From Wikipedia, the free encyclopedia
Шульман Екатерина Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Заславская, 19 август 1978 йыл, Тула) — Рәсәй сәйәсмәне һәм публицисы, закондар сығарыу мәсьәләләре буйынса белгес[3]. Сәйәси фәндәр кандидаты (2013).
Шульман Екатерина Михайловна | |
рус. Екатерина Михайловна Шульман | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Екатерина Михайловна Заславская |
Патронимы йәки матронимы | Михайловна[d] |
Тыуған көнө | 19 август 1978 (46 йәш) |
Тыуған урыны | Тула, РСФСР, СССР |
Хәләл ефете | Михаил Юрьевич Шульман[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | политолог, университет уҡытыусыһы, публицист |
Эшмәкәрлек төрө | политология[1] һәм публицистика[d][1] |
Эш урыны |
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d] Фонд им. Роберта Боша[d] |
Уҡыу йорто |
Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы[d] Колледж им. Дж. Брауна[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | сәйәсәт фәндәре кандидаты[d] (2013) |
Ойошма ағзаһы | Совет при Президенте Российской Федерации по развитию гражданского общества и правам человека[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 166 сантиметр |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 209 641 һәм 1 180 000 ± 9999[2] |
Шульман Екатерина Михайловна Викимилектә |
Мәскәү юғары социаль һәм иҡтисади фәндәр мәктәбенең сәйәси һәм хоҡуҡи белемдәр кафедраһы доценты[4], Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы Ижтимағи фәндәр институтының дәүләт идараһы һәм асыҡ сәйәсәт кафедраһы уҡытыусыһы. РФ Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы (2018—2019)[5][6].
«Ведомости», «Грани.ру», Republic, Московский центр Карнеги нәшриәттәрендә баҫылып сыға[7]. 2016 йылдан башлап 2022 йылға тиклем «Эхо Москвы» радиостанцияһында «Статус» авторлыҡ программаһын алып бара, станция ябылғандан һуң — YouTube каналдарында[8].
Екатерина Шульман 1978 йылдың 19 авгусында Тула ҡалаһында педагогтар ғаиләһендә тыуа[9]. Әсәһе — Ольга Владимировна Заславская, профессор Галина Лубянская һәм доцент Владимир Мошкевичтың ҡыҙы, Тула педагогия институтының филология факультетын тамамлаған, профессор, педагогия фәндәре докторы[10]. Атаһы— Михаил Петрович Заславский, Тула иҡтисад һәм информатика институты (ТИИИ) проректоры, 2012 йылдан — «ВПА халыҡ-ара полиция академияһы» проректоры, техник фәндәр кандидаты[11]
1995 йылда Тула ҡалаһының 73-сө мәктәп-лицейын көмөш миҙал менән тамамлай[7]. Лицейҙы тамамлағандан һуң Джордж Браун исемендәге колледжға (Торонто, Онтарио, Канада) уҡырға инә, унда инглиз телен һәм сит ил мәҙәниәтен өйрәнә[12].
Дәүләт хеҙмәте өлкәһендә — 1996 йылдан Тула ҡалаһының дөйөм Сәйәсәт идараһында эшләй[7].
1999 йылда Мәскәүгә күсеп килә. 1999 йылдың март айынан сентябрь айына тиклем РИА «Новости» мәғлүмәт агентлығында эшләй[13].
1999 йылдан 2006 йылға тиклем «Яблоко» партияһынан депутат Юрий Нестеровтың ярҙамсыһы вазифаһын биләй, һуңынан «Ватан — Бөтә Рәсәй» фракцияһы аппаратының хеҙмәткәре була [14], РФ Дәүләт Думаһы үҙәк аппаратының аналитик идара эксперты вазифаһын башҡара[15].
2005 йылда РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай, унда юриспруденцияны өйрәнә[16].
2006 йылдан 2011 йылға тиклем PBN Company консалтинг компанияһының закондарҙы тикшереү буйынса директоры була[17][18][19][20].
2018 йылдың 3 декабренән 2019 йылдың 21 октябренә тиклем граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы Совет составына инә. Совет ағзаһы сифатында «Мәскәү эше» фигураларына юридик ярҙам күрһәткән[21].
2022 йылдың апрелендә Роберт Бош исемендәге фонд стипендиаты сифатында Германияға командировкаға китә[22]. 2022 йылдың 12 апрелендә үзенең аҙналыҡ «Статус» сәйәси-ағартыу программаһы сығарылышында Шульман Германияға китеүе тураһында иғлан итә һәм стипендиат программаһы бер йыл дауам итә, уның китеүе эш сәбәптәре менән бәйле тип аңлата[23][24].
2022 йылдың 15 апрелендә Рәсәй юстиция министрлығы Шульманды «сит ил агенттары» реестрына индерә[25].
2022 йылдың 17 апрелендә Шуьман элек йәшәгән йортта уның «украин нацистарына ярҙам итеүендә» ғәйепләүсе листовкалар йәбештерәләр[26][27].
2013 йылдан 2018 йылға тиклем — «Ведомости» газетаһы колумнисы[28][16]. Шулай уҡ «Грани.ру», Republic, Карнеги Мәскәү үҙәгендә баҫыла[7].
2013 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Рәсәй халыҡ хуҗалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында сәйәси фәндәр докторы, профессор Елена Морозова етәкселегендә «Политические условия и факторы трансформации законотворческого процесса в современной России» темаһына сәйәси фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Рәсми оппоненттары — сәйәси фәндәр докторы, профессор В. И. Буренко һәм сәйәси фәндәр докторы Ю. Г. Коргунюк. Төп ойошма — Мәскәү дәүләт университетының политология факультеты Рәсәй сәйәсәте кафедраһы[29][30].
Сәйәси фәндәр кандидаты, РФ Президенты ҡарамағындағы Россия Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте университетының социаль фәндәр институтының дәүләт идаралығы һәм асыҡ сәйәсәт кафедраһы доценты[16].
2016 йылда үҙ YouTube каналын эшләтеп ебәрә, ул 2022 йыл башына 920 меңдән артыҡ кеше аудиторияны йыя[31]. Шульмандың Instagram ында 620 меңдән ашыу ҡулланыусы яҙыла[32][33].
2017 йылдың сентябренән «Эхо Москвы» радиостанцияһында «Статус» тапшырыуын алып бара[34], 2022 йылда радиостанция ябылғандан һуң программа Youtube каналында сыға.[35].
«Тура телмәр» лекторияһында даими лектор булып тора. 2016 йылдан YouTube каналын алып бара, унда политология өлкәһендә асыҡ лекциялар уҡый[36]. 2021 йылдың февралендә протест акцияларында күпләп тотҡарлыҡтар фонында Екатерина YouTube каналында хәйриә стрим үткәрә, 2 сәғәт эсендә 3 млн һумдан артыҡ аҡса йыя.[37]. Ул йыйылған аҡсалар өс ойошма — «ОВД-Инфо», «Апология протеста» һәм «Медиазона» нәшриәте араһында бүленәсәк, тип вәғәҙә итә[38].
2022 йылдың 20 мартында «ВКонтакте» социаль селтәре администрацияһы Генераль прокуратура талабы буйынса Шульман фан-төркөмөн ябып ҡуя. Ведомствоның ғаризаһында төркөмдә «Россияның Украинаға хәл менән инеүе тураһында ялған мәғлүмәттәр» баҫылыуы тип әйтелә[39].
Ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: закондар сығарыу процессы, Рәсәйҙә сәйәси режим.
Әҙәбиәт белгесе, В.В. Набоков ижады буйынса белгес Михаил Юрьевич Шульман (1966)[40] менән никахта тора
2020 йылда «Левада-Центр» һорауы буйынса 40-55 йәштәгеләр төркөмөндә россияла иң илһам биреүсе кеше була[43][44].
Шул уҡ йылды Glamour журналы версияһы буйынса «Йыл ҡатын-ҡыҙы» бүләген ала[45].
2021 йылдың 13 апрелендә Федераль адвокаттар палатаһының «Хоҡуҡи дәүләт үҫешенә бик ҙур өлөш индергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, бүләкте адвокаттар хоҡуғын яҡлау буйынса РФ ФПА Советы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Вадим Клювгант тапшыра[46].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.