гидротехник ҡоролма, һыуҙың юлын ҡаплаусы йә һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла From Wikipedia, the free encyclopedia
Плотина — гидротехник ҡоролма, һыуҙың юлын ҡаплаусы йә һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла. Тағы ла һыуҙың көсөн бер юлға йүнәлтеү өсөн һәм һыуһаҡлағас төҙөү өсөн ҡулланыла[1].
Шулай уҡ ваҡ һыу ағымдарындағы плотиналар[2], шулай уҡ ваҡытлысалары[3], быуалар тип атала.
Быуаға гидротехник ҡоролмалар берләшмәһе инә (гидроузел), тәғәйен урында һыу сығанаҡтарын төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн төҙөлә: мелиорация, гидроэнергетика өсөн, көтөүлектәрҙе бүлеү өсөн һәм башҡаға. Күпселектә быуалар йылға гидротехник ҡоролмалары берелегенә инә. Әгәр ҡоролоштар берлеге йылғанан һыу алыу менән бәйле икән, уларҙы һыу алыу гидроузеле тип йөрөтәләр.
Плотинала булған гидроузелдәр составы түбәндәгесә:
Плотиналар тәғәйенләнеше буйынса һыу йыйнаусы, һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүсе булалар. Һыу һаҡлау платиналары юғары һыу кимәле һәм һыуһыҡлағыстың ҙур күләме менән айырылып торалар. Һыу күтәреүсе быуаларҙың һыу кимәле баҫымы юғары түгел, бындай платиналарҙы төҙөү маҡсаты — йылғанан һыу алыуҙы яҡшыртыу, һыу энергияһын файҙаланыу һәм башҡалар. Ҙур һыуһаҡлағыстарҙа һыу ағымын көйләү мөмкинлеге бар, бәләкәй һыуһаҡлағыстарҙың һәм быуаларҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Йыш осраҡта платиналарҙы һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүселәргә бүлеү шартлы рәүештә генә була. Бының урынына платиналарҙы һыу бейеклегенә ҡарап бүлеү ҡулланыла: һыу тәрәнлеге 15 метрға ҡаҙәр — түбән баҫымлы, 15-20 метр уртаса баҫымлы, 50 метрҙан артыҡ юғары баҫымлы тип бүленә.
Йылғаларға арҡыры платиналарҙы һыу кимәлен күтәреү һәм механик энергия алыу өсөн яһалма шарлауыҡ эшләү маҡсатында төҙөйҙәр. Бәләкәй йылғаларҙа плотина ярҙамында һыу кимәлен күтәреп суднолар йөрөшөн көйләргә мөмкин. Плотина төҙөлгәс шишмә, йырын, уйпат урындарҙа һыу тотҡарлана. Йыйылған һыу ҡоро миҙгелдәрҙә һуғарыу, тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн файҙаланыла, шулай уҡ йылғаларҙың тәрәнлеге етмәгәндә суднолар йөрөшөн тәьмин итеү өсөн һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла.
Йылға яры буйлап плотиналар суднолар йөрөшөн тәьмин итеү өсөн, ә күл һәм диңгеҙ яры буйлап һыу баҫыуҙан һаҡланыу һәм диңгеҙ тулҡындары ярҡа үтеп инмәһен өсөн төҙөлә. П
Плотинаның тибы һәм конструкцияһы уның үлсәме, тәғәйенләнеше, шулай уҡ тәбғәт шарттары, төҙөлөш материалы буйынса билдәләнә. Платиналар төҙөлгән төп материалы буйынса һәм ҙыу үткәреү шарттары буйынса айырыла.
Төҙөлгән материалы буйынса плотиналар:
Плотиналар төҙөү сәнғәте бик боронғо замандан уҡ билдәле. Һыу күтәреү плотиналары тураһында Геродот телгә ала. Әлү-л-Фида хәбәр итеүенсә, фарсиҙар Тостара ҡалаһынан һыу алыу өсөн плотина төҙөгәндәр. Кашан ҡалаһы янындағы плотина 36 метр оҙонлоҡта, 12 метр бейеклектә һәм 10 метр ҡалынлыҡта булған. Шулай итеп, боронғо заманда уҡ, мәҫәлән, Б. Э. тикле II быуатта ғәрәптәр йәшәгән ерҙәрен һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн шаҡтай ҙур плотина төҙөгән. Әлү-л-Фида хәбәр итеүенсә, Сүриәнең Эмис ҡалаһы янындағы Кадис күле ташып һыу баҫмаһын өсөн Александр Македонский ошондай эштәрҙе башҡарған.
Иң боронғо плотиналар беҙҙең эраға тиклем 3000 йылдарҙа төҙөлгән. Амман ҡалаһынан йөҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан плотина 4,5 метр бейеклектә, 1 метр ҡалынлаҡта булған. Беҙҙең эраға тиклем 2800[4]/2600[5] йылдарға Ҡаһирҙан 25 км алығлыҡта 102 м оҙонлоғондағы плотина төҙөлгән һәм ҡойма ямғырҙа емерелгән[4][5][6][7].. III быуат урталарында һинд ҡалаһы Дхолавир янында плотиналар системаһы төҙөлә. Ҡоро миҙгелдә ҡулланыу өсөн Римлеләр плотиналарҙы ғәйәт күп төҙөгән. Иң бейек Рим плотинаһы 50 м булған һәм бары тик 1305 йылда ғына емерелгән.
1998 йылдан йыл һайын донъяның тиҫтәләгән илендә 14 мартта «Халҡ-ара йылғалар селтәре» ойоштороу башланғысы «Халҡ-ара плотиналарға ҡаршы көрәш» көнөн уткәрә (башҡа төрлө әйткәндә "Йылғаларҙы, һыуҙы, тормошто яҡлау көнө"н билдәләп үтә. Был хәрәкәттең активистары ҡайһы бер нәтижәләргә иреште лә инде. АҠШ-та ике 60 метрлы плотина ҡутарылды, ә Швецияла 15 метрҙан бейегерәк плотинаны төҙөүҙе тыя торған закон ҡабул ителде[8].
Гравитация плотиналары һыу массаларынан баҫымды үҙ массаһы менән ҡабул итә. Хәрәкәткә ҡаршылыҡ быуа табанының нигеҙе буйынса ышҡылыу йәки эләктерелеү көстәре иҫәбенә ҡуйыла. Шул арҡырыға трапеция формаһындағы киҫелешкә яҡын булған бындай быуалар ҙур мәғәнәгә эйә.
Аркалы плотиналарҙың һыу массаларынан баҫымы тарлауыҡ ярҙарына (һирәгерәк яһалма нигеҙҙәргә) күсә. Шул арҡала бындай быуалар йышыраҡ ярҙары ҡаты тоҡомдарҙан торған таулы ерҙә төҙөлә. Аркалы конструкцияның йөкләнештең бер өлөшө нигеҙгә тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта арка ни тиклем киңерәк, нигеҙгә баҫым ҙа шул тиклем күберәк. Был аҫҡы өлөштә быуаның киңлеген арттырыуҙы талап итә һәм аркалы-гравитациялы плотиналар барлыҡҡа килтерә. Аркалы быуаларҙы аркалы-контрфорслы тип йөрөтәләр. Уларҙа арканың эше өҫкө өлөшө менән генә сикләнә, был аркалы быуаларҙы киңерәк урындарҙа ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Аркалы-гравитациялы плотиналар аркалы һәм гравитациялы плотиналар үҙенсәлектәрен берләштерә.
Аркалы быуалар кеүек үк, быуаның ауырлығын, иҫәпләү схемаһы һөҙөмтәлерәк булыу сәбәпле, кәметергә мөмкинлек бирә. Контрфорс быуаның стенаһы гравитация быуаһының аҫҡы яғынан терәү конструкциялары (стеналары) ярҙамында көсәйгәнгә ҡарағанда йоҡараҡ.
Грунт плотиналар быуаның материалы, конструкцияһы, эштәрҙе башҡарыу ысулы, бейеклеге, фильтрацияға ҡаршы ҡоролмаларҙың тибы буйынса классификациялана.
Бейеклеге 25 метрға тиклем булған быуалар — түбән, 25 — 75 метр диапазонында уртаса, 75 метрҙан ашыуыраҡ булғандары — бейек быуалар. Айырыуса бейек быуалар (150 метрҙан ашыу) "үтә бейек"гә ҡарай.
Материал | Плотина төҙөлөшө тибы | |||
---|---|---|---|---|
Бер төрлө | Үҙәк йәҙрә менән | экранлы | диафрагмалы | |
Тупраҡтан | Файл:Грунтлы плотина.svg | Файл:Үҙәк ядролы грунтлы плотина.svg | Файл:Ер экранлы грунтлы плотина.svg | Файл:Диафрагмалы грунтлы плотина.svg |
Төҙөлөш ысулы: грунтты ҡатлап тығыҙлап һибеү; йыуҙырыу; шартлатыу | Төҙөлөш ысулы: йыуҙырыу; һибеү | Способ возведения: йыуҙырыу; һибеү | Төҙөлөш ысулы: йыуҙырыу; һибеү | |
Ташлы-тупраҡлы | Файл:Ташлы-тупраҡлы грунтлы плотина.svg | Файл:Ташлы-тупраҡ экранлы грунтлы плотина.svg | ||
Төҙөлөш ысулы: һибеү; һыҙма; йыуылыу | Төҙөлөш ысулы: һибеү; һыҙма | |||
Каменная | Файл:Грунтлы плотина, ташлы.svg | Файл:Экраны таштан грунтлы плотина.svg | Файл:Диафрагмаһы таштан, грунтлы плотина.svg | |
Төҙөлөш ысулы: һибеү; һыҙма; йыуылыу | Төҙөлөш ысулы: һибеү; һыҙма; шартлау менән йыуылыу | Төҙөлөш ысулы: һибеү; һыҙма; шартлау менән йыуылыу |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.