Wikimedia-Listn From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғирфан (ғәр. عرفان; рус. Ирфан) — ислам суфыйлығындағы категория: хаҡ мосолман-монотеист нисек булырға тейешлеге тураһында (مُوَحِّدٌ мүүәхид) һәм Аллаһҡа нисек яҡынлашырға мөмкин булыу тураһындағы махсус сакраль белемгә эйә булыу. «Ғирфан» термины был төр белемгә ҡарата башлыса шиғыйҙар тарафынан ҡулланыла. Сөнниҙәргә килгәндә, мистика улар араһында «тәсәвуф» — суфыйлыҡ тип йөрөтөлә.
Ғәмәлдә ғирфан ҡулланған мистиктар, терминдың хис һәм эмпирик тәжрибә, аҡыл һәм фекер йөрөтөү иҫәбенә алына алмай, әммә эске тойомлау һәм һиҙенеү юлы менән өлгәшелә торған айырым үҙенсәлегенә иғтибарҙы йүнәлтә. Кешенең тыумыштан уҡ белгән, әммә был донъяла юғалтҡан һәм онотҡан айырым бер белем. Ғирфан — Аллаһ тураһында белгән һәм юғалтҡан белемде тергеҙергә тырышыу.
Ғирфан өйрәткәнсә, Аллаһты танып белеү — был донъялағы бөтә нәмә һәм күренештәрҙең асылын таныуҙың асҡысы. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә генә абсолют белемгә эйә.
XX быуатта ғирфандың иң билдәле европа тикшеренеүселәренең береһе француз ғалимы Анри Корбен була. Шиғый дин белгестәре араһында ғирфандың күренекле ғарифтары һәм белгестәреАлламе Табатабаи, Муртаза Мутаххари кеүек аҡыл эйәләре, һәм шулай уҡ «Ҡырҡ хәҙис» һәм «әл-Фатиха сүрәһен аңлатыу» әҫәрҙәре авторы, Ирандағы Ислам революцияһы лидеры аятулла Хөмәйни бар.
Хәҙерге ваҡытта ғирфан буйынса төп рус телле белгестәрҙең береһе булып Латвия ғалимы Янис Эшотс тора. Әле йәшәгән ғарифтар иҫәбендә — Иран дин белгестәре аятулла Жәвәди Ғәмүли һәм аятулла Мөхәммәт Таҡый Мисбәх Йәзди.
«Ғирфан» һүҙе ғәрәп теленән башҡорт теленә лә ингән һәм «аң, белем, тәрбиә» тигәнде аңлата. Мәҫәлән, Аҡмулла «Кемдең зауҡы юҡ — ғирфаны юҡтыр, кемдең ғирфаны юҡ — выжданы юҡтыр», тигән. Һүҙ ир-ат исеме булып та киткән. Шәйехзада Бабичтың шундай юлдары бар: «Ғирфан абзый бер шәһәрҙә ғирфаны юҡ бер ахун»[1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.