From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәмилә — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.
Викидатала элемент тултырылмаған |
Рәмилә башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, мәғәнәһе — тылсымлы [1]
Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы (10 сентябрь 1953 йыл) — Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе, 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы һәм факультет деканы урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (2006).
Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (15 декабрь 1957 йыл) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (12 октябрь 1942 йыл) — театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (5 июнь 1950 йыл) — башҡорт театр актёры, 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).
Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11 июнь 1961 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан БДБ һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 1991—1993 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъяның 10 иң яҡшы марафонсыларының береһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
Искәндәр Рәмилә Риф ҡыҙы (татар. Рамилә Риф кызы Искәндәр; 24 июнь 1977 йыл) — Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. Рәмилә Рифовна Хисамова (Искәндәр — сәхнә псевдонимы, әсәһенең ҡыҙ фамилияһынан яһалған - Искәндәрова)[2] Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында тыуған. Милләте буйынса татар [3][2]. 1993 йылда баян класы һәм хорҙа йырлау буйынса буйынса музыка мәктәбен тамамлай. 1999 йылда Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтын тамамлай (Наум Орлов курсы). 1997 йылдан 1999 йылға тиклем Силәбе йәш тамашасы театрында, 1999 — 2002 йылдарҙа Силәбе драма театрында эшләй. 2002 йылда Мәскәүгә күсә һәм 2003 йылға тиклем К. С. Станиславский исемендәге театрҙа, 2003 йылдан Рәсәй дәүләт академия йәштәр театрында (РАМТ) эшләй. Кинола төшә. 2013 йылда улы Тимур тыуа, атаһы билдәһеҙ[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.