Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Советтик Социалисттик Республикасы) йәки Ҡырғыҙ ССР-ы (ҡырғ. Кыргыз ССР) — Советтар Союзы составындағы 1936 йылдың 5 декабренән 1991 йылдың 31 авгусына тиклем союздаш республика.
Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы | |||||
ҡырғ. Кыргыз Советтик Социалисттик Республикасы | |||||
| |||||
Девиз: «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ! (Бардык өлкөлөрдүн пролетарлары, бириккиле!)» | |||||
Гимн: «Ҡырғыҙстан гимны» | |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Эре ҡалалары |
Фрунзе | ||||
Телдәр | |||||
Аҡса берәмеге |
СССР һумы | ||||
Майҙаны |
198,5 мең км² (СССР-ҙа етенсе) | ||||
Халҡы |
4 257 мең кеше (СССР-ҙа унынсы) | ||||
Идара итеү формаһы |
Совет республикаһы | ||||
Часовые пояса |
+6 | ||||
Интернет-домен | |||||
Телефонный код |
+7 | ||||
Награды | |||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары | |||||
• 1937 — 1938 |
Аммосов Максим Кирович | ||||
Ҡырғыҙ ССР-ы Президенты | |||||
• 1990—1991 | |||||
Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә | |||||
Урта Азия совет республикаларының милли-территориаль бүленешенә ярашлы, 1924 йылдың 14 октябрендә Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе ойошторола (1925 йылдың 25 майынан РСФСР составындағы автономиялы өлкә — Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе тип үҙгәртелә). 1926 йылдың 1 февралендә Ҡырғыҙ АССР-ы, ә 1936 йылдың 5 декабрендә Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы итеп үҙгәртелә.
Союздаш республикалар араһынан Ҡырғыҙ ССР-ы майҙаны буйынса етенсе була. Территорияһының майҙаны — 198,5 мең км².
Баш ҡалаһы — Фрунзе (хәҙерге Бишкәк).
1991 йылдың 5 февралендә Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Ҡырғыҙ ССР-ының Конституцияһы (Төп законы) тексында «Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы» һәм «Ҡырғыҙ ССР-ы» һүҙҙәрен «Ҡырғыҙстан Республикаһы» һүҙҙәренә алмаштыра[2]. Был ҡарар СССР Конституцияһының 71-се статьяһына тап килмәй.
1991 йылдың авгусында Аҡаев Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетын (ГКЧП) бер һүҙһеҙ ғәйепләй һәм демократик лидер булараҡ билдәлелек ала.
1991 йылдың 31 авгусында Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә[3].
Ҡырғыҙ Республикаһы (Ҡырғыҙ ССР-ы) 1991 йылдың 26 декабрендә СССР тарҡалғанға тиклем формаль рәүештә уның составында була, сөнки 1990 йылдың 3 апрелендәге «Союз республикаһын СССР составынан сығарыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тәртибе тураһында» СССР Законында ҡаралған процедуралар үтәлмәй ҡала.
Ойошторолғандан алып бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәнгә тиклем юғары етәкселекте КПСС составындағы Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһы тормошҡа ашыра. Ҡырғыҙстан Коммунистар партияһының юғары органы булып Үҙәк Комитет (ҮК) тора, ә уның беренсе секретары республиканың ғәмәлдәге етәксеһе була.
Үҙгәртеп ҡороу осоронда, республика менән етәкселек итеүҙе партия структураларынан парламент структураларына яйлап күсереү маҡсатында, партияның Үҙәк Комитетының беренсе секретары Абсамат Масалиев Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы рәйесе итеп һайлана.
РСФСР составында Ҡырғыҙ автономияһы ойошторолғандан алып (Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе (1924—1925), Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе (1925—1926), Ҡырғыҙ АССР-ы (1926—1926)) Үҙәк башҡарма комитет рәйестәре уның рәсми юғары етәкселәре булып тора. Асылда, был вазифа 1936 йылдың 5 декабрендә СССР-ҙың яңы Конституцияһын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә индерелгән Юғары Совет Президиумы рәйесе вазифаһына тап килә. Ләкин СССР-ҙа ла, Ҡырғыҙ ССР-ында ла элекке власть органдары 1938 йылға тиклем (юғары советтарҙың яңы составы формалаша) элекке власть органдары эшләүен дауам итә. Ҡырғыҙ ССР -ының вәкәләттәре яңы власть органына 1938 йылдың 18 июлендә тапшырыла.
Ҡырғыҙ ССР-ының юғары закондар сығарыу органы булып бер палаталы Юғары Совет тора, уның депутаттары, Ҡырғыҙстан Компартияһы етәкселеге тарафынан мотлаҡ хуплау тапҡандан һуң, альтернативаһыҙ нигеҙҙә 4 йылға һайлана (1979 йылдан — алып 5 йылға). Юғары Советтың даими эшләүсе орган булмай, уның депутаттары йылына 2-3 тапҡыр бер нисә көнлөк сессияға йыйыла. Көндәлек административ эштәрҙе алып барыу өсөн Юғары Совет даими эшләүсе Президиум һайлай, ул республика башлығының коллектив башлығы функцияларын номиналь рәүештә үтәй.
1990 йылдың апреленә тиклем Юғары Совет рәйесе ултырыштарҙа алып барыусы вазифаларын ғына башҡара. 1990 йылдың 10 апрелендә Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумы тарҡатыла һәм уның вәкәләттәре Юғары Совет Рәйесенә тапшырыла, был уны республиканың иң юғары вазифалы кешеһе итә. Әммә 1990 йылдың 27 октябрендә Ҡырғыҙстан ССР-ының президенты вазифаһы индерелә[4], бынан һуң Юғары Совет рәйесенең функциялары йәнә алып барыусы бурыстары менән сикләнә.
Ҡырғыҙ халыҡ комиссарҙары Советы РСФСР составында ҡырғыҙ автономияһы ойошторолғандан алып республика хөкүмәте вәкәләттәрен үтәй. 5 декабрҙә Ҡырғыҙ АССР-ы СССР-ҙың союздаш республикаһы статусын ала һәм РСФСР составынан сығарыла. Шуның менән бергә бынан алда ойошторолған республика башҡарма власть органдары үҙ эшен дауам итә.
1946 йылдың 15 мартында Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ комиссарҙары Советы Ҡырғыҙ ССР-ы Министрҙар Советына алмаштырыла.
Юғары Совет республика хөкүмәтен ойоштора, Ҡырғыҙ ССР-ы закондарын ҡабул итә.
Ҡырғыҙ ССР-ы ойошторолған мәлдә уның территорияһы райондарға бүленә. 1938 йылдың 11 мартында райондар 4 округҡа берләштерелә: Джалал-Абад, Ысыҡкүл, Ош һәм Тянь-Шан. Райондарҙың бер өлөшө туранан-тура республика буйһоноуында ҡала. 1939 йылдың 21 ноябрендә округтар өлкә итеп үҙгәртелә, ә республика буйһоноуындағы райондар Фрунзе өлкәһенә берләштерелә. Һөҙөмтәлә Ҡырғыҙ ССР-ында 5 өлкә була:
1944 йылда Талас өлкәһе ойошторола. 1956 йылда бөтөрөлә. Уның артынан 1959 йылда Джалал-Абад, Ысыҡкүл һәм Фрунзе өлкәләре бөтөрөләләр. 1962 йылда Тянь-Шан өлкәһе бөтөрөлгәндән һуң, Ҡырғыҙстанда Ош өлкәһе генә ҡала. Республиканың ҡалған территорияһы республика ҡарамағындағы райондарға бүленә. 1970 йылда Ысыҡкүл һәм Нарын (элек Тянь-Шан) өлкәләре, ә 1980 йылда — Талас өлкәһе тергеҙелә. 1988 йылда Нарын һәм Талас өлкәләре ҡабаттан бөтөрөлә, әммә 1990 йылда тергеҙелә. Шул ваҡытта Джалал-Абад һәм Чуй (элекке Фрунзе) өлкәләре тергеҙелә[5].
Төп халыҡ — ҡырғыҙҙар (1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 1284 мең кеше[6]). 1970 йылда республикала, башлыса Төньяҡ һәм Көнсығыш Ҡырғыҙстан ерҙәрендә һәм ҡалаларҙа, урыҫтар (855 000 кеше[7]) һәм украиндар (120 000 кеше[8]) йәшәй. Бүтән милләттәр: үзбәктәр (332 000), немецтар (89 мең[9]), татарҙар (68 мең), уйғырҙар (24 мең), ҡаҙаҡтар (21 мең), тажиктар (21 мең), башҡалар.
Ҡырғыҙҙар, республиканың ҡайһы бер территорияларында сағыштырмаса әҙселекте тәшкил итһәләр ҙә, бөтә йәшәү дәүерендә республикала күпселекте тәшкил итә.
Халыҡ | 1926[10] | 1939[11] | 1959[12] | 1970[13] | 1979[14] | 1989[15] |
---|---|---|---|---|---|---|
Бөтәһе | 516 395 | 1 458 213 | 2 065 837 | 2 932 805 | 3 522 832 | 4 257 755 |
Ҡырғыҙҙар | 66,8 % | 51,7 % | 40,5 % | 43,8 % | 47,9 % | 52,4 % |
Урыҫтар | 11,3 % | 20,8 % | 30,2 % | 29,2 % | 25,9 % | 21,5 % |
Үзбәктәр | 11,2 % | 10,4 % | 10,6 % | 11,3 % | 12,1 % | 12,9 % |
Украиндар | 6,2 % | 9,4 % | 6,6 % | 4,1 % | 3,1 % | 2,5 % |
Немецтар | … | … | 1,9 % | 3,1 % | 2,9 % | 2,4 % |
Татарҙар | … | 1,4 % | 2,7 % | 2,3 % | 2,0 % | 1,6 % |
Ҡаҙаҡтар | … | 1,6 % | … | … | … | … |
Чечендар | … | … | 1,2 % | … | … | … |
1990 йылда республикала 9 юғары уҡыу йорто була, уларҙа 58,8 мең талип уҡый[16]
1954—1993 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ының Фәндәр академияһы һәм уның ғилми стационарҙары, мәҫәлән, Тянь-Шан физика-география станцияһы эшләй[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.