Рәсәй дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы-ғалим From Wikipedia, the free encyclopedia
Якушев Владимир Владимирович (14 июнь 1968 йыл) — Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 2020 йылдың 9 ноябренән Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле[1]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Юғары советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2005), Почёт (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
Владимир Владимирович Якушев | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
9 ноябрь 2020 йыл | ||||
Президент: | Владимир Путин | |||
Алдан килеүсе: | Николай Цуканов | |||
| ||||
18 май 2018 — 9 ноябрь 2020 | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Дмитрий Медведев Михаил Мишустин | |||
Президент: | Владимир Путин | |||
Алдан килеүсе: | Михаил Мень | |||
Дауамсы: | билдәһеҙ | |||
| ||||
24 ноябрь 2005 — 18 май 2018 (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы 17 май — 25 сентябрь 2014) | ||||
Президент: | Владимир Путин Дмитрий Медведев Владимир Путин | |||
Алдан килеүсе: | Сергей Собянин Сергей Сметанюк | |||
Дауамсы: | Сергей Сарычев Александр Моор | |||
| ||||
12 апрель — 22 ноябрь 2005 | ||||
Президент: | Владимир Путин | |||
Губернатор: | Сергей Собянин | |||
Алдан килеүсе: | Степан Киричук | |||
Дауамсы: | Сергей Сметанюк | |||
Тыуған: | 14 июнь 1968 (56 йәш) Нефтекама ҡалаһы | |||
Партия: | Берҙәм Рәсәй | |||
Белеме: | Төмән дәүләт университеты | |||
Ғилми дәрәжәһе: | иҡтисад фәндәре кандидаты (2005) | |||
Профессияһы: | юрист, иҡтисадсы | |||
Наградалары: |
| |||
Владимир Владимирович Якушев 1968 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Нефтекама ҡалаһында алыҫ араларға йөрөүсе шофер ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә ата-әсәһе менән Ямал-Ненец автономиялы округының Надым ҡалаһына күсенеп килә һәм шунда урта мәктәпте тамамлай. 1986 йылдың 26 июненән 1988 йылдың 6 июненә ҡәҙәр Совет Армияһы сафтында хәрби хеҙмәттә була һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң Төмән дәүләт университетына уҡырға инә. 1993 йылда был уҡыу йортоноң юридик факультетын «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса, 1997 йылда — ситтән тороп иҡтисад факультетын «финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса, иҡтисадсы квалификацияһы алып, уңышлы тамамлап сыға.
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Көнбайыш Себер комерция банкының Ямал-Ненец филиалында юристконсультант булып башлай. Артабан 1994 йылдың 25 июленән 1995 йылдың 24 ғинуарынаса банк филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, шунан уның директоры булып эшләй. 1997 йылдың 19 майында «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салехард филиалы директоры — банктың вице-президенты итеп тәғәйенләнә, 1998 йылдың 27 апреленән банктың беренсе вице-президенты, 1998 йылдың 29 апреленән «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты була.
2001 йылдың 13 июнендә Төмән өлкәһенең вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә, ул ваҡыттағы өлкә башлығы, һуңынан Мәскәү ҡалаһы мэры итеп тәғәйенләнгән Сергей Собянин командаһында эшләй. 2005 йылдың март бышында Төмән ҡалаһы башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 21 марттан — башлыҡ вазифаһын башҡарыусы, 14 апрелдән 24 ноябргә тиклем — Төмән ҡалаһы башлығы булып эшләп ала һәм Төмән өлкәһенең губернаторы итеп үрләтелә.
2010 йылдың 12 октябрендә Рәсәй Федерацияһының ул саҡтағы Президенты Д. А. Медведев тәҡдиме менән Төмән өлкәһе Думаһы тарафынан сираттағы биш йылға өлкә губернаторы итеп бер тауыштан раҫлана. Сираттағы һайлауҙарға бәйләнешле 2014 йылдың 17 майынан Рәсәй Президенты В. В. Путин указына ярашлы Төмән өлкәһе губернаторы вазифаларын ваҡытлыса башҡара. 2014 йылдың 14 сентябрендә үткән губернатор һайлауҙарының беренсе турында уҡ һайлаусыларҙың 87,3 % тауышын йыя һәм 25 сентябрҙән — яңынан Төмән өлкәһе губернаторы булып эшмәкәрлеген дауам итә. Владимир Якушев — Төмән өлкәһе тарихындағы дүртенсе губернатор.
Өлкә етәксеһе вазифаһында Владимир Якушев үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтеп килә. Бигерәк тә уның етәкселегендә төбәктә тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәт һөҙөмтәләре иғтибарға лайыҡ, уны Үҙәк Рәсәйҙә һәм илдең Ҡара тупраҡлы зонаһында урынлашҡан өлкә етәкселәре ныҡлап өйрән. Етәксе шулай уҡ торлаҡ төҙөү, демография һәм спорт мәсьәләренә йылдар барышында күҙ уңында тотоп килә.
Өлкә етәксеһе булараҡ, Владимир Якушев социаль селтәрҙәрҙә үҙенең рәсми блогын булдырған. Губернатор унда үҙенең йәмәғәтселеккә видемөрәжәғәттәрен урынлаштыра, халыҡты теге йәки был мәсьәләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Юғары вазифаларҙы башҡарғанда тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн 2008 йылда Почёт ордены һәм 2012 йылда IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнә. Физик культура һәм спортты пропагандалауға һәм үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн 2013 йылда Рәсәй спорт министрлығының Николай Озеров миҙалына лайыҡ була.
Владимир Якушев тыуған ҡалаһы Нефтекама менән бәйләнештәрен өҙмәй. 2015 йылдың 9 апрелендә ул, ҡалала нәшер ителгән «Красное знамя» гәзитен 50 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.
2018 йылдың 8 майында Төмән өлкәһе губернаторы вазифаһынан үҙ теләге менән бушатылды һәм 18 майҙа Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-комуналь хужалығы министры итеп тәғәйенләнде[2][3]. Был вазифала ул 2020 йылдың 9 ноябренә тиклем эшләне һәм Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.