From Wikipedia, the free encyclopedia
Ще́рба Лев Владимирович (бел. Леў Уладзіміравіч Шчэрба) (3 март 1880 йыл, — 26 декабрь 1944 йыл) — Рәсәй һәм СССР тел белгесе, СССР Фәндәр Академияһы (1943) һәм РСФСР-ҙың мәғариф академияһы (1944), Психолингвистика, лексикография һәм фонология үҫешенә ҙур өлөш индергән. Фонема теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Лев Владимирович Щерба 1830 йылдың 3 мартында Минск губернаһы Игумен ҡалаһында тыуған[6][7] Киев ҡалаһында үҫкән. 1896 йылда Киев 2-се гимназияһын алтын миҙал.ға тамамлай. 1898 йылда Киев университетының тәбиғи фәндәр факультетына уҡырға инә. 1899 йылда Петербургҡа ата-әсәһе күскәндән һуң,, Император Санкт-Петербург университетының тарих-филолгия факультетына күсә.. Бодуэн де Куртенэ Иван Александровичтың уҡыусыһы. 1903 йылда Петербург университетын «Фонетикала психик элемент».хеҙмәте өсөн алтын миҙалға тамамлай.
1906—1908 йылдарҙа Европала йәшәй, Лейпцигта, Парижда, Прагала грамматиканы, сағыштырма тарихи лингвистиканы һәм фонетиканы өйрәнә, тоскана һәм лужица диалекттарын өйрәнә. Парижда Ж.-Ж.Руссоның эксперименталь фонетика лабораторияһында эшләй. 1909 йылдан Санкт-Петербург университетының приват-доценты. Бынан тыш Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында, Психоневрология институтында, һаңғырау-телһеҙҙәр өсөн уҡытыусылар һәм сит тел уҡытыусылары әҙерләү курстарында уҡыта. Лингвистика, сағыштырма грамматика, фонетика, рус һәм иҫке славян, латин, боронғо грек теле менән таныштырыу курстарын уҡый, француз, инглиз, немец телдәренең әйтелешен өйрәтә.
1909 йылда Санкт-Петербург университетында эксперименталь фонетика лабораторияһын булдыра, (хәҙер уның исемен йөрөтә). 1912 йылда магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай («Сифат һәм һан яғынан рус һуҙынҡылары»), 1915 йылда — докторлыҡ диссертацияһын («Восточнолужицкое диалекты»)[8]. 1916 йылдан — Петроград университетының сағыштырма тел ғилемдәре кафедраһы профессоры. 1924 йылдың 6 декабренән — Рәсәй Фәндәр академияһының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы буйынса ағза-корреспонденты, 1943 йылдың 27 сентябренән — СССР Фәндәр Академияһы академигы. 1924 йылдан — Халыҡ-ара фонетиктар ассоциацияһының почетлы ағзаһы.[9] 1924 йылдан — фонетистарҙың халыҡ-ара ассоциацияһының почетлы ағзаһы.
Ленинград университетында [[1941 йыл]ға тиклем уҡыта.
Һуңғы йыл ғүмерен мәскәүҙә үткәрҙе, һәм унда вафат була. Ерләргә Ваганьковском кладбище (13 уч.)[10].
Улдары: Дмитрий (1906—1948) — филология фәндәре кандидаты һәм Михаил (1908—1963) — медицина фәндәре докторы. Бүләһе — әҙәбиәт белгесе Д. М. Буланин.
Бодуэн-де-Куртененан ҡабул иткән фонема концепцияһын үҫтереүҙе дауам итә һәм «фонема» терминына хәҙерге мәғәнәһен бирә. Ленинград (Петербург) фонология училищеһына нигеҙ һалыусы.
Уның фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары араһында синтакс, грамматика, телдәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе мәсьәләләре, рус һәм сит телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләре, тел нормаһы, орфография һәм орфоэпия мәсьәләләре була. Һүҙҙең фәнни һәм «бер ҡатлы» мәғәнәһен айырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, һүҙлектәрҙең фәнни типологияһын булдырған. Мәғәнәләрҙән уларҙы сағылдырыусы формаларға (формаларҙан мәғәнәләргә күскән традицион пассив грамматиканан айырмалы рәүештә) әүҙем грамматика төҙөү проблемаһын ҡуя.
хеҙмәтендә тел материалын, тел системаһын һәм телмәр эшмәкәрлеген айыра, шуның менән Ф. де Сосюрҙың тел менән телмәр араһындағы айырма тураһындағы фекерен үҫтерә.
Щерба кире тел материалы төшөнсәләрен һәм лингвистик экспериментты индерә. Эксперимент үткәргәндә, Щерба раҫлау миҫалдарын (нисек һөйләргә мөмкин) ҡулланыуҙан тыш, кире материалды системалы рәүештә күҙ уңында тотоу ҙа мөһим тип иҫәпләй (әйтеп тораһы ла түгел).
Л. В. Щерба — «Глокая куздра штеко будлано бокра и курдячит бокренка» тигән фраза авторы.
1944 йылда, ҡатмарлы операцияға әҙерләнгәндә,, күп кенә фәнни проблемаларға ҡарашын «Очередные проблемы языковедения»[11] (или «языкознания»[12] мәҡәләһендә тасуирлай. Ғалим операцияны күтәрә алмай, шуға күрә был эш Лев Владимировичтың үҙенә генә хас васыятнамәһе була. Һуңғы хеҙмәтендә Щерба ошондай мәсьәләләргә ҡағыла:
Щерба фекеренсә, бер телде һөйләүсе күҙлегенән дә (телде һайлап алыу әйтелергә тейешле мәғәнәгә ҡарап) һәм тыңлаусы күҙлегенән дә тасуирларға мөмкин (был лингвистик сараларҙы анализлау уларҙың мәғәнәһен изоляциялау маҡсатында). Беренсеһен «әүҙем» тип атарға тәҡдим итә, ә икенсеһе — телдең «пассив» грамматикаһы.
Әүҙем грамматика тел өйрәнеү өсөн бик уңайлы, әммә ғәмәлдә бындай грамматиканы төҙөү бик ҡатмарлы, сөнки тарихи яҡтан уларҙың һөйләүселәре өйрәнгән телдәр пассив грамматика күҙлегенән тасуирлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.