Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ырымбур Неплюев кадет корпусы — дворян балаларына урта белем биреү һәм аҫаба халыҡтан урындағы власть өсөн кәрәк булған белгестәр әҙерләү өсөн Ырымбур губернаһының Рәсәй хакимиәте ойошторған урыҫ телле уҡыу йорто («урыҫтарҙың азиаттар менән яҡынайыуына булышлыҡ итергә, был алыҫ крайҙы белемле чиновниктар менән тәьмин итергә»); Ырымбур губернаһының беренсе губернаторы Иван Иванович Неплюев хөрмәтенә аталған.
Ырымбур Неплюев кадет корпусы | |
Нигеҙләү датаһы | 2 ғинуар 1825 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия: Оренбург (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Парковый проспект, 7 |
Ырымбур Неплюев кадет корпусы Викимилектә |
Неплюев хәрби училищеһы Ырымбурҙа 1825 йылдың 2 ғинуарында асыла.
Тәүҙә училище ябай ағас йортта асыла; аҙаҡ, һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асылған бинала урынлаша; 1872 йылдан — Каруанһарай майҙанында махсус төҙөлгән, ҙур таш йортта. Хәҙер был бина медицина университетының III корпусы булып тора.
Корпус европа һәм азия бүлектәренән (артабан эскадрон тип атала) тора. Беренсеһендә башлыса урыҫ тәрбиәләнеүселәре уҡыған, икенсеһендә күпселекте урыҫ булмағандар тәшкил итә. Штат буйынса 200 уҡыусы ҡабул ителә: 70 уҡыусы ҡаҙна иҫәбенә һәм 40 уҡыусы үҙ иҫәбенә (үҙ коштлы тәрбиәләнеүсе); ҡалған 90 урын урындағы казак ғәскәре офицерҙары улдарына бирелгән, шуларҙан 30 вакансия Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре өсөн һаҡлап тотолған булған.
1832 йылда Неплюев училищеһында хәрби һәм граждан чиновниктарҙың ҡыҙҙарын тәрбиәләү һәм фәнгә һәм ҡул эштәренә уҡытыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге асылған.
Уҡыу программаһы 6 йылға иҫәпләнгән булған (2-шәр йылдан 3 класс). Дөйөм белем биреү предметтары (тарих, география, ботаника, минералогия, математика) уҡытыла һәм махсус предметтар өйрәнелә. Европа бүлексәһендә дөйөм белем биреү дисциплиналары менән бер рәттән, француз һәм немец телдәре, шулай уҡ фортификация һәм артиллерия өйрәнелә. Азия бүлексәһендә хәрби фәндәр уҡытылмай; христиан һәм мосолман дини тәғлимәттәре һәм дөйөм белем биреү дисциплиналары менән бер рәттән, ғәрәп, фарсы һәм туған телдәр уҡытыла; архитектура, каллиграфия һәм нәфис сәнғәт буйынса билдәле бер белемдәр бирелә; игенселек һәм урман хужалығына бәйле дисциплиналар уҡытыла. XIX быуаттың 60-сы йылдарында кадет корпусы үҙгәртеп ҡорола. Уҡыу курсы һәм ойошманың үҙенсәлектәре бөтөрөлә, урындағы һәм көнсығыш телдәре, урмансылыҡ, архитектура һәм башҡалар программанан алып ташлана. Урыҫ булмаған халыҡтар өсөн вакансиялар бөтөрөлә, бөтә уҡыусылар ҙа берҙәм уҡытыу программаһы буйынса уҡытыла башлай.
Кадет корпусы XIX быуаттың беренсе яртыһында крайҙың мәҙәни тормошона, башҡорттарҙың һәм крайҙың урыҫ булмаған башҡа халыҡтарының мәғрифәтселегенә ҙур йоғонто яһай. Бында М. И. Өмөтбаев — күренекле башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе, ғалим-энциклопедист белем алған.
В. Н. Витевский мәғлүмәттәре буйынса, корпус директорҙары булғандар[2]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.