Remove ads
Журналист, Викимедиа проекттары ирекмәне From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы (ижади псевдонимы З. Әйле; 10 апрель 1971 йыл) – журналист. 2010 йылдан «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Псевдоним | З. Әйле |
Тыуған көнө | 10 апрель 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Лағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Атаһы | Ниғәмәтйәнов Наримйән Хәбир улы[d] |
Әсәһе | Йәнтүрина Земфира Сибәғәт ҡыҙы[d] |
Нәҫеле | Тырнаҡлы |
Һөнәр төрө | журналист, викимедиасы |
Эш урыны | Киске Өфө[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ҡатнашыусы | Вики-конференция 2020[d] |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан викимедиасылары төркөмө[d], Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Викимилектә |
Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова (3. Әйле) 1971 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында тыуған.
Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, райондың «Ленинское знамя» — «Ленин байрағы» гәзитенә хәбәрсе булып эшкә урынлаша. Журналистикала тәүге аҙымдарын яһағас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының журналистика бүлегенә юллана. 1989—1994 йылдарҙа, юғары һөнәри белем үҙләштергән осорҙа, төрлө баҫмаларҙа үҙен һынап ҡарай.
1994 йылда ҡулына диплом алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған яғында дауам итә: Салауат районының башҡорт телендә айырым һәм үҙ аллы нәшер ителә башлаған «Йүрүҙән» гәзитендә хәбәрсе, артабан яуаплы сәркәтип була. Райондағы хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған көнүҙәк материалдарын республика баҫмаларына ла тәҡдим итә.
1995 йылда йәш журналист туған телебеҙҙә шулай уҡ сағыштырмаса яңы сыға башлаған «Йәшлек» республика гәзитенә хәбәрсе итеп саҡырыла. «З. Әйле» ҡултамғаһы менән донъя күргән тәрән йөкмәткеле һәм ҡыйыу мәҡәләләр тиҙ арала авторҙы бөтә Башҡортостанға таныта, һөнәрҙәштәре араһында абруйын күтәрә. Йыл ярымдан һуң ул редакцияның ижтимағи-сәйәси бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Был вазифаны ла тиҙ арала үҙләштерә, артабан йәштәр баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары була[1].
Бер үк ваҡытта, «Йәшлек» гәзитенә ҡушымта итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «Ҡоролтай» исемле махсус баҫмаһын шәхсән әҙерләп биш йыл дауамында нәшер итә.
Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының журналистика бүлегендә уҡыған һәм Башҡорт йәштәре иттифағының әүҙем ағзалары булған студенттар менән бергә «Оран» исемле гәзит сығарыуҙы ойоштора.
2003 йылда республика журналистарының «Салауат эҙҙәре буйлап» тип аталған автоэкспедицияһында ҡатнаша, Эстонияның Палдиски ҡалаһынан урап ҡайтҡас, үҙ тәьҫораттарын тиҙ арала уҡыусыларына еткерә.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 35 төбәгенән һәм донъяның 18 иленән 850-нән артыҡ делегат ҡатнашҡан III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итә.
2010 йылдан «Киске Өфө» гәзитенең бүлек мөдире булып һөнәри эшмәкәрлеген дауам итә. Бөгөн дә ул — ойоштороусыһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте булған ошо баҫманың беренсе категориялы хәбәрсеһе[2].
Ҡәбилә берләшмәһе — Әйле.
Ырыу — Тырнаҡлы.
Аймаҡ — Туҡтаһындар.
Ара — Оҙон бармаҡтар
Ағас — тирәк.
Оран — һандал.
Ҡош — шоңҡар.
Тамға — һәнәк.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.