Калинин Михаил Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Калинин Михаил Иванович («Бөтә Союз старостаһы», 7 (19) ноябрь 1875 йыл), Юғары Троица, Корчева өйәҙе, Тверь губернаһы, Рәсәй империяһы — 3 июнь 1946 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944).
1898 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. "Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш берлеге"нең Петербург бүлексәһе ағзаһы, «Искра» гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе. Эшселәр араһында инҡилабҡа өндәү алып бара, шуның өсөн күп тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә.
Февраль инҡилабында әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың сентябренән Петроград ҡала управаһы ағзаһы, район управаһы рәйесе; беренсе легаль Петроград большевиктар комитеты ағзаһы, РСДРП(б) Үҙәк Комитеты вәкиле. «Правда» гәзите мөхәрририәтенә ингән.
1919—1938 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, 1922 йылдан берүк вакытта СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. 1938—1946 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе. 1946 йылдың мартынан СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
М. И. Калинин Башҡортостанда
ВЦИК Рәйесе булараҡ Михаил Калинин 1923 йылдың ғинуарында Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантонына (хәҙерге Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондары) килә. Ул 1921—1922 йылдарҙа Волга буйында булған аслыҡтың ҡот осҡос эҙемтәләрен күрә һәм ошолай яҙа:
«… ауылдарҙа мал бөтөнләй юҡ, хатта бесәй менән эттәр ҙә һирәк осрай, уларҙы аслыҡ ваҡытында ашап бөтөргәндәр …»
Башҡортостандың 10 йыллығы айҡанлы Мәскәүгә республика делегацияһы бара. 1929 йылдың 20 мартында делегацияны ВЦИК Рәйесе Михаил Калинин ҡабул итә. Ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса әңгәмә 1 сәғәт самаһы бара. Рәйес ВЦИК исеменән Совет Башҡортостаны төҙөлөшөнә тулы ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә[7]
Хәтер
- 2005 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Калинин исемен 3358 майҙан, урам, проспектһәм тыҡрыҡ йөрөтә.[8]. Донецк, Чебоксарҙа, Силәбелә һәм Горловка ҡалаларында Калинин районы бар. Калинин исеме ике ҡалаға бирелгән — Калининград (элекке Көнигсберг), Калининск (Һарытау өлкәһе). Совет осоронда Калинин исемен Тверь-(Калинин), Королёв (Калининград) һәм Тажикстандағы Сәрбәнд (Калининабад) ҡалалары йөрөткән.
Башҡортостанда
- Өфөлә М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө) (Калинин паркы) бар. Ул Октябрь проспекты осо менән Черниковка сигендә урынлашҡан. Паркҡа 1961 йылда нигеҙ һалынған. Унда 1973 йылдың 28 июнендә "Бөтә союз старостаһы"на һәйкәл асылған.
Филателияла
М. И. Калининға арнап бик күп почта маркаһы сығарылған.
- 4 почта маркаһынан торған СССР серияһы, 1935 год[9]
- Почтовая марка,
1946 год - Почта маркаһы,
1951 год - Почта маркаһы,
1951 год - Почта маркаһы,
1951 год - Почта маркаһы,
1965 год - Почта маркаһы,
1975 год
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.