имеҙеүселәр класы вәкилдәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Муҡсалылар(лат. Marsupialia) — имеҙеүселәр класы вәкилдәре. Инфракласс. Плаценталылар менән бергә Ысын йәнлектәр аҫкласына инәләр.
Муҡсалылар | |||||||||||||||||||||||||||
Сумчатые: 1 — Бик ҙур көнгөрә , 2 — виргин опоссумы, 3 — коала, 4 — муҡсалы бүре | |||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||
Marsupialia Huxley, 1880 | |||||||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
|
Муҡсалылар урмандарҙа, далаларҙа, тауҙарҙа тереклек итәләр. Биоценозда төрлө экологик уйым (экологическая ниша) биләйҙәр. Йүгереп, үрмәләп көн күреүселәре, ер өңөүселәре лә бар.
Тупраҡта ер аҫты мөхитен үҙ итеүсе төрҙәрҙән муҡсалы һуҡыр сысҡанды миҫалға килтереп була. Уларҙың ер өңөү өсөн ныҡ үҫешкән көслө тырнаҡтары була.
Ҡайһы берәүҙәре (мәҫәлән, күп кенә төр опоссумдар һәм коала) ағастарҙа үрмәләп көн итәләр. Йәшәү мөхтенә бәйле, уларҙың эләктергес ҡойроҡтары (цепкий хвост) бар. Миҫалға виргин опоссумын килтерергә була.
Һыу опоссумы ярым һыу йәшәү мөхитенә (полуводный образ жизни) яраҡлашҡан.
Күпселеге үлән ашаусылар. Араларында бөжәк менән туҡланыусылары ла, йыртҡыстары ла бар.
Хәҙерге систематика буйынса Муҡсалыларҙы 7 отрядтан торған ике өҫдотрядҡа бүләләр[1][2]:
Көнгөрә — тәне ҡуйы йөнлө һәм һоро мех менән ҡапланған ҙур хайуан (оҙонлоғо 3 м самаһы). Уны ошо мехы өсөн аулайҙар. Көнгөрә Австралияла йәшәй. Уның йәшәү урыны — үлән һәм ҡыуаҡтар үҫкән асыҡ ерҙәр.
Көнгөрә тыныс хәлендә оҙон артҡы аяҡтарына һәм ҡойроғона таянып ултыра.
Көтөүлектә аҡрын ғына бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндә көнгөрә, бөтә аяҡтарына ла баҫып, килбәтһеҙ имгәкләй.
Ләкин был хайуан тиҙ ҙә йөрөй ала. Бик көслө артҡы аяҡтары менән ергә тибеп, көнгөрә, уҡ кеүек, һауаға оса ла бик алыҫҡа барып төшә.
Был хайуан дошмандарынан ҡасып барғанда, ҡыуаҡтар һәм соҡорҙар аша бик еңел һикереп сыға. Был ваҡытта уның ҡойроғо руль хеҙмәтен үтәй.
Көнгөрә — ҙур хайуан, ләкин әстрхан сәтләүеге ҙурлығындағы яланғас тәнле, һуҡыр, бөтөнләй тиерлек үҫешмәгән бала тыуҙыра.
Шуға балаһы артабан инә көнгөрәнең ҡорһағындағы тиренән торған үҙенә бер төрлө муҡсала үҫә. Бында һөт биҙҙәренең юлдары асыла.
Инә көнгөрә, балаһын ауыҙы менән алып, муҡсаһына һала. Бында бала көнгөрә бер имсәкте ауыҙына ҡаба. Имсәк уның ауыҙында йыуаная. Яңы тыуған көнгөрә балаһы имсәккә аҫылынып торған хәлдә булып сыға.
Баштараҡ ул имә лә алмай. Инәһенең махсус мускулдарының тартылыуы һөҙөмтәһендә һөт уның ауыҙына бөркөлә. Һуңыраҡ көнгөрә балаһы имсәктән ысҡына һәм үҙаллы лы имә башлай.
Муҡсала ул һигеҙ ай самаһы була. Үҙе йөрөп үлән ашай башлағас та әле ул, ҡурҡыныс һиҙелеү менән инәһенең муҡсаһына йәшенә.
Көнгөрә кеүек, етлекмәгән балалар тыуҙырып, уларҙы муҡсаларында йөрөтөп үҫтереүсе хайуандарҙы муҡсалы имеҙеүселәр тип атайҙар.
Муҡсалы хайуандар хәҙерге ваҡытта тик Австралияла ғына йәшәйҙәр. Америкала муҡсалы хайуандар күп түгел.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.