Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чернобыль (укр. Чорно́биль «чернобыльник»(әрем) һүҙенән алынған) — Украинаның Киев өлкәһе Иванков районындағы ҡала.
Ҡала | |||
Чернобыль укр. Чорнобиль | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус |
район әһәмиәтендәге ҡала, 1986 йылдың 28 апреленән тулыһынса тиерлек ташландыҡ хәлдә | ||
Өлкә | |||
Район |
Иванков районы | ||
Координаталар | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1193 | ||
Майҙаны |
2044 км² | ||
Рәсми теле |
[[Ҡалып:НП-Украина/Язык]] | ||
Халҡы |
500 человек (2010) | ||
Тығыҙлығы |
120,8 кеше/км² | ||
Милли состав |
украиндар, белорустар, урыҫтар, поляктар, йәһүдтәр (аварияға тиклемге иҫәп алыуҙан) | ||
Конфессиональ составы |
православныйҙар, йәһүдтәр | ||
Этнохороним |
чернобылецтар, чернобылец, чернобылька | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 | ||
Почта индексы |
07270 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
Ҡалып:НП-Украина/Автомобильный код | ||
КОАТУУ |
3222010500 | ||
Чернобыль Припять йылғаһында, уның Киев һыуһаҡлағысына ҡойған урынынан алыҫ түгел урынлашҡан.
Чернобыль АЭС-тағы авария арҡаһында билдәләлек ала. Һәләкәткә тиклем ҡалала 13 меңгә яҡын кеше йәшәһә, 2001 йылғы Бөтә украин халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Чернобыль (Припять һымаҡ уҡ) «кешеһеҙ ҡала» булып һанала[1]. Хәҙерге ваҡытта ҡалала тик учреждениелар һәм Чернобыль АЭС-ының ябылған һәм бер һүҙһеҙ гарантияланған күсенеү зонаһы предприятиеларының вахта ысулы менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәре һәм самоселдар (элекке урындарына ҡайтҡан халыҡ) йәшәй[2]. Киевҡа тиклем туранан — 83, автомобиль юлы менән 115 км. Чернобыль АЭС-ынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Чернобыль тәүге тапҡыр XIV быуат аҙағында "Алыҫ һәм яҡын урыҫ ҡалалары исемлеге"ндә (урыҫса «Список русских городов дальних и ближних») 1193 йылда иҫкә алына.
1548 йылда, был ерҙәр Бөйөк Литва кенәзлеге ҡулы аҫтында булғанда, Чернобыль эргәһендә генә кенәз Фридрих Пронский замок төҙөй. Замок ултыраҡтан тәрән соҡор менән бүленгән була һәм беҙҙең заманға тиклем һаҡланып ҡалған. XVII быуат башында замок ҡабаттан реконструкциялана һәм яҡшы нығытылған, инергә ҡыйынлыҡ тыуҙырған нығытмаға әүрелдерелә, ә Чернобыль ҡалаһы өйәҙ үҙәге булып ҡала[3].
1793 йылда Рәсәй империяһы составына инә. 1898 йылда Чернобылдә йәшәгән халыҡ иҫәбе 10 800 кешегә етә, шуларҙың 7200 — йәһүдтәр.
Йәһүдтәрҙе Чернобылдә Филон Кмита Польша колонизацияһы сиктәрендә урынлаштыра. 1596 йылда Польша короллегенә ҡушылғандан һуң православие динендәге крәҫтиәндәр католицизмға мәжбүри күсереләләр. Православие Рус батшалығы баҫып алғандан һуң ғына тергеҙелә.
XVIII быуаттың икенсе яртыһында Чернобыль хасидизмдың төп үҙәктәренең береһе була. Чернобыль хасид династияһын раввин Менахем Нахум Тверской ойоштора.
XIX быуат аҙағына тиклем Чернобыль ҡалаһы граф Ходкевичтарҙың шәхси ҡалаһы була. 1896 йылда хужалар ҡаланы дәүләткә һаталар, шулай ҙа 1910 йылға тиклем улар ҡалалағы замокка һәм йортҡа хужа була.
Йәһүд халҡы 1905 йылдың октябрендә һәм 1919 йылдың март — апрель айҙарында погромдан зыян күрә, был ваҡытта бик күп йәһүдтәр черносотенецтар тарафынан талана һәм үлтерелә. 1920 йылда Тверской династияһы ҡаланы ташлап сығып китә һәм Чернобыль хасидизмдың мөһим үҙәге булыуҙан туҡтай.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҡала оккупациялана. Граждандар һуғышы осоронда ҡала һәм өйәҙ "йәшел "атаман Струк контроле аҫтында була. Структы ҡыҙылдар күп мәртәбә ҡыуып сығарырға тырышалар, әммә ул һәр ваҡыт отряды менән кире ҡайта. Совет-Польша һуғышы ваҡытында Чернобылде башта Польша армияһы баҫып ала (ысынында шул уҡ Струк был юлы Пилсудскийға дуҫтарса ярҙам итә), ә һуңынан Ҡыҙыл армия кавалерияһы тарафынан тартып алына. 1921 йылда Украина ССР-ы составына индерелә. Һуңғы йәһүд погромын ҡала тирәһендә Струк 1922 йылда ойоштора.
Чернобылдәге поляктар общинаһы 1936 йылда Ҡаҙағстан Совет Социалиcтик Республикаһына депортациялана. 1919 йылдан һуң ҡалала ҡалған ҙур булмаған йәһүд общинаһын Украинаның Рейхскомиссариаты 1941—1944 йылдарҙа тулыһынса ҡыйрата. 1943 йылдың 17 ноябре — Азатлыҡ көнө.
1970 йылдарҙа Чернобылдән 10 км алыҫлыҡта Украинала тәүге атом электростанцияһы төҙөлә.
1985 йылда сафҡа «Чернобыль-2» объекты — горизонт артындағы РЛС «Дуга» индерелә.
1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль АЭС-ның дүртенсе энергоблогында атом энергетикаһы тарихында иң эре һәләкәт булып һаналған авария тыуа. Ҡаланың бөтә кешеләре лә эвакуациялана, әммә ҡайһы берҙәре һуңынан үҙҙәренең йорттарына ҡайталар һәм әле лә ағыуланған территорияла йәшәүен дауам итәләр[4].
2006 йылда американ коммерциялы булмаған ғилми — тикшеренеү ойошмаһы Блэксмит институты тарафынан донъялағы иң бысраҡ (ағыуланған) ҡалаларҙың исемлеге нәшер ителгән. Был исемлектә Чернобыль беренсе тиҫтәгә эләккән[5].
Ҡалала Советтар Союзы Геройы, Чернобыль АЭС-ын һаҡлау буйынса ВПЧ — 2 ҡараулы начальнигы, эске эштәр лейтенанты Правик Владимир Павлович (1962—1986) тыуған.
Чернобыль ҡалаһы 1986 йылда ябылған һәм радиациялы хәүефле территориялар менән идара итеүсе административ үҙәгк. Ерҙәрҙе ябыҡ итеп иғлан итеү тураһында ғәҙәттән тыш ҡарар АЭС-ҡа яҡын территорияларҙың байтаҡ радиоактив бысраныуы менән бәйле.
Ҡалала зонаны экологик яҡтан хәүефһеҙ хәлдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән төп предприелар ҡалған. Шул иҫәптән 30 километрлыҡ ябыҡ зонаның радиация хәлен тикшереп тороусы предприятиелар — Припять йылғаһының һыуында, уның ҡушылдырыҡтарында, шулай уҡ һауала радионуклидтар күләме тикшерелеп тора.
Ҡалала Украина МВД — һының шәхси составы тотола, уларға 30-километрлыҡ зонаны һаҡлау һәм территорияға сит кешеләрҙең инеүен контроль аҫтында тотоу бурысы йөкмәтелгән[6].
Харьков ҡалаһында Чернобыль ветерандарының Бөтә Украина ойошмаһы бар.Һылтанма — http://veteranychernobyl.info/ 2017 йыл 27 ғинуар архивланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.