Remove ads

Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү (Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү) — Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының (АБСР) барлыҡҡа килеүе, дәүләт һәм идара итеү ҡоролошо тураһындағы документ[1]. 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә төҙөлгән.

Ҡыҫҡа факттар Ҡул ҡуйылған ваҡыты, Ҡул ҡуйылған урыны ...
Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү
Ҡул ҡуйылған ваҡыты

20 март 1919 йыл

Ҡул ҡуйылған урыны

Мәскәү, РСФСР

Имза ҡуйҙылар

В. И. Ленин, М. Ф. Владимирский, И. В. Сталин, А. С. Енукидзе
_
М. А. Ҡулаев, Ә. И. Бикбауов, М. Д. Халиҡов

Яҡтар

РСФСР флагы (1918-1954) ВЦИК һәм РСФСР-ҙың ХКС-ы
Башҡортостан автономияһы Башҡорт Хөкүмәте

Язык

рус

Ябырға

Документ тарихы

Һөйләшеүҙәрҙең беренсе этабы

А. В. Колчактың 1918 йылдың 21 ноябрендә Ваҡытлы Бөтөн Рәсәй хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәтен бөтөрөү тураһындағы күрһәтмәһен раҫлаусы фарманы донъя күргәс, Башҡортостан автономияһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, Башҡорт хөкүмәте совет власы яғына сығырға ҡарар итә[2][3]. Һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн, Мәскәүгә Г. Б. Ҡарамышев һәм С. С. Атнағолов бара. Әммә был миссия уңышһыҙ тамамлана. Беренсе делегат ҡулға алына һәм эште үтәй алмай, ә икенсеһе, фронт һыҙығын үтеп сыҡһа ла, ышанып тапшырылған йомошто үтәмәҫкә ҡарар итә. Ҡабаттан, 1918 йылдың декабрь уртаһында һөйләшеүҙәр алып барыу миссияһы М. Д. Халиковҡа һәм Х. Сәғитовҡа йөкмәтелә. 1919 йылдың 30 ғинуарында Муллаян Халиҡов Өфө губерна революцион комитеты менән һөйләшеүҙәр башлай. Ҡултамғалар ҡуйылған һөйләшеү протоколдары күсермәһе, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын таныштырыу маҡсатында, Халиҡовҡа тапшырыла[4].

Өфө губревкомы уҙған һөйләшеүҙәр тураһында РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе В. И. Ленинға хәбәр итә. 1919 йылдың 6 февралендә оҙатылған телеграммаға яуап булып, Мәскәүҙән Өфө губревкомы рәйесе Б. Н. Нимвицкий исеменә М. Д. Халиков менән һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү, талап ителгән милли автономияны гарантиялау һәм Башҡорт армияһына, әгәр Ҡыҙыл Армия яғына сыҡһа, амнистия иғлан ителәсәге тәҡдиме менән телеграмма килә[4].

1919 йылдың 8 февралендә уҙған Башҡорт хөкүмәтенең һәм Башҡорт ғәскәренең берлектәге ултырышында Өфөлә ҡаралған килешеүҙәр тураһында һөйләшелә һәм урындағы етәкселәр менән Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы үҙәк органдары араһында Башҡортостан һәм уның совет власы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында килешеүҙе кисектермәйсә төҙөү буйынса йомғаҡлау һөйләшеүен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бының өсөн Өфөгә Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе М. А. Ҡулаевты, Башҡорт өлкә советы ағзалары М. Д. Халиҡов һәм Х. Сәғитовты, Башҡорт ғәскәре командиры адъютанты А. И. Бикбауовты ебәрергә ҡарар ителә. Шулай уҡ М. А. Ҡулаевты һәм М. Д. Халиҡовты Мәскәүгә Үҙәк совет власы менән һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында ебәреү тәҡдиме индерелә[4].

Һөйләшеүҙәрҙең икенсе этабы

Башҡорт хөкүмәте 16 февраль ултырышында 1919 йылдың 18 февралендә сәғәт 10-да совет власы яғына сығыу тураһында Ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ көндө, Ҡарарҙа күрһәтелгән срокта, Башҡорт ғәскәренең совет власы яғына сығыуын башлау тураһында Бойороҡ донъя күрә[5].

А. В. Колчактың Рәсәй хөкүмәте был пландарға аяҡ салырға маташа. 1919 йылдың ғинуар башында уҡ Башҡорт хөкүмәтенә оппозицияла торған һәм башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе булған М. Ғ. Ҡорбанғәлиев аҡтар менән йәшерен һөйләшеүҙәр алып барған, һәм А. В. Колчак уға 1919 йылдың 15 февралендә казак хеҙмәте тибындағы үҙидаралыҡ вәғәҙә иткән. 18 февралдә Колчак Көнбайыш армияһы командующийына Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидерҙары Ә. Ә. Вәлидовты һәм М. А. Ҡулаевты ҡулға алыу тураһында шифрлы телеграмма ебәргән булған, тик телеграмманың эстәлеген сисеү тотҡарланыу сәбәпле, улар әсирлеккә эләкмәй ҡалған. 1919 йылдың 20 февралендә А. В. Колчак башҡорттарға, урында хәл ителәсәк эштәрендә үҙидаралыҡ рөхсәт итәсәген белдереп, мөрәжәғәт иткәнлектән, ҡайһы бер башҡорт ғәскәри подразделениеларының большевиктар яғына сығыуы кисектерелгән[6].

1919 йылдың 18 февралендә Өфөлә РСФСР хөкүмәте вәкилдәре һәм башҡорт делегацияһы ҡатнашлығында ултырыш уҙғарылған, РСФСР Милләттәр эштәре буйынса Халыҡ комиссариатынан (Наркомнацтан) — М. Х. Солтанғәлиев, Өфө ревкомынан — Б. Н. Нимвицкий, партия губкомынан — В. Седенков һәм 5-се Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) Реввоенсоветынан нарком В. М. Смирнов ҡатнашҡан, Башҡорт хөкүмәте һәм Совет хөкүмәте вәкиллеге араһында килешеүҙең яҡынса проекты эшләнгән. Килешеүгә ҡултамға ҡуйылып, раҫланыр саҡта ғына, 19 февралдә, Көнсығыш фронты Реввоенсоветынан, һөйләшеүҙәрҙе туҡтатып торорға һәм уны Симбирскиҙа уҙғарырға тигән телеграмма килеп төшә, сөнки, Башҡорт ғәскәренең ҡыҙылдар яғына күсеүе башланыу айҡанлы, бындай һөйләшеүҙәр 1-се Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) частары урынлашҡан ерҙә башланған булған[7].

1919 йылдың 21-22 февралендә I Бөтә Башҡорт хәрби съезында килешеүҙе әҙерләү буйынса башҡарылған эш ыңғай баһа алған, Ваҡытлы революцион комитет һайланған һәм уға Башҡортостан Хөкүмәтенең идаралыҡ (власть) вазифаһы тулыһынса тапшырылған[8].

1919 йылдың 21 февралендә, килешеүҙе ҡабул итеү маҡсатында, башҡорт делегацияһы Сембергә, Көнсығыш фронты Реввоенсоветы штабына килгән. Тимер юлда тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында делегаттар Симбирскиға тик 1919 йылдың 27 февралендә генә барып еткән. Ошо көндө үк улар Көнсығыш фронты Реввоенсоветы ағзалары менән осрашҡан һәм килешеүҙең баштағы тексына ҡултамға ҡуйған (Сембер яҡынса килешеүе)[9][10].

Тулы килешеүгә ҡул ҡуйыу

1919 йылдың 7 мартында башҡорт делегацияһы, Тулы килешеү төҙөү маҡсатында, Мәскәүгә килә [11]. Делегацияның эшен Мәскәүгә килгән Башревком ағзаһы Әхмәтзәки Вәлидов әүҙем ҡеүәтләгән[11]. 1919 йылдың 9 мартында, уткер дискуссиялар һәм консультациялар барышында, 14 параграфтан торған Мәскәү баштағы килешеүе булараҡ тарихҡа ингән килешеү ентекләп эшләнгән. Башҡортостан яғынан уға М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов, РСФСР яғынан — И. В. Сталин, А. З. Каменский ҡул ҡуйған. Яраштырыу һәм иҫкәрмәләр индереү маҡсатында килешеү күсермәләре РСФСР халыҡ комиссариаттарына таратылған. Өҫтәмәләр индергәндә, килешеү проекты «Килешеү» («Соглашение») тигән тулы атама алған, уның структураһына һәм йөкмәткеһенә күп үҙгәрештәр индерелгән[12].

1919 йылдың 16 мартында килешеү мәсьәләһе В. И. Ленин ҡатнашлығында уҙған РКП(б) Үҙәк Комитеты ултырышында ҡаралған[13]. РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында (Наркомнац) ике яҡтың да вәкилдәре, И. В. Сталин, М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов — барыһы тарафынан да килешеүгә ҡул ҡуйылған[13].

1919 йылдың 20 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советында (СНК) килешеүҙе раҫлау һәм ВЦИК-ка тапшырыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән. Ултырыш барышында килешеүгә В. И. Ленин ҡул ҡуйған. Шул уҡ көндә килешеү ВЦИК тарафынан тулыһынса раҫланған — документҡа Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) рәйесе бурыстарын башҡарыусы М. Ф. Владимирский һәм ВЦИК секретары А. С. Енукидзе ҡултамғаларын ҡуйған[13][14].

1919 йылдың 23 мартында «Килешеү» тексы «Известия ВЦИК» (№ 63/615) гәзитендә баҫылып сыҡҡан[14].

Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң булып үткән ваҡиғалар

1919 йылдың һуңына Республика Хөкүмәте килешеүҙең төп положениеларын тормошҡа ашырыу маҡсатында күп әһәмиәтле эштәр башҡарған[15]. Әммә үҙәк хөкүмәттең эшмәкәрлеге автономияны сикләүгә йүнәлтелгән булған[16]. 1920 йылдың 19 майында РСФСР ВЦИК һәм СНК-ларының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына мөнәсәбәте тураһында» декреты («Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһында дәүләт ҡоролошо тураһында» Постановлениелары) сыҡҡандан һуң, республика Килешеү гарантиялаған сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарынан ғәмәлдә ҡолаҡ ҡаҡҡан. Етәксе органдар һәм халыҡтың (баҫтырылған Бөрйән-Түңгәүер ихтилалын индереп) автономия хоҡуҡтарын сикләүгә ҡаршы сығыуы һөҙөмтәһеҙ булған һәм Башревкомды юҡҡа сығарыу факты менән тамамланған[17][18]. Һуңғараҡ автономия хоҡуғы алған республикалар ҙа 1920 йылдың 19 майында сыҡҡан декреттың принциптарына тура килгән шундай уҡ стандарт хоҡуҡ йыйылмаһына эйә булған[19].

Remove ads

Документтың структураһы һәм йөкмәткеһе

Thumb
«Килешеү»ҙең титул бите

Документ структураһы Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының йәмғиәт, дәүләт һәм идара төҙөлөшөнә ҡараған 16 параграф аша күрһәтелгән[20].

1-се параграф Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы Кесе Башҡортостан сиктәрендә барлыҡҡа килә һәм РСФСР-ҙың федератив өлөшө, тип билдәләй[14][21].

1-се, 3-сө, 4-се параграфтары республика территорияһын билдәләй. 2-се һәм 3-сө параграфтарҙа республика составына ингән айырым өйәҙҙәрҙең улус һәм халыҡ йәшәгән урындары тасуирлана. 4-се параграф был территорияларҙа уҙғарылған халыҡ фекерен йыйғанға саҡлы Башҡорт хөкүмәтенә буйһонмаған (үҙәге Златоуст ҡалаһына ҡараған тау-завод район һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең көньяғына ҡараған ҡайһы бер улустары) территорияларҙы билдәләй[22].

5-се параграф республика территорияһындағы тимер юлдар, заводтар һәм рудниктар үҙәк Совет власы ҡарамағында ҡала, тип билдәләй. Тағы ла урындағы сәнәғәт етештергән продукттарҙы бүлгәндә, тәү сиратта республика ихтыяждары һәм хәжәттәре ҡәнәғәтләндерелергә тейеш, тип билдәләй[22][23].

6-сы параграф Республиканың, нигеҙе 13 кантондан торған, идара-территория төҙөлөшөн билдәләй. Бында ниндәй кантон ҡайһы территорияны биләүе тасуирлана һәм уның административ үҙәге күрһәтелә[22][21].

Документтың 7-се параграфы 4-се пунктта күрһәтелгән территориялар статусына мөрәжәғәт итә. Башҡортостанға ҡушыла ҡалһа, улар айырым административ берәмек тәшкил итергә тейеш була[24].

Документтың 8-се параграфы Республикала власть төгәл 1918 йылдың 10 июлендә Советтарҙың V Бөтә Рәсәй съезында раҫланған РСФСР Конституцияһына нигеҙләнеп ойошторола, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала[22][21].

9-сы һәм 10-сы параграфтары Башҡорт армияһы төҙөүҙе регламентлай. Ул «Рәсәйҙәге генә түгел, донъя контрреволюцияһы»на ҡаршы көрәшеү маҡсатында төҙөлгән. Армияның структураһы, буйһоноуы, идаралығы, ҡоралланыуяы һәм йөкмәткеһе билдәләнә[22][25].

11-се параграф Республикала эске тәртип һаҡлауға бағышланған, һәм тәртип «ҡоралланған пролетариат» тарафынан урынлаштырылырға тейеш, тип билдәләй[25].

12-се параграф РСФСР-ҙың Республикаға «Совет власы ойоштороу һәм илдә мәҙәни-ағартыу сараларын уҙғарыу» эштәрендә финанс яҡтан таяныс булыуын нығыта[26][23].

13-сө параграф Башҡортостанда Советтар съезы саҡырылғанға тиклем Башҡорт Совет Республикаһы сиктәрендә власть тулылығы Башҡортостан хәрби-революцион комитетына күсә тип билдәләй. Был параграф шулай уҡ съезд саҡырыу буйынса махсус ҡатнаш комиссия булдырыу кәрәклеген билдәләй. Уның составына биш кеше инергә тейеш булған, шуларҙың икәүһен Башҡорт революцион комитеты ебәрергә (делегировать итергә) тейеш, тағы икәүһен — Үҙәк Совет власы, бишенсе кеше яҡтарҙың һәм комиссияның килешеүе аша билдәләнгән[27][23].

14-се параграф ике яҡтың да, Башревкомдың (йәки Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының) да һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының да тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен ебәреүҙе (делегировать итеүҙе) рәсмиләштергән[27][23].

15-се параграф ваҡытлыса, Башҡортостанда Советтар съезы саҡырылғанға тиклем, республиканың баш ҡалаһы итеп Темәсте билдәләй[27].

16-сы параграф Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын, идара учреждениеларын һәм йәмәғәтселек ойошмаларын, республика РСФСР-ға инмәҫ борон башҡарған эшмәкәрлектәре өсөн, яуаплылыҡҡа (репрессияға) тарттырмау гарантияһын нығыта[27][23].

Remove ads

Документтың әһәмиәте

1919 йылдың мартында Килешеү нигеҙендә Башҡорт автономияһын таныу ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған, һәм башҡорт халҡы уны ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡаршы алған[28]. Башҡортостан РСФСР-ҙың килешеү башланғысында барлыҡҡа килгән беренсе һәм берҙән-бер автономиялы республикаһы булды. Республиканы РСФСР-ҙың федератив өлөшө сифатында таныу Башҡортостан һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе килешеү нигеҙендә ҡороу традицияларын тергеҙеү һәм яңыртыу факты булып торҙо. Республиканың дәүләт-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытылды һәм уға киң вәкәләттәр бирелеү тормошҡа ашырылды[29]. Был Килешеү Рәсәйҙең федерализацияһына башланғыс һалған — күп халыҡтарға совет формаһындағы дәүләтселек алыу мөмкинлеге (автономиялы милли республика, автономиялы милли өлкә һ. б.) асылған. Документты баҫтырып сығарған дата Башҡорт АССР-ының барлыҡҡа килгән көнө тип йөрөтөлә. Хәҙерге көндә Килешеү Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы преамбулаһында телгә алына. Документҡа ҡул ҡуйған көн, 20 март — Башҡортостан Республикаһында иҫтәлекле көн[30].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads