From Wikipedia, the free encyclopedia
Түбәнге Сәрҙек (рус. Нижний Сардык) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[2]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452767, ОКАТО коды — 80251865007.
Ауыл | |
Нижний Сардык башҡ. Түбәнге Сәрҙек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
1626 |
Элекке исеме |
Бигән, Сәрҙек‑Бигән |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452767 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Түбәнге Сәрҙек (Бигән) ауылы 1676 йылдың 7 октябрендә типтәрҙәргә бирелгән батша грамотаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Яһаҡлы татарҙарҙың ер биләүенең нигеҙе булып уларға Ҡыр-Йылан башҡорттары 1753 йылдың 4 октябрендә биргән килешеү хаты хеҙмәт итә. Сәрҙекте икенсе төрлө Бигән тип атағандар. Тәүге исеме гидронимдан, ул алдағы. Икенсеһе — антропонимдан, сығышы буйынса һуңыраҡ. Бигәндең улдарын XVIII быуаттың һуңғы ревизияһы яҙып алған. Уларҙың өлкәндәре — Бигәнов Бигәш, ул 1713—1784 йылдарҙа йәшәгән. Уның улдары Баҡый, Назар, Сабир, Мәхмүт, Мәҡсүт, Биксәнтай. Икенсеһе — Собханғол Бигәнов, 1732 йылда ауылдың бер өлөшө Бигән тип аталған, бер осор уларҙың халҡы хатта айырым һаналған. Мәҫәлән, 1816 йылда Түбәнге Сәрҙек ауылында 20-гә тиклем, Бигәндә — 284 типтәр йәшәгән. Артабанғы ревизияларҙа һәм иҫәп алыуҙарҙа уларҙың халҡы бергә теркәлгән. 1783 йылда 158 типтәр, 1795 йылда 217 типтәр һәм 160 башҡорт, 1816 йылда 37 ихатала 304 типтәр, 1834 йылда 70 ихатала 481 типтәр, 1858 йылда 93 ихатала 506 типтәр, 1870 йылда 582 типтәр, 1895 йылда 943 типтәр, 1917 йылда 217 ихатала 1244 типтәр һәм 1 ихатала 8урыҫ, 1920 йылда 281 ихатала 1298 башҡорт йәшәй тип күрһәтелгән. Ике осраҡта (1795 һәм 1920 йылдарҙа) типтәрҙәр хаталы рәүештә башҡорттар тип атала, әммә башҡа ревизиялар материалдары буйынса улар бөтөнләй иҫәпкә алынмай[3]. Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған.
Ауылда башланғыс мәктәп (Татар-Олҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1298 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 570 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 297 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 200 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 192 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 209 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (65 %), татарҙар (31 %)[5].
Алыҫлығы:[6]
Урам исеме[7]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.