Урта Себер яҫы таулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урта Себер яҫы таулығы (саха Орто Сибиир хаптал хайалаах сирэ) — Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөндәге Себер платформаһы сиктәрендә ятҡан яҫы таулыҡ.
Урта Себер яҫы таулығы | |
Тау һырты | Путорана[d] |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй[1] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Себер |
Иң юғары нөктә | Камень[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1701 метр[2][3][4] |
Оҙонлоҡ | 2000 km |
Киңлек | 2000 km |
Майҙан | 3 500 000 км² |
Урта Себер яҫы таулығы Викимилектә |
Көнсығыш Себерҙең Саха Республикаһы, Красноярск крайы, Иркутск өлкәһе биләмәләре эсенә инеп китә.
Көньяҡтан Көнсығыш Саян, Байкал яны һәм Байкал аръяғы һырттары сикләй. Көнбайышта Йәнәсәй үҙәненә барып терәлә. Төньяҡта — Төньяҡ Себер уйһыулығы, көнсығыштан — Лена йылғаһының үҙәне менән сикләнә.
Урта Себер яҫы таулығында һырттар, арҡалар, тәпәш тауҙар теҙмәһе киң йәйләләр (плато) сиратлашып килә.
Иң күтәренке ерҙәренә вулкан туфтары һәм трапптарынан торған Путоран (Таш тауы — диңгеҙ кимәленән 1701 м) урта таулығы ҡарай.
Яҫы таулыҡтың көнбайыш сигендә Йәнәсәй һырттарының ныҡ бүлгеләнгән ҡалҡыулыҡтары һуҙылған. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклектәре 900 м тирәһе. Иң бейек нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 1104 м бейеклектә (Енашимский Полкан).
700—1000 м тиклем бейеклектәге армыттары менән Урта-Ангар тауҙар теҙмәһе ныҡ айырылып тора.
Түбәнге Тунгуска, Ангара һәм Вилюй һыу айырғыстары тигеҙләнгән. Абсолют нөктәләре 400—600 м тирәһен генә тәшкил итә. Урыны-урыны менән бейек булмаған тауҙар, боронғо лакколиттар (ер өҫ-төнә сығыр юл тапмайынса ҡабарып ҡатҡан лава һәм магма ятмалары) урынында көмбәҙ кеүек ҡалҡып торған ерҙәр осрай.
Яҫы таулыҡтың төньяҡ-көнбайышында боҙлоҡтан ҡалған эҙҙәр һаҡлана. Төньяҡ-көнсығышта Лена-Вилюй уйһыулығы (Үҙәк-Саха) урынлашҡан. Абсолют нөктәләре 100-ҙән 200 м тиклем. Ә периферия буйлап 400 м тиклемге урындар ҙа осрай[5].
Климаты яҫы таулыҡтың географик торошона бәйле. Төньяҡ Азияның урта өлөшөндә урынлашыуы, йылы диңгеҙҙәрҙең алыҫ булыуы, Төньяҡ Боҙло океан тәьҫире климатты ҡырҡа континенталь итә.
Йылы һәм һалҡын миҙгелдәрҙең температура тирбәлештәре шундай ҙур.
Яуым-төшөм уртаса. Урыны менән әҙ ҙә була. Щулай уҡ, миҙгелдәр буйынса тигеҙ бүленмәй.
Ғинуарҙа уртаса температура: көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында — 22 С, төньяғында 44 С тирәһе. Июлдә уртаса температура: көньяғында — + 25 С, төньяғында — + 12 С .
Урта Себер яҫы таулығының көнсығыш провинцияларында климаттың континенталлеге тағы ла арта төшә. Якутстанда амплитуды абсолют температураларҙың тирбәлеше 100°-ҡа етә. Ә иң йылы һәм иң һалҡын айҙарҙың температура айырмаһы — 55-65° тирәһе.
Иң ҡырыҫ ҡыштар Вилюй платоһында күҙәтелә. (яҫы таулыҡтың үҙәк өлөшө). Унда иң минималь температура — 60 С-ҡа тиклем төшөүе бер ҙә һирәк күренеш түгел.
Яуым-төшөм бында күп булмай: көньяғында йылына уртаса 250—300 мм, төньяғында — 400—500 мм.(Яуым-төшөмдең иң юғарыһы Путоран платоһына тура килә — йылына 700—800 мм тирәһе)[6].
Яуым-төшөмдең иң күп өлөшө йәйҙең икенсе яртыһына тура килә. Йыш ҡына июле һәм августа бөтә һалҡын дәүергә ҡарағанда 2-3 тапҡырға күберәк яуа.
Яуым-төшөмдең төрлө йылдарҙағы йыллыҡ микдары ла ныҡ тирбәлеш кисереп тора: Дудинкала ҡоро йылдарҙа — 125 мм, ямғырлы йылдарҙа 350 мм тирәһе.
Красноярскиҙа яуым-төшөмдең йыллыҡ суммаһы — 127−475 мм[7].
Ҡырҡа континенталь климат һөҙөмтәһендә тупрағында мәңгелек туң ята. Быға түбән температура һәм, бигерәк тә, йоҡа ҡар ҡатламы булышлыҡ итә.
Йыл дауамында тау тоҡомдары бында йылыны бик күп юғалталар һәм туңған ҡаты массаға әйләнә.
Мәңгелек туңдың көньяҡ сиге Түбәнге Тунгуска менән Вилюй үҙәндәренән төньяғыраҡ үтә. Был һыҙаттың, бигерәк тә, төньяҡҡа ҡарай ҡатламының ҡеүәте ҙур: күп урында йөҙ метрҙан ашыу. Ә Вилюй йылғаһы бассейнында 600 метрҙан ашһа, Мархи йылғаһы бассейнында ҡеүәте хатта 1500 м-ға барып етә.
Көньяҡта мәңгелек туңдың ҡеүәте һиҙелерлек кәмегән. Грунттың ирегән ерҙәре күп. Туң ерҙәр утрау һымаҡ бүлгеләнгән. Күпселек райондарҙа 30-50 метрҙы үтмәй, Красноярск крайының иң көньяғында ҡеүәте 5-10 метр тирәһе генә тәшкил итә[7].
Урта Себер тайгаһының төньяҡ өлөшөндә тайганың туң һәм йәбешкәк-туң тупрағы ята. Төп үҙенсәлеге: тупраҡ аҫтындағы мәңгелек туң ҡатламы өҫкә бик яҡын ғына һәм тоташ горизонт булып ята. Һыуҙан йыуылыу һәм тоҙҙар сығарылыу процесын тотҡарлай.
Туң тайга тупрағы әсе була. Төрлө сәбәптәрҙән тупраҡ шылыу күҙәтелә.
Үҙәк Яҡутстанда кәҫле урман һәм туң тайга тупрағы яһала.
Күп майҙандарҙы таулы рельеф шарттарында барлыҡҡа килгән тау-тундра (Путоран платоһы һәм Анабар массивы), тау — туң тайга һәм тау-урман карбонат тупраҡ биләй. Көньяғында (Ангара яны) кәҫле һәм һоро кәҫле-урман тупрағы, ә урманлы далаларҙа һоро урман һәм ҡара тупраҡ ята. һәм зональные дерново-подзолистые и дерново-лесные бурые, а в лесостепных «островах» — серые лесные почвы и чернозёмы.
Яҫы таулыҡтың өҫкө йөҙө йылғаларҙың ҡуйы селтәре менән телгеләнгән. Иң бейек өлөштәрендә тәрәнлек кимәле 250—300 м-ға етә.Урыны менән унан да тәрәнерәк уйымдар бар.
Йылғалары барыһы ла Төньяҡ Боҙло океан бассайнына ҡарай. Иң ҙурҙары, Түбәнге Тунгуска, Подкаменная Тунгуска, Ангара, Лена, Вилюй. Шулай уҡ, Хатанга йылғаһының уң ҡушылдығы — Котуй йылғаһы. Күпселеге, тау йылғаһы булараҡ, ныҡ һарҡыу, ағымы шәп һәм көслө. Кристаллик тау тоҡомдарын йырып сыҡҡан ерҙәрендә бик күп шаршылар, шарлауыҡтар, һыу ағымында сурайып ятҡан таш өйөмдәре (шиверы) күп. Ундай урындарҙа йылға ағымының тиҙлеге 3—5 м/секундҡа барып етә.
Бары йылға үрҙәрендә һәм үҙәндәрендә, һыу йырҙаһы киңәйгән урындарҙа ағым тиҙлеге әкренәйә.
Күпселек йылғалары ҡар һыуҙары һәм йәйге-көҙгө ямғырҙар менән тулылана. Мәңгелек боҙлоҡ арҡаһында грунт һыуҙары аша туҡланыу бик әҙ. Ғәҙәттә, 5—8%-тан үтмәй. Көньяҡ райондарға ҡарай ғына бер ни тиклем арта.
Барлыҡ йылғаларҙа ла тиерлек ағып төшкән һыуҙың төп өлөшө йәй осорона тура килә (70—90 % -ҡа тиклем).10 % тирәһе генә ҡыш осорона ҡарай. Ҡарҙың күпләп иреүе, һыу -һүл ваҡыт яҙ аҙағына күҙәтелә. Ә төньяҡ райондарҙа йәй башына тура килә. Ер туң булғас, барлыҡ ирегән ҡар йылғаларға ағып төшә. Шуға ла, йылғалар ҡапыл ғына ҡалҡа башлайҙар. Лена йылғаһы 10 м-ға, ә Түбәнге Тунгуска 20—25 м[7]-ға тиклем күтәрелә.
Урта Себер яҫы таулығында ҡарағаслы урмандар өҫтөнлөк итә. Көньяҡ өлөшөндә ҡарағайлы ҡарағас урмандары һәм ҡарағай урмандары урынлашҡан. Төньяҡ өлөшөн тау тундраһы биләй. Яҫы таулыҡтың көньяғындағы үҙәндәрҙә урманлы дала (Канск һәм Красноярск урманлы далалары) һәм дала биләгән урындар (Балаганский дала) осрай.
Тау түбәләре бейеклегендәге амплитуда һәм рельефтың ныҡ телгеләнеүе күҙгә бәрелеп торған вертикаль зоналыҡ барлыҡҡа килтергән.
Мәҫәлән, Түбәнге Тунгуска тамағындағы тауҙарҙа 250—400 м-ға тиклем бейеклектә ҡараңғы ылыҫлы тайга урынлашҡан. Унан юғарыраҡта яҡты ылыҫлы тайга китә.
500—700 метрлыҡ бейеклектә ҡарағастарҙан торған һирәк кенә урман йәки ваҡ ҡына еректәрҙән торған әрәмә башлана. 700—800 метрҙан юғары тау түбәләрен тау-ташлы тундра биләй[7].
Хайуандар донъяһы бай ғына. Тайгала һоро айыу, мышы, ҡоно(росомаха), ҡуян, кеш, тундрала — төньяҡ боланы, аҡ төлкө тереклек итә. Йылға балыҡҡа бик бай. Ҡиммәтле төрҙәре: бикре, ҡыҙыл балыҡ һәм алабалыҡ. Ҡоштарҙан һуйыр менән ҡорҙо билдәләп китергә мөмкин[6].
Яҫы таулыҡ сиктәрендә алмаз ятҡылыҡтары табылған. Шулай уҡ, никель, баҡыр, тимер, алюмин мәғдәндәре, таш күмер, графит, таш тоҙ, нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары урынлашҡан
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.