журналист, прозаик. «Киске Өфө» гәзитенең элекке хеҙмәткәре, «Һәнәк» журналының элекке баш мөхәррире, 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы (10 сентябрь 1973 йыл) — журналист, прозаик. «Киске Өфө» гәзитенең элекке хеҙмәткәре, «Һәнәк» журналының элекке баш мөхәррире, 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2018), Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023)
Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы | |
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир |
Уҡыу йорто |
Сибай гимназия-интернаты Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы. Фото | |
Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова (Хәбилова) 1973 йылдың 10 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған[1][2]. Бала сағы Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Усман ауылында үткәнлектән, күп кенә сығанаҡтарҙа уның ошо ауылда тыуыуы тураһында мәғлүмәт бирелә.
Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова 1990 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, 1990—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Йәшлек» гәзитендә, һуңынан «Аманат» журналында башлай. Бер аҙ Сибай ҡалаһында «Атайсал» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. 2015 йылдан — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. 2022 йылда «Һәнәк» журналының баш мөхәррире итеп һайлана[3].
Уның шиғырҙары «Нағыш» һәм «Нур усағы» коллектив шиғырҙар йыйынтыҡтарында баҫылып сыға. Миләүшә Ҡаһарманова прозаһына әҙәби телгә һәм диалектизмға иғтибарлы мөнәсәбәт хас. Автор халыҡ педагогикаһын яҡшы белә һәм, әлбиттә, был оҫталыҡты әҫәрҙәрен ижад итеүҙә ҡуллана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.