Ҡушы (Сре́дний (длинноно́сый) кроха́ль) (лат. Mergus serrator) — өйрәктәр ғаиләһендәге күп ваҡытын һыуҙа үткәреүсе ҡош ҡош; Төньяҡ ярымшарҙың һалҡын бүлкәтендә йәшәй торған һыу ҡоштары.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡушы |
Инә ҡош |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Mergus serrator Linnaeus, 1758
|
Ареал |
---|
Оя ҡороу ареалы
Йыл буйы йәшәйҙәр
Ҡышын ғына йәшәйҙәр
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 141568
|
|
Ябырға
Тышҡы күренеше
Һуна өйрәктәй. Бик яҡшы сума. Бүрке булғанлыҡтан башы ҙур күренә. Ата өйрәктең башы ҡара, һырты ҡара көрән. Муйыны, түшенең аҫ яғы, яуырындары аҡ. Түшенән ваҡ ҡына ҡара төртөктәр менән сыбарланған ерәнһыу көрән арҡыры һыҙыҡ үтә. Ҡабырғалары һоро. Инә өйрәктең башы ерән. Беленән бәләкәйерәк һәм муйынының аҡ төҫтә булыуы менән айырыла.
Тауышы
Ҡарлыҡҡан тауыш сығара:"ҡаррр-ҡаррр"
Балыҡҡа бай йылғаларҙа, күлдәрҙә йәшәй. Ояһы ҡая таш араларында, йылғалы ағас аҫтарында була Күсмә ҡош.Бик һирәк осрай. Ите өсөн аулайҙар.
Туҡланыуы
Балыҡ, һыу бөжәктәре һәм үҫемлектәре менән туҡлана.
Үрсеүе
8-12 бөртөк аҡһыл һары йомортҡа һала.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90