ҡаҙаҡ совет опера йырсыһы, драма актёры From Wikipedia, the free encyclopedia
Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы (тыуған ваҡыттағы исеме — Гөлбахрам; ҡаҙ. Күләш Жасынқызы Байсейітова; 2 май 1912 йыл — 6 июнь 1957 йыл) — ҡаҙаҡ совет опера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), драма актёры. Ике тапҡыр II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948, 1949). «СССР-ҙың халыҡ артисы» (1936) исемен алыусылар араһында иң йәше.
Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-kk-kz" does not exist. | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 19 апрель (2 май) 1912 |
Тыуған урыны | Алматы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 июнь 1957 (45 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Центральное кладбище (Алма-Ата)[d] |
Хәләл ефете | Канабек Байсеитов[d] |
Балалары | Байсеитова, Раушан Хатиятовна[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, актёр |
Эш урыны | Казахский государственный академический театр оперы и балета имени Абая[d] |
Уҡыу йорто | М. О. Әуәзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Йырсы тауышы | лирико-колоратурное сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Ойошма ағзаһы | Советский комитет защиты мира[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Байсәитова Күләш Жасым ҡыҙы Викимилектә |
Күләш Байсәитова (ҡыҙ фамилияһы — Беишева) 1912 йылдың 2 майында (башҡа сығанаҡтар буйынса — 12 ғинуарында) Верный ҡалаһында (хәҙерге Алматы, Ҡаҙағстан) тыуған. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, уның Сара-Арҡа далаларының Семипалатинск өлкәһе Ҡарҡаралы өйәҙенең бер ауылында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Аҡтуғай районында) тыуған. Алма-Атыға Күләште ун ике йәштәр самаһында алып киләләр, һәм ул күпмелер ваҡыт интернатта йәшәй.
Байсәитованың тәбиғи музыкаль таланты иртә асыла. Ул атаһынан отоп алған йырҙарҙы ятлай, шулай уҡ башҡа йырҙар һәм ҡиссалар башҡара.
1925—1928 йылдарҙа Алма-аты Мәғариф институтының педагогия техникумында уҡый, музыкаль үҙешмәкәр түңәрәктәр эштәрендә ҡатнаша.
1930 йылда, Ҡыҙыл Ордала 1926 йылда булдырылған һәм 1929 йылда Алма-Атыға күсерелгән, бөгөнгө көндә М. О. Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры буларыҡ танылған Ҡаҙаҡ драма театрына уҡырға инә. Актёрлыҡ оҫталығы һәм музыкаль грамота буйынса белем алғанында, театрҙа әллә ни ҙур булмаған эпизодик ролдәрҙә уйнай.
1933 йылдарҙа Күләш Музыка театры (хәҙерге Абай исемендәге Дәүләт опера һәм балет академия театры) труппаһы составына инә, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда сығыш яһай. К. А. Дианти һәм В. А. Смысловская театрының уҡыу студияһында йыр менән шөғөлләнә.
Байсәитованың музыкаль һәм сәхнә таланты М. О. Ауэзов либреттоһы, И. В. Коцик музыкаһына яҙылған «Айман — Сулпан» музыкаль комедияһында Айман образын тыуҙырғанда сағыу күренә. Шуга образы (Б Майлин һәм И. Коциктың «Шуга» музыкаль драмаһы) йырсының оҫталығы артыуы тураһында һөйләй, Ебәк партияһы (Е. Г. Брусиловский «Ҡыҙ- Ебәк») йырсыға классик опера сәнғәте юғарылығына күтәрелеү мөмкинлеге бирҙе.
Тағы бер билдәле опера йырсыһы В. В. Барсов Күләш Байсәитова тураһында шулай ти:
…был йырсының һоҡландырғыс һыны миңә иҫ китмәле тәьҫир итте… Мин уның менән сағыштырырҙай башҡа йырсыны атай алмаҫ инем, — ҡаҙаҡ йырсыһының тауышы шул ҡәҙәрем айырылып тора һәм үҙенең юғары, еңел һәм үтә күренмәле булыуы менән үҙенсәлекле… Күләш Байсәитова — ҡаҙаҡ сәнғәтенең генә түгел, ә бөтә совет сәнғәтенең дә ғорурлығы[1].
«Беҙ .Чио-Чио-сан партияһын Күләш башҡарыуында тыңланыҡ, беҙгә ҡаҙаҡ телен белмәү һис кенә лә ҡамасауламаны. Әйтерһең дә, беҙ артист әйтергә теләгән дөйөм фекерҙе генә түгел, ә уның һәр әйткән һүҙен аңлай инек. Чио-Чио-сандың торошо артистың йөҙөндә, интонацияһында шундай сағыу балҡыны…» Режиссер А. Троицкиҙың «Күләш Байсәитова мираҫы» ҡулъяҙмаһынан.
Йырсы булараҡ, концерттарҙа ла сығыш яһай. Күп кенә телдәрҙә халыҡ йырҙарын (ҡаҙаҡ йырҙары «Ялағай», «Шәле оҙон», рус йыры «Ҡыңғырау», поляк йыры «Һылыу килә», чех йыры «Көтөүсе», әрмән йыры "«Ҡарлуғас» һ. б.), рус, совет, көнбайыш европа композиторҙарының.әҫәрҙәрен башҡарҙы.
Һуғыш йылдарында концерт бригадаһы составында фронтҡа килә.
1944 йылда «Биш республика концерты» музыкаль фильмына төшә.
1949 йылдан — Советтарҙың тыныслыҡты яҡлау комитеты ағзаһы. Ҡаҙаҡ йәмғиәте театрының ойоштороусыһы һәм алыштырғыһыҙ етәксеһе була. II Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгресы эшендә ҡатнаша.
1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Ҡаҙаҡ ССР-ының 1-3 саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1957 йылдың июнь айында Байсәитова Мәскәүгә концерт менән бара. Сығыш яһағандан һуң, башы ауыртыуға зарланып, ҡунаҡханаға ҡайта. Икенсе көн, 6 июндә, иртәнсәк бүлмә йыйыштырыусы уның үле кәүҙәһен таба. Табиптар йырсының мейеһенә ҡан һауыуын асыҡлай.
Алматы ҡалаһының Үҙәк зыяратында ерләнгән[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.