рәсәйҙә урмандарында иң билдәлеһе — Ысыҡ үләне, йәки Росянка круглолистная (Drosera rotundifolia).Был үҫемлектең япраҡ ситтәрендә ысыҡҡа оҡшаған йәбешкәк матдә бүленеп сыға. Шул «ысыҡ»ҡа ымһынып ултырған бөжәк йәбешһә, ысҡына алмай. Ҡорбан "ысыҡ"тың аш һеңдереү һуттары тарафынан һеңдереүгә дусар ителә.
Тағы ла, киң билдәле йыртҡыс үҫемлектәр булып венерина мухоловка, дарлингтония, жирянка, росолист тора.
Ябыҡ орлоҡлолар
Ябыҡ орлоҡлолар йәки Сәскәле үҫемлектәр(рус. Цветко́вые расте́ния, Покры́тосеменны́е, лат. Magnoliophyta, йәки Angiospermae грек. ανγio — сосуд, σπέρμα — орлоҡ) иң юғары үҫемлектәр бүлегенә инә.
Төп үҙсәнлектәре
- Енси үрсеү ағзаһы — сәскәнең булыуы.
- Сәскәлә орлоҡ бөрөһөн һаҡлаусы емешлектең булыуы һәм орлоҡтың емеш эсендә һаҡланыуы. Орлоҡ бөрөһө сәскәнең емешлеге эсендә үҫешә. Емешлектең емшәненән емеш, эсендәге орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ барлыҡҡа килә. Шуға ла, өлгөрөп еткәнсе орлоҡ ябыҡ (көплө, ҡаплаулы) була. Бындай үҫемлектәр ябыҡ орлоҡлолар, йәки сәскәле үҫемлектәр бүлеген тәшкил итә.
- Гаметофиттары (гамата эшләүсе үрсем) сәскә эсендә үҫешә. Инә гаметофит — орлоҡ бөрөһө эсендәге 8 споралы яралғы моҡсайы (восьмиядерный зародышевый мешок). Ата гаметофит — һеркә. Эсендә ике спермий (генератив күҙәнәк) һәм вегетатив күҙәнәк үҫешә.
- Һеркәләнеү ел, һыу, бөжәктәр һәм ҡоштар тарафынан башҡарыла. Йәғни, спермийҙарҙы һеркә эсендә генә емешлек ауыҙына илтеп ҡуйыусы транспорт системаһы бар.
- Ябыҡ орлоҡлоларларҙың, йәки Сәскәле үҫемлектәрҙең йәнә бер үҙенсәлеге — икеләтә аталаныуы. Орлоҡ бөрөһө эсендә ике күҙәнәк аталана:
- йомортҡа күҙәнәк(n)+ спермий (n)= зигота(2n)
- үҙәк күҙәнәк (2n) + спермий (n) = триплоид күҙәнәк (3n)
Зиготанан орлоҡ бәбәге (буласаҡ үҫемлек) һәм триплоид күҙәнәктән эндосперм (бәбәк өсөн туҡлыҡлы матдәләр) барлыҡҡа килә.
Орлоҡтың бөтә үҫеше емшән эсендә, аҙаҡ өлгөргәнсе емеш эсендә (емеш эргәлеге һаҡлай) бара.
Емеш бары сәскәле үҫемлектәрҙә генә була. Ошо үҙенсәлеге сәскәле үҫемлектәрҙе барыһынан да отошлораҡ итә. Сәскәле үҫемлектәр башҡа төр үҫемлектәрҙән сәскәләре булыуы һәм емеш барлыҡҡа килтереүе менән айырыла.
6.Сәскәле үҫемлектәрҙең киң таралыуына орлоҡтарының бик күп төрлө яйланмалары булышлыҡ итә. Орлоҡтарын ел (өлтөктәре, ҡанаттары ярҙамында), һыу (сыланмай, еңел, емеш эсендә һауа), хайуандар (һутлы итләсе, туҡлыҡлы матдәләре өсөн; ырғаҡтар ярҙамында, йәбешкәк), кеше тарата.
7.Шулай уҡ, вегетарив юл менән үрсеү ныҡ үҫешкән (тамырһабаҡ, һуғанбаш, бүлбеләр, үренде, япраҡ, тамыр, бөрөләр һәм башҡа ысулдар).
Сәскәле үҫемлектәр ғәжәп күп төрлө. Быны төшөнөү өсөн уларҙы үҙ сиратында тағы ла төркөмдәргә бүләләр.
Сәскәле үҫемлектәрҙең 250 меңгә яҡын төрө билдәле. Шулай уҡ, әлеге көнгә хәтле яңынан-яңы төрҙәрен таба торалар. Төҙөлөштәре буйынса ырыуға берләштерәләр.
Оҡшаш ырыуҙар ғаиләгә инә. Мәҫәлән: бойҙай ырыуы, арыш ырыуы, арпа ырыуы һәм уларға оҡшаш башҡа ырыуҙар, ҡыяҡлылар ғаиләһенә инә. Ә ғаиләнең һәр береһен үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа бер класына индерәләр: бер өлөшлөләр йәки ике өлөшлөләр класына.
Яланғас орлоҡлолар
Яланғас орлоҡлолар (лат. Gymnospérmae) — орлоҡло үҫемлектәр төркөмө. 370 млн йыл тирәһе элек, палеозойҙың девон дәүерендә орлоҡло ҡаҙыяҡтарҙан барлыҡҡа килгәндәр тип иҫәпләйҙәр.
«Яланғас орлоҡлолар» төшөнсәһен беренсе тапҡыр урыҫ ботанигы Бекетов Андрей Николаевич ҡуллана.[13] Ошо атама менән Бекетов А. Н. был төркөмдөң төп үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала: ябыҡ орлоҡлоларҙан айырмалы, яланғас орлоҡлоларҙың орлоҡ бөрөһөн һәм унан үҫешкән орлоғон һаҡлап тороусы көп юҡ. Уларҙың бер йәки бер нисә орлоҡ бөрөһө тубырсыҡ ҡабыҡтары ҡуйынында ултыра. Ҡайһы берҙәрендә был ҡабыҡ та булмай.
Яланғас орлоҡлолар төркөмөндәге күп үҫемлектәр үлеп бөткән. Хәҙерге көнгә тиклем килеп еткәндәре 1100 тирәһе төр.
Ҡаҙаяҡ һымаҡтар
Мүк һымаҡтар
Ылымыҡтар
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.