Алабалыҡ (лат. Coregonus) — һөмбаш һымаҡтар отрядына ҡараған балыҡтар ғаиләһе. Европа, Төньяҡ Азия һәм Америка йылғаларында һәм күлдәрендә таралған.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Алабалыҡ |
Алабалыҡ (Coregonus lavaretus) |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Һөйәкле балыҡтар | Класс: | Нурҡанатлы балыҡтар | Суб-класс: | Яңы ҡанатлылар | Инфра-класс: | Һөйәкле балыҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Coregonus (Linnaeus, 1758)
|
|
|
Ябырға
Алабалыҡтың дөйөм атамаһы бор. грек. κόρη "бәбәк " и γωνία «мөйөш» алынған. Был атама балыҡтың ҡайһы бер төрҙәрендә күҙ бәбәге мөйөшлө булыуы менән бәйле бирелгән.
Уларҙың 68-гә яҡын төрө бар, ләкин әлеге ваҡытта төрҙәренең һаны буйынса фекер алышыу бара.
Алабалыҡтарҙың күпселек төрҙәре күлдәрҙә һәм йылғаларҙа йәшәй, әммә бер нисә төрө, шул иҫәптән омуль (C. autumnalis), Беринг диңгеҙе омуле (C. laurettae) һәм Себер сабағы (C. sardinella), анадромлы, йәғни тоҙло һыу менән сөсө һыу араһында күсеп йөрөй.