From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәфүр (элекке исеме Ҡарамалы-Вәлит; рус. Гафурово; Карамалы-Валитово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1022 кеше[2]. Ғәфүр ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452754, ОКАТО коды — 80251817002.
Ауыл | |
Гафурово башҡ. Ғәфүр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452754 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауылдың исеме Ғафур тигән кеше исеменән алынған[3]. Совет историографияһы рухында яҙылған рәсми версия буйынса, Ғәлим Ғәфүров — граждандар һуғышы геройы, ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Туймазы районындағы колхоздың тәүге рәйестәренең береһе.
Ҡыр-йыландарҙың аҫаба ерҙәрендә 1780 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән Тамьян улусының Нуғай юлы Муса ауылы башҡҡорттары тарафынан «Ҡарамалы-Вәлит» булараҡ нигеҙ һалына.
Башҡорт һәм татар керҙәштәре торамаһы Ҡарамалы-Вәлит ауылы 8-се тирмәгә ҡарай. Атамаһы гидронимдан һәм антропонимдан, әммә сығанаҡтарҙан Вәлит билдәһеҙ. Халыҡ түбәндәгесә барлыҡҡа килгән: «элек-электән 11 ихатала йылына ихатанан 10-ар тин түләп йәшәгән» Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тамъян улусы Муса ауылы (хәҙерге Мәләүез районы Иҫке Муса ауылы) башҡорттары Суракай, Ҡолғанай, Ҡолсура, Ишмөхәмәт Сөйөшевтар, Монасип Чураков, Ниғмәтулла һәм Ғөбәйҙулла Миңлебаевтар, Котло һәм Мәһәҙей Ҡолсуриндар һәм башҡалар 1780 йылдың 17 октябрендә ҡыр-йыландар менән рәсми рәүештә керҙәшлек килешеүе төҙөйҙәр. Ҡыр-йыландар уларҙы 87 һумға индерәләр. 1841 йылда шул башҡорттарҙың вариҫтары бер документҡа тамғаларын ҡуялар йәки ҡул ҡуялар: Мөхәмәтйәр Ҡолғанаев «ҡул ҡуя», Юныс Мағадиев (ҡул ҡуя), Иблий Чураҡаев — тамға, Ғабдулатиф Кулганаев — тамға, Дәүләтша Ҡотлоев — тамға, Инан Хәсәнов (ҡул ҡуя), Сәйфетдин Мөхәмәтшин — тамға, Сатый Аблаев — тамға, Ниғмәтулла Миңлебаев — тамға, Сәйфулла Мөхәмәтшин — тамға, Мусаҡай Шәмсетдинов — тамға, Хәйбулла Ниғмәтуллин — тамға, Зәйнетдин Хәсәнов — тамға. Бурһыҡ (Барсуково) ауылынан Ғабдрәхим Ғабдулкәримов бында 1826 йылдан алып йәшәй.
1780 йылдың 7 авгусында ҡыр-йыландар яһаҡлы татар Ғәбделҡәрим Ҡасанаевҡа 4 ихаталы «иптәштәре менән» Ҡарамалы-Вәлит ауылында йәшәргә рөхсәт итә, уларҙан һәр йорт өсөн икешәр һум һәм тағы ла йыл һайын 10-ар тин оброк ала.
1784 йылдың 4 июнендә, Илсембәт ауылының Ҡыр-Йылан башҡорттары 24 кеше йәшәгән 6 ихата яһаҡлы татарҙарҙы, Ҡарамалы-Вәлит ауылында йәшәүселәрҙең ризалығы менән, аҫабаларға йылына ихатанан 10-ар тин түләү шарты менән «30 йыл дауамында йорт һалырға һәм йәшәргә» тип Ҡарамалы-Вәлит ауылында үҙҙәренә ҡараған аҫаба ерҙәренә индерәләр.
Улар араһында Ғәбдрәшит Ғәбдрахманов, Шәрип Сәғитов, Сәйфулла Балтачев, Шәриф Әсйәнов та була, һуңынан улар типтәр булып китәләр.
Ауылда 1783 йылда — бөтәһе 74 кеше, 1795 йылда — 102, 1816 йылда — 126 (ир-ат), 1834 йылда — 176 (ир-ат), 1850 йылда — 233 (ир-ат), 1859—283 (ир-ат), 1870 йылда — 841 (бөтәһе), 1917 йылда — 2087 (ике енес), 1920 йылда — 1735 кеше йәшәгән.
Дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламына ингән яһаҡлы татарҙар Ҡаран-Бишенде, Өйәҙетамаҡ, Мулла, Зиштәк ауылдарынан күсеп килеүселәр иҫәбенә тулылана. 1870 йылда типтәрҙәр башҡорттар составында күрһәтелә, 1920 йылда өҫтөнлөк иткән милләт итеп башҡорттар билдәләнә. Әммә был 1917 йылда халыҡтың яртыһынан ашыуын тәшкил иткән татарҙар һәм типтәрҙәрҙең булмауын аңлатмай.
1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се башҡорт полкы составында Мөхәмәҙиәр Ҡолғанаев ҡатнаша, уның «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалы була. Уның улы Әлимғол исемле булған.
XIX быуаттың икенсе яртыһында ауылда мөгәзәйҙәр (2), тимерлек, тирмән булған. Мәсет булған. 1906 йылда 2 мәсет, ел тирмәне, тимерлек, 2 мөгәзәй теркәлгән.
1843 йылда 183 башҡортҡа 16 бот ужым, 976 бот яҙғы иген сәселә. Улар 32 бот картуф ултырталар[4]. 1931 йылдан алып хәҙерге исемен (беренсе колхоз рәйесе Ғ. Ғәфүров хөрмәтенә) йөрөтә[5].
Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Спорт‑күңел асыу йәштәр үҙәге бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1735 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1507 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1112 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 939 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 990 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1083 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (79 %) йәшәй[7].
Алыҫлығы:[8]
Урам исеме[9]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.