From Wikipedia, the free encyclopedia
Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы (6 май 1959 йыл) — башҡорт журналисы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
Тәлғәт Шаһманов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Тәлғәт Ғиндулла улы Шаһманов 1959 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Оло Моҡас ауылында тыуған.
1982 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Мәләүез районы мәктәптәрендә уҡыта. 1987 йылдан алып «Совет Башҡортостаны» гәзите хәбәрсеһе. 1990 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре. 1993 йылдан — мәктәпкәсә йәштәге балалар журналы «Аҡбуҙат» хеҙмәткәре. 1994 йылдан Күмертау ҡала мәғариф бүлеге методисы. 1995 йылдан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында эшләй (1998 йылға тиклем директор урынбаҫары). 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 2002 йылдан «Көйөргәҙе» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 2005 йылдан «Юшатыр» гәзите директоры-баш мөхәррире урынбаҫары, 2008 йылдың мартынан — бүлек мөдире, апрелдән — яуаплы сәркәтибе[1]. 2021 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының яуаплы секретары.
Матбуғат биттәрендә башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы, фольклоры һәм башҡорт теле мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр, очерктар менән сығыш яһай. «Шағәле Шаҡман нәҫеле» (2007) китабында Шәғәле Шаҡман бей, уның нәҫеле хаҡында ентекле бәйән итә. Башҡортостан мәҙәниәте буйынса Башҡортостан Республикаһының рус һәм татар телле мәктәптәрҙең 5 — 6-сы кластары өсөн дәреслектәр авторҙашы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.