Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәбдөк[1] (рус. Габдюково) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2]. Почта индексы — 453564, ОКАТО коды — 80211817002.
Башҡортостан Республикаһы Законына (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл) «Ғәбдөк» исеме менән ингән. Шул уҡ ваҡытта рәсми сығанаҡтарҙа «Ғәбдүк» исемендә күрһәтелә[3],[4].
Ауылдың икенсе боронғо исеме — Сысҡан.
1795 йылда — Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Сысҡан (Ғәбдөк) ауылында 13 йорт-ихата булған, һәр береһендә 3-әр кеше йәшәгән. Бер йортта типтәр кешеһе булған.
1859 йылда — 200 кеше, 21 йорт-ихата
1920 йылда — 334 кеше, 66 йорт-ихата.
Ауыл исеме Ғәбдөк тигән антропонимдан алынған. Легенда буйынса Ғәбдөк менәнСысҡан ағалы-ҡустылы булған.
Улар бүләктәр алып, батшаға ҡалтағай менән барып, Инйәр йылғаһы буйында урынлашырға грамоталар алып ҡайтҡан (икенсе версия буйынса, уларҙың атаһы Ҡолман барған). Ғәбдөк ауылға нигеҙҙе хәҙерге урынына һалған, ә Сысҡан хәҙерге Кәрпесте ауылынан саҡ ҡына аҫтараҡ урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, ауыл Архангель заводы хужабикәһе графиня Коссоковская биләмәһенә индерелгән, һәм ауыл халҡына был урынды ташлап китергә тура килә. Ауыл халҡының күпселек өлөшө Ғәбдөк ауылының аръяҡ ярына килеп төпләнгән, шуға күрә хәҙерге ваҡытта тиклем ауылды ике исем менән атайҙар[5].
Йәйгеһен ауыл кешеләре Ташлуй тигән тау битендә йәйләү ҡорған. Ауыл кешеләре малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән[6].
Ә.З. Әсфәндиәровтың «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» тигән китабында Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡатай улусына ҡараған Ғәбдөк ауылы тураһында бына ниҙәр яҙылған:
Ауылға тәүге булып килеп нигеҙләнгән кеше тураһында наҡыҫ мәғлүмәттәрҙе М. Ф. Чурконың «БАССР-ҙың Тамъян-Катай кантонының тарихи очеркы» (Өфө, 1927) тигән китабынан алырға мөмкин. Унда XIX башында кантон ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән яһауыл Ғәбдөк Нуғай улы Яуғастиндың шәжәрәһе һүрәтләнгән.
Ғәбдөктәр Татлуй тауы битләүенә йәйләүгә күсеп йөрөгән. 29 йортта 196 кеше йәшәгән, 160 ат, 45 һыйыр, 46 һарыҡ, 15 кәзә тотолған. Малдар һаны тураһында һандар, күренеүенсә, ҙур түгел; улар хужалыҡтың рентабелле булмауын күрһәтә. Шуға күрә халыҡ солоҡсолоҡ (14 солоҡ) һәм умартасылыҡ (16 умарта) менән шөғөлләнгән, күрәһең.[7][8]
Өҙөктән күренеүенсә, Ташлуй хата менән «Татлуй» тип яҙылған. Кеше һәм малдар һаны нисәнсе йылға ҡарай икәне теркәлмәгән.
Ошо уҡ китаптағы 1920 йылда яҙып алған легенда буйынса, Инйәр йылғаһы буйҙарындағы ерҙәргә батшанан жалованный грамота килгән. Ҡолман тархандың Ғәбдүк, Сысҡан, Уҫманғәле, Йөйәк исемле улдары булған, улар шул исемдәге ауылдарға нигеҙ һалған[9]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса (2002) төп халҡы — башҡорттар (99 %)[12]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ауылда 518 кеше йәшәгән[13].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.