Ҡылғойроҡ, Беҙғойроҡ (урыҫ. шилохвост) — Европала, Азияла һәм Төньяҡ Америкала киң таралған өйрәк.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡылғойроҡ |
Ата һәм инә өйрәк |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Anas acuta Linnaeus, 1758
|
Ареал |
---|
Оя ҡороу Йыл әйләнәһенә
Ҡышҡы миграция
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 100600457
|
|
Ябырға
Йорт өйрәге ҙурлығында. Яңғыҙ, парлашып, күмәкләшеп йөрөйҙәр. Нәҙек оҙон муйынлы, төҙөк кәүҙәле өйрәк. Осло ҡауырһындар менән бөткән оҙон һәм нескә ҡойроғо күҙгә ташлана. Башы, тамағы, муйынының һырт яғы ҡара-көрән. Муйыны һәм түше аҡ. Арҡаһы, ҡабырғалары арҡыры аҡ һыҙыҡлы һоро төҫтә. Ҡанаттары ҡара таплы һоро, ҡойроғо ҡара, ике яғынан аҡ-һыҙыҡ үтә. Суҡышы күкһел һоро. Инә ҡош һәм көҙгө ата өйрәк аҡ сыбарлы һорғолт көрән. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел.
Ата өйрәк һыҙғыра, ә инәһе быжҡылдай.
Ярҙары ҡуйы үлән, ҡамыш менән ҡапланған йылға һәм күлдәрҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм. бөжәктәре, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә, үлән араһында. 6—9 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Дементьев, Г. П.; Гладков, Н. А. Птицы Советского Союза — Советская наука, 1953. — Т. 4. — С. 366—382. — 635 с.