From Wikipedia, the free encyclopedia
Теләүкәй Килмөхәмәтов (1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Теләүкәй Килмөхәмәтов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, Ибрай ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
Зауряд-сотник |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Теләүкәй Килмөхәмәтов Ырымбур губернаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Ибрай ауылында йәшәгән. Зауряд-сотник булып хеҙмәт итә[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 12-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 12-се Башҡорт атлы полкы Куроедово ауылында 12-се һәм 7-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 16 октябрендә Түбәнге Новгородҡа бара[2]. 1813 йылдың майында Түбәнге Новгород ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына керә. 1813 йылдың 15 авгусынан Глогауҙы блокадалауҙа ҡатнаша һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][3]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 12-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.