Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Па́лдиски (эст. Paldiski), тарихи исемдәре Рогервик (швед. Rågervik), Балти́к порты, Ба́лтиски (эст. Baltiski)[1] — Эстониялағы ҡала, Фин ҡултығында урынлашҡан порт.
Ҡала | |||||
Палдиски Paldiski | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Регион |
Харьюмаа | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Каупо Каллас | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Элекке исеме |
Рогервик, Балтик порты, Ба́лтиски[1] | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
60,17 км² | ||||
Халҡы | |||||
Милли состав |
урыҫтар — 67 % | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | |||||
Палдиски ҡалаһы Харьюмаа өйәҙендә, Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндан 52 саҡрым алыҫлыҡта, Фин ҡултығының яр буйында урынлашҡан. Ул Кейла, Вазалемма һәм Падизе өйәҙҙәре менән сиктәш. Ҡаланың территорияһы акваторияһы һәм Пакри утрауҙары менән бергә 102 км² самаһы тәшкил итә.
Йыл | Бөтәһе[3] |
---|---|
2007 | 4 170 |
2010 | 4 125 |
2012 | 4 081 |
Халыҡ һаны 4,1 мең кеше (2010). Милли составы: урыҫтар — 67 %, эстондар — 25 %. Барлығы ҡалала 31 милләт вәкиле йәшәй.
XIV быуаттан ярымутрауҙа шведтар йәшәгән һәм ҙур булмаған ҡәлғә төҙөлгән.
1718 йылдың 23 июлендә Пётр I Пакри ҡултығында шәхсән хәрби портҡа нигеҙ һалған, уның эргәһендә ауыл да булған. 1723 йылдан рәсми атамаһы Рогервик (швед. Rågervik), 1762—1922 йылдарҙа — Балтик Порты[4], артабан Балтиски, 1934 йылдан — Палдиски.
Порт һәм ҡәлғәне төҙөү 1716—1726 йылдарҙа барған, Пётр I үлгәндән һуң туҡтатылған. Пакри ярымутрауында (Pakri poolsaar) һәм Кесе Роогэ утрауында Пётр I йорт һалынған. Пётр ҡәлғәһе һәм доктары ҡалдыҡтары хәҙер ҙә күренә. Пётр I порт һәм уның һаҡлағыс молы проекты һыҙмаһын үҙе төҙөгән. Ул шулай уҡ сауҙагәрҙәр гаванының, ҡалаһының һәм адмирал верфының урынлашыу ерен билдәләгән.
1724 йылдың 22 октябрендә Пакри мағы төҙөлгән. Ул Балтик диңгеҙенең иң боронғо маяҡтарының береһе.
1728 йылда ағас сиркәү төҙөлгән.
1762 йылда киң масштаблы төҙөлөштө Екатерина II яңынан дауам иттергән. Был эштең етәксеһе итеп генерал-фельдмаршал Иоһанн Буркхардт Христофор йәғни граф Миних тәғәйенләнгән.
1762 йылдың 20 авгусында Рогервик ҡалаһы Балтик Порты тип исемләнгән. 1764 йылдың июлендә ҡалаға Екатерина II килгән. 1768 йылдың 18 ноябрендә порт яҙмышы тураһындағы Сенатҡа докладында Екатерина II, Кронштадтты төҙөп бөтөрөүгә бар иғтибарҙы йүнәлтеп, бөтә бындағы төҙөлөш эштәрен туҡтатып торорға бойороҡ биргән.
1770 йылда Екатерина II ҡушыуы буйынса һалдат, офицерҙар, һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәр балалары өсөн беренсе мәктәп асылған[5].
1775 йылда Балтик портына һөргөнгә 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр ихтилалы ҡатнашыусыһы, Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән, 1775 йылдың 29 ноябрендә һөргөнгә килтерелгән. Салауат Юлаев каторгала 26 сентября 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат булған һәм Палдискиҙа ерләнгән. Ҡала паркы территорияһында уға һәйкәл ҡуйылған.
1787 йылда Балтик Порты Эстляндия губернаһының өйәҙһеҙ (штаттан тыш) ҡала статусын алған.
1784—1787 йылдарҙа архитектор Иоһанн Мор проекты буйынса таштан Георгий сиркәүе төҙөлгән. XIX быуат аҙағында уны архитектор Эдельсон проекты буйынса уның үҙгәртеп ҡоралар.
1870 йылда ҡалаға саҡлы Балтик Порты — Таллин (Ревель) — Санкт-Петербург Балтик тимер юлы һалынған.
1876 йылда ҡалала диңгеҙ училищеһы асылған һәм үҙенең бинаһына эйә булған. Диңгеҙ училищеһының беренсе етәксеһе Рига диңгеҙ училищеһы сығарылыш уҡыусыһы А. Фельдхун булған. 1876—1897 йылдарҙа училищела 463 уҡыусы булған. Бында Эстляндская губернаһы территорияһындағы диңгеҙ училищелары араһында иң юғары уҡытыу кимәле булған[6].
1912 йылдың июнендә Балтик порты гаванында Император Николай II һәм Германия империяһы кайзеры Вильгельм II осрашҡан, улар «Штандарт» һәм «Гогенцоллерн» яхталарында килгән.
Беренсе донъя һуғышы осоронда ҡала хәрби хәрәкәттәр аренаһына әүерелгән. 1916 йылдың 11 ноябрендә 2 сәғәт 30 минутта 10-сы герман флотилияһының немец эсминецтары ярты сәғәт дауамында орудиеларҙан Балтик портын утҡа тотҡан. Порт ҡоролмаларына , ә һуңынан ҡалаға 162 фугас һәм шрапнель снарядтары менән атҡандар. 24 бина, шул иҫәптән вокзал һәм күҙәтеү посы вышкаһы зыян күргән, 10 кеше, шуларҙан 8 кеше ғәҙәти тыныс тормош кешеләре һәләк булған[7].
1922 йылда Беренсе Эстон Республикаһы осоронда ҡалаға Палдиски тигән яңы исем биргәндәр, һәм был «Балтийский» тигән рус атамаһы үҙгәртелеп алынған.
1939 йылдың октябрендә Советтар Союзы эстон хөкүмәте менән килешеү буйынса ҡортомға алыу хоҡуғы нигеҙендә Палдискиҙа хәрби база урынлаштыра. 1941 йылда Эстония территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы хәрби хәрәкәттәр башланыуға Пакри ярымутрауында һәм Пакри утрауҙарында яр буйы оборонаһы урынлаштырылған. Порт хәрби караптар урынлаштырыу өсөн файҙаланылған. Хәрби аэродром төҙөлгән.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Рига ҡултығынан совет флотын сығарыу урыны булараҡ хеҙмәт иткән. 1941 йылдың 28 авгусынданемец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған. Совет ғәскәрҙәре сигенгән саҡта яр буйы оборонаһы батареялары шартлатылған[8]. Немец оккупацияһы ваҡытында ярымутрауҙа немец абвер разведкаһы хәрби-диңгеҙ базаһы һәм мәктәбе булған[9]. 1944 йылдың 24 сентябрендә Балтик флоты десантының Таллин операцияһы барышында азат ителгән.
1956 йылдың 21 ноябрендә Сууруп боғаҙында Балтик флотының 157-се айырым бригадаһы М-200 «Үс» һыу аҫты кәмәһе «Статный» эскадра миноносецы менән бәрелешә. Ҡотҡарыу операцияһы уңышһыҙ үткән — 28 подводник һәләк була.
Эстон ССР-ы территорияһында ике Ябыҡ административ-территориаль берәмектәренең береһе булған ҡалала һыу аҫты кәмәләре базаһы («Подплав»), уҡыу атом реакторы, торпеда катерҙары һәм кесе ракета караптары туҡтау урыны, госпиталь һәм поликлиника урынлашҡан. Ҡалала Балтик флотының 157-се һыу аҫты кәмәләренең айырым бригадаһы, сик буйы заставаһы, сик буйы ғәскәрҙәренең сержант составы отряд-ара мәктәбе, хәрби төҙөүселәрҙең ротаһы, Һауаға ҡаршы тороу ракета подразделениеһы һәм дисциплинар ротаһы урынлашҡан.
Палдискиҙағы уҡыу үҙәге беренсе һәм икенсе быуын һыу аҫты кәмәләренең ике хәрәкәт итеүсе действующие реакторҙарына, һәм шулай уҡ атом һыу аҫты кәмәләренең экипажын әҙерләүсе берҙән-бер тренажёрына эйә булған.
Ҡала урынлашҡан Пакри ярымутрауы территорияһы тимер сым менән уратылған һәм Ябыҡ административ-территориаль берәмек йәғни айырыуса һаҡланған зона була.
1962 йылда Палдискиҙа 93-сө СССР атом һыу аҫты флоты уҡыу үҙәге (в/ч 56190) урынлашҡан. Бында ике ер өҫтө атом реакторы ҡуйылған, үҙәктә 16 000 кеше эшләгән. Был Советтар Союзындағы шуға оҡшаш иң ҙур үҙәктәренең береһе булған[10]. Уның ҙур әһәмиәтлеге арҡаһында 1994 йылдың авгусына, Палдискиҙы һуңғы рәсәй хәрби карабы ташлап киткәнгә тиклем, бөтә ҡала сәнскеле сым менән уратып алынған булған[11].
Уҡыу үҙәге начальниктары:
1980-се йылдар аҙағында 56190-сы ғәскәри частың медсанчасында поликлиника начальнигы булып РФ Оборона Министрлығының Баш хәрби-медицина идаралығының элекке начальнигы, РФ-ның баш хәрби врачы, ә 2018 йылдың февраленән — Хәрби-медицина Академияһы начальнигы запастағы генерал-майор Александр Фисун эшләгән.
1994 йылдың 30 авгусында Палдискиҙы һуңғы рәсәй хәрби карабы ташлап китә. Ҡала Эстонияла урынлашҡан Рәсәй ҡораллы көстәренең һуңғы объекты булған. 1995 йылдың 26 сентябрендә Палдискиҙағы ядро объектын Эстонияға тапшырыу актына ҡул ҡуйылған. Тапшырыр алдынан рәсәй белгестәре реакторҙарҙан яғыулыҡ үҙәктәрен алғандар, реакторҙар махсус бетон саркофагтарға урынлаштырылған.
1994 йылдың 15 майынан Палдиски Кейла ҡалаһы составына индерелгән. Был халыҡ составында Эстония граждандарының аҙ проценты менән бәйләнгән булған. 1996 йылдың 20 октябрендә Палдискиға ҡала хоҡуғы ҡайтарылған.
2017 йылда Палдиски яңы Ляэне-Харью улысының административ үҙәгенә әүерелгән.
Диңгеҙ буйлап йөк ташыу, Alexela яғыулыҡ терминалы, биодизель нефть эшкәртеү терминалы.
«Подплав» тип аталған совет һыу аҫты кәмәләре урынында барлыҡҡа килгән «Таллин порты» холдинг компанияһы составындағы порт. Европаға иң яҡын эстон порты булып тора һәм күп кенә өҫтөнлөктәргә эйә: ҡыш туңмай, 50 000 тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәрә алған суднолар менән эшләрлек тәрән причалдары бар[12]. Ролкер (Ро-ро) судноларын, тейәлгән, генераль һәм берәмек йөктәрҙе эшкәртә, автомобилдәрҙе, тәгәрмәсле техниканы, тейәлгән йөктәрҙе эшкәртерлек ҡеүәттәргә эйә.
Транспорт сараларын, контейнерҙарҙы, генераль һәм һибелмә йөктәрҙе эшкәртеүсе хосусилаштырылған порт. Пассажир терминалы төҙөү планы бар. Модернизация программаһы буйынса 2002 йылдан генераль йөктәрҙе һәм «Ролкер (Ро-ро)» тибындағы судноларҙы хеҙмәтләндереүсе причалдар, 375 метрлыҡ һаҡлаусы мол төҙөлгән.
Рогервик каторга төрмәһе йыуан бүрәнәләрҙән ҡоролған стена менән уратып алынған. Төрмә бинаһында 2 яруслы нарҙар һәм түшәмгә беркетелгән тал кәрзин-карауаттар булған. Шарттар бик ауыр (урындағы ҡатламташтан еүеш казармалар) булған, сирҙәр, аслыҡ ҡотолған. 1768 йылда портты төҙөү һәм ремонтлау эштәре туҡтатылған һәм тотҡондарҙың хеҙмәтен сауҙагәр гаванын ремонтлауҙа һәм ике пристанды төҙөүҙә файҙаланғандар.
Төрмәлә 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы, 1773—1775 йылдарҙағы ғүмерлек каторга тамуғын үткәргән.
Коменданты
1801 йылдың 21 ғинуарында — генерал-лейтенант Сухотин.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.