From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Баба (рус. Верхнее Бабаларово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 149 кеше[1]..
Ауыл | |
Үрге Баба | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Этнохороним |
Үрге Бабалар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Почта индексы — 453355, ОКАТО коды — 80239865002.
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | |||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Үрге Бабалар ауылы XVIII быуат уртаһында Ноғай юлының Ҡыпсаҡ олоҫо башҡорттары тарафынан нигеҙләнә. Аҙаҡ унан Оло Көйөргәҙе аръяғына Урта Бабалар ауылы бүленеп сыға. Бер аҙҙан Тамаҡ Бабалар ауылы айырылып сыға. Рус тарихсыһы Николай Рычков Башҡортостанға сәйәхәте ваҡытында, 1770 йылда, Үрге Бабалар һәм Түбәнге Бабалар ауылдарын күрһәтеп китә. Ә 1786 йылдағы картала Бабалар тигән бер генә ауыл күренә. Бишенсе ревизия ваҡытында ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Ул саҡ Бабаларҙа 29 өй булған. Үрге Бабаларҙың икенсе исеме юҡ. унда 1900 йылда 342 кеше, 1920 йылда −356, 1939 йылда — 341, 1959 йылда −93, 2002 йылда 137 кеше йәшәгән. Үрге Бабаларҙа, башлыса, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Аҡ Ҡыпсаҡ, Һары Ҡыпсаҡ, Байгилде ырыуы башҡорттары йәшәй. Уларҙың зат-нәҫел аралары: алабай,ҡыуыҡ, ҡатай, ҡатығолаҡ, сыуаш, ҡалмаҡ.Зат-нәҫел тамғалары: ҡаҙ аяғы, сүкеш, көйәнтә.[2]
Матур Көйөргәҙе буйында ултырған Үрге Бабалар ауылы 50-се йылдарҙа төпкөл, ҡараңғы ауылдарҙың береһе ине: электр уты юҡ, халыҡ шәм яндырып, утын, тиҙәк, һалам яғып, йылғанан һыу ташып йәшәне. Шулай ҙа хәҙерге замандан айырмалы булараҡ, башланғыс мәктәп була. Ауылдың күпселек балаларын уҡытыусы Ноғман Әҙһәм улы Ильясов уҡыта. Аҙаҡ Үрге Бабалар ауылына мөғәллимә ҡыҙ — Зарифа Ғәлиулла ҡыҙы Мәҡсүтова килә. Шуҡ, шаян Рәлиф Әбләев, тыныс, баҫалҡы холоҡло Шамил Ильясов, үтә тырыш Миңйыһан Ташбулатова, аҙ һүҙле Әхтәм Кинйәғолов, әҙәпле, тыйнаҡ Жаналдыҡ Әхмәтова — барыһы ла уҡытыусыны ҙур ихтирам менән тыңлай. Ул заманда бер бүлмәлә ике класс балалары уҡыған була. (Д.Хәсәнова. Нурлы йөҙөн, йылы ҡарашын тоям."Юшатыр" гәзите, 2012 йыл, 17 ғинуар)
Ауылдың көнсығыш яғында бейек кенә Һөрмә тауы бар. Уны ни өсөн Һөрмә тауы тип атағандар һуң? Ул тауҙың ҡатламында ҡара һөрмә бар. Элекүэлектән ҡыҙҙар уны биҙәнеү өсөн ҡулланғандар. Улар ҡара һөрмәне ҡаштарына, керпектәренә күҙ ҡабаҡтарына һөрткәндәр. Өләсәйем һөйләгәндәренән: Беҙ ҡыҙҙар менән һөрмә алыр өсөн ошо тауға бик йыш бара торған инек. Һәрмә алыр өсөн күрше тирә-яҡ ауыл ҡыҙҙары ла ат менән килер булғандар. Һөрмә тауы ауылды йәмләп ултыра. Хәҙер ҡыҙҙар һәрмә өсөн унда бармай. Атайымдың иң яратҡан һүҙе: Көнсығышҡа ҡараһам, Һөрмә тауы, көнбайышта Аҡһар тауы, тәньяғта Убатау.[3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.