Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙы (28 май 1949 йыл — 4 июнь 1995 йыл) — башҡорт шағиры, уҡытыусы-педагог. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
Рәмзилә Хисаметдинова | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Учалы районы Сәфәр ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
уҡытыусы, шағир |
Ижад йылдары: |
1965—1995 |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Бүләгем» шиғри йыйынтығы (1975) |
Наградалары: |
Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. |
Рәмзилә Миндеғәли (Башҡорт энциклопедияһында Миндиғәле тип алынған) ҡыҙы Хисаметдинова 1949 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Сәфәр ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1966 йылда урта белем алғас, үҙ мәктәбенең интернатында тәрбиәсе булып эш башлай. 1970 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) филология факультетына уҡырға инә. 1975 йылда юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Учалы районына эшкә ебәрелә, Юлдаш һәм Сәфәр мәктәптәрендә балалар уҡыта. Кейәүгә сығыу менә бәйле ижади уҡытыусының артабанғы тормошо Салауат районының үҙәге Малаяҙ ауылында дауам итә. Бында Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙы урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән балаларға күп яҡлы һәм төплө белем бирә. Уның педагогик эшмәкәрлеге «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән маҡтаулы исем менән баһалаған. 1995 йылдың 4 июнендә шағир-уҡытыусы көтмәгәндә вафат була.
Рәмзилә Хисаметдинова мәктәп йылдарынан шиғырҙар яҙа, уның тәүге әҫәрҙәре республика гәзит һәм журналдары биттәрендә 1965 йылдан күренә башлай. Ошо тәүге уңыштары менән ҡанатланған йәш ижадсыны әҙәбиәткә һәм шиғриәткә һөйөү Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) филология факультетына алып бара. Студент йылдарында факультетта эшләп килгән «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була ҡәләмен һиҙелерлек шымарта. Нәтижәлә ошо осорҙа яҙылған шиғырҙары 1975 йылда донъя күргән «Бүләгем» тигән тәүге йыйынтығына туплана. 1977 йылда үҙен танытып өлгәргән йәш шағир СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1981 йылда уның «Ирәмәл ҡыҙҙары» исемле икенсе китабы нәшер ителә.
Йылдан-йыл арта барған тормош тәжрибәһе, яңынан-яңы кисерештәр, тирә-яҡ көнитмешкә арыу ғына үтелгән ғүмер бейеклегенән ҡарау, улар тураһында тәрән һәм даими уйланыу Рәмзилә Хисаметдиноваға матур һәм үҙенсәлекле шиғырҙар ижад итергә булышлыҡ итә. Күҙ алдынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙә әҙип сағыу образдар табырға ынтыла, уның әҫәрҙәренең һәр береһендә ниндәйҙер шиғри асышты табырға була. Тәүге ике йыйынтығына ингән лирика өлгәләрендә уҡыусылар ҙа, әҙәбиәт белгестәре лә авторҙың ихлас хистәрен, поэтик һөйләшеүҙең башҡорт ҡатын—ҡыҙҙарына хас тәбиғилеген һәм бер үк ваҡытта теленең бай образлылығын бер тауыштан билдәләне. Уларҙа шулай уҡ ауылда йәшәп ижад итеүсенең үҙ заманы менән бергә атлауы асыҡ сағыла, йәштәштәренең төрлө хеҙмәт өлкәләрендә фиҙакәр эшләүенә, уларҙың матур уй-тойғоларына маҡтау йырлана.
Ике китабы менән нәҡ үҙенең тоғро уҡыусыһын тапҡан Рәмзилә Хисаметдинова шиғыр һөйөүселәрҙе 1989 йылда «Әсә һүҙе» тип аталған яңы тупланмаһы менән тағы ла шатландырҙы. Поэтик форма һәм жанр өлгөләрен яңылары менән тулыландырыу йәһәтенән был йыйынтығында автор үҙенең эҙләнеүҙәрен төрлө юҫыҡтарҙа дауам итә, шуға ла уның һәр яңы асышы бигерәк тә ҡыҙыҡлы һәм күңелгә яҡын итеп ҡабул ителә. Иренең тоғро һәм һөйөклө ҡатыны, балаларының яратҡан әсәһе булған әҙип үҙенең бай кисерештәрен сағыу образдар аша бик тә уңышлы сағылдырыуға өлгәшә. Тормошоноң һәр яңы йыл-баҫҡысы менән шиғри таланты нығыраҡ һәм күп яҡлы асыла барған шағир уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында башҡорт шиғриәтендә иң әүҙем ижадсылар рәтендә ныҡлап урын ала барҙы. Уны нигеҙле рәүештә «ҡатын-ҡыҙ лирикаһы оҫтаһы» тип нарыҡланылар. Әҙиптең шиғри шәлкемдәре республиканың башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан гәзит һәм журналдарында даими баҫылып килә, тәрән хисле һәм бай эске йөкмәткеле поэтик әҫәрҙәренең айырым өлгөләре рус телендә сыҡҡан баҫмаларҙа ла йыш ҡына урын ала. Уларҙы үҙ ваҡытында бик оҫтә тәржемә итеп, «Бельские просторы» журналында баҫтырған билдәле шағир Ғәзим Шафиҡов «Рәмзилә Хисаметдинова шиғырҙарының ни яғы менәндер Марина Цветаева әҫәрҙәренә ныҡ яҡын» булуыуын билдәләгән.
Беренсе шиғри йыйынтығынан һуң уҡ СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алынған шағир үҙе тере саҡта шиғыр яратыусыларға тәҡдим итеп өлгөргән тағы ла ике китабы менән үҙен башҡорт шиғриәтенә төплө һәм ныҡлы аяҡ менән килгән әҙип итеп күрһәтте. Әллә ни ҙур күләмле булмаһалар ҙа, был шиғыр китаптары башҡорт әҙәбиәте тарихына үҙенсәлекле һәм һиҙелерлек күренеш булып инеп ҡалды. Улар уҡыусыларҙың да, тәнҡитселәрҙең дә юғары баһаһына лайыҡ булды. Шуға ла институтты шиғри йыйынтыҡ менән тамамлаған йәш шағирҙың ысын талант сатҡыларын ваҡытында күреп ҡалған ижадсылар бер ҙә яңылышмаған, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Аяуһыҙ үлем Рәмзилә Хисаметдинованы беҙҙең аранан һәм ижад донъяһынан көтмәгәндә һәм иң үкенеслеһе – бик иртә алып китһә лә, уның әҫәрҙәре әле лә шиғыр һөйөүселәр күңелендә. Әҙиптең тәүге йыйынтыҡтарына инмәй ҡалған һәм улар ташҡа баҫылғас яҙылған башҡа әҫәрҙәре менән иң яҡшылары тип табылғандары бергә йыйылып, 2001 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Һандуғас ғүмере» исемле китапта тупланған. Был уның әҫәрҙәренең иң тулы тупланмаһы булып тора. Уларҙа авторҙың тыуған төйәгенә, сал Уралға булған һөйөүе, үҙенә ғүмер бүләк иткән әсәһенә рәхмәте, шулай уҡ бар туғандарына һәм дуҫтарына булған матур хистәре яҡты образдар аша һынландырыла. Шиғырҙарҙағы шатлыҡ һәм моңһоулыҡ, нәфислек һәм ғорурлыҡ кеүек һәм башҡа күп яҡлы матур хистәр бермә-бер үрелеп, авторҙың һутлы теле аша уҡыусы күңеленә бик еңел үтеп инә. Рәмзилә Хисаметдинова бар ижады менән үҙен телебеҙҙе бик яҡшы белеүсе шағир-уҡытыусы итеп күрһәтте.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.