From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалын яҙылыш
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) — 1938 йылға тиклем Советтарҙың Бөтә Рәсәй съезы менән бер рәттән, Рәсәй Совет Республикаһы һәм РСФСР дәүләт власының юғары закондар сығарыусы, күрһәтмә биреүсе һәм контроллек итеүсе органы.
1918 йылдан съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Советтарҙың Бөтә Рәсәй съезы тарафынан һайланған һәм съездар араһындағы осорҙа эшләгән РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы булдырылған[1].
Партияла ҙур абруйға эйә булған беренсе ВЦИК рәйесе Свердлов Я. М. үлгәндән һуң, рәйес вазифаһына кандидатура тураһында мәсьәлә 1919 йылдың 25 мартында РКП (б) Үҙәк Комитеты пленумында ҡарала. Ф. Э. Дзержинский, М. И. Калинин, Н. Н. Крестинский, А. Г. Белобородов, В. И. Невский һәм Көнбайыш өлкәһе өлкә башҡарма комитеты һәм фронты вәкиле Иванов кандидатуралары тәҡдим ителә. Калинин кандидатураһы өсөн 7 тауыш, ҡаршы — 4, тыйылып тороуҙы аңлатҡан — 2 тауыш бирелә[2].
СССР ойошторолғанға тиклем Бөтә Рәсәй ҮБК составына шулай уҡ Украина Социалистик Совет Республикаһы һәм Белоруссия Социалистик Совет Республикаһы вәкилдәре инә, улар Советтарҙың республика съездарында һайлана. IX Бөтә Рәсәй Советтар съезы тарафынан һайланған Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты, Украина һәм Белоруссия вәкилдәренән тыш, Кавказ аръяғы республикаларынан делегаттарҙы индерҙе[3]. 1917 йылдың ноябренән Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты сессиялары араһында уның функцияларын Президиум, Бөтә Рәсәй ҮБК-ның оператив органы тормошҡа ашыра[4]. Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1-15 көнлөк 33 сессияһы үтте. Бөтә Рәсәй ҮБК аппараты Президиумдан, Бюронан һәм 20-гә яҡын бүлектән тора[5].
РСФСР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителеүгә бәйле, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты 1938 йылда бөтөрөлә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының үҙенсәлектәре, уның мөһим идеологы В. И. Ленин билдәләүенсә, ул «парламентаризм уңайлыҡтарын туранан-тура демократия уңайлыҡтары менән берләштерергә, йәғни халыҡ һайлаған вәкилдәр йөҙөндә закондар сығарыу функцияһын да, закондарҙың үтәлешен дә берләштерергә мөмкинлек бирә»[6].
РСФСР дәүләт аппараты аяҡҡа баҫҡан осорҙа дәүләт власы органдары компетенцияһында аныҡ бүленеш булмай. «Совет дәүләте теорияһы, власты бүлеүҙең буржуаз принцибын кире ҡағып, Рәсәй Совет Республикаһы власының ҡайһы бер органдары араһында хеҙмәтте техник бүлеү кәрәклеген таный» тигән нигеҙе быға мөһим сәбәп булып торҙо[7].
Вәкәләттәрҙе бүлеү Советтарҙың VIII Бөтә Рәсәй съезы тарафынан ҡабул ителгән «Совет төҙөлөшө тураһында»ғы ҡарарында ғына билдәләнде[8]. Документҡа ярашлы, закон сығарыу акттарын Бөтә Рәсәй Советтары съезы, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы нәшер иткән. Советтар съезының икенсе ҡарары менән Хеҙмәт һәм оборона советы (СТО) акттары ведомстволар, төбәк һәм урындағы органдар өсөн мотлаҡ тип танылды[9].
Граждандар һуғышы һәм сит ил интервенцияһы шарттарында, теге йәки был хәл тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүҙе һәм закондар сығарыуҙы талап иткәнлектән, бик күп закон акттары һәм ҡайһы бер функциялар ҡабатланды. 1918 йылда РСФСР Конституцияһының аныҡ формалаштырылған Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Бөтә Рәсәй Советтар съезы алдында, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты алдында, Халыҡ Комиссарҙары Советының Бөтә Рәсәй Советтары съезы алдында яуаплылығы һөҙөмтәһендә, закондар сығарыу органдарының күп булыуы РСФСР закондар сығарыу базаһына коллизия индермәне[10].
1925 йылдың майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты, Д. И. Курский, Н. В. Крыленко, В. А. Аванесов, А. С. Енукидзе, П. И. Стучка һәм башҡалар составында Конституция комиссияһын төҙөп, РСФСР Конституцияһын (1925 йылдың майында XII Бөтә Рәсәй Советтар съезы тарафынан раҫлана) әҙерләй. Конституция РСФСР-ҙың үҙәк һәм урындағы дәүләт власы һәм идара итеү органдары системаһын: Бөтә Рәсәй Советтар съездарын, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетын, уның Президиумын, Халыҡ Комиссарҙары Советын, наркоматтар системаһын тулыһынса раҫлай.
1925 йылдан 1937 йылға тиклем Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты аппараты түбәндәге структураға эйә булған:
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы эргәһендә бер нисә дөйөм республика органы (матбуғатта — комиссиялар, комитеттар, идаралыҡтар) була. Уларҙың ҡайһы берҙәре Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеттары функцияларын башҡарған, башҡалары тар спецификаға: РСФСР составына ингән халыҡтарҙың милли ҡоролошо, мәҙәни төҙөлөшө мәсьәләләре, хеҙмәтсәндәрҙең тормош кимәлен яҡшыртыу бурыстары һәм ҡайһы бер тәғәйен халыҡ-хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса (Законлаштырыуҙар Йыйынтығы мәғлүмәттәре буйынса, 1922, 69-сы һан, 902-се статья) йүнәлтелгән.
1922 йылда составы Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы тарафынан тәғәйенләнгән РСФСР Юғары Суды ойошторола. 1933 йылдың июнендә РСФСР Прокуратураһы ойошторолғандан һуң, РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советынан, Юстиция Халыҡ Комиссариатынан һәм СССР прокурорынан тыш (Закондар Йыйынтығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1934, 1-се һан, 2-се статья), шулай уҡ РСФСР прокуроры Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына буйһона.
С. С. Войтиков фекеренсә, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы рәйесе вазифаһына М. И. Калинин һайланғас, вазифа таҙа декоратив төҫ ала, ә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты формаль, реаль власҡа эйә булмаған органға әүерелә[11].
РСФСР-ҙың яңы Конституцияһына (1937) ярашлы, РСФСР дәүләт власының юғары органы тип РСФСР-ҙың Юғары Советы иғлан ителә.
1917 йылдың 27 октябрендә (9 ноябрендә) Эшсе һәм һалдат депутаттары Советының Икенсе съезында һайланған Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты 101 кешенән торған. Улар араһында 62 большевик, 29 һул эсер, 6 меньшевик-интернационалист, 3 украин социалисы һәм 1 эсер-максималист була.
1917 йылдың ноябрендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты менән Крәҫтиән депутаттары Советы съезының Башҡарма комитеты берләшә. Берләштерелгән Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына крәҫтиән Башҡарма комитетының 108 ағзаһы: 82 һул эсер, 16 большевик, 3 эсер-максималист, 1 меньшевик-интернационалист, 1 анархист һәм 5 «башҡалар» инә. Һөҙөмтәлә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты составында һул эсерҙар большевиктарға ҡарағанда күберәк булып сыға. Әммә июндә үк ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты составына өҫтәмә рәүештә 80 армия вәкиле, 20 флот вәкиле һәм 50 профсоюз вәкиле индерелә. Шулай итеп, 25 ноябрҙән Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетында большевиктар йәнә күпселекте тәшкил итә.
1918 йылдың ғинуарында Эшсе, һалдат, крәҫтиән һәм казак депутаттары советтарының III Бөтә Рәсәй съезы 326 кешенән торған Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетын һайлай, улар араһында 169 большевик, 132 һул эсер, 5 эсер-максималист, 5 уң эсер, 4 анархист, 4 меньшевик-интернационалист, 2 меньшевик була (Ф. Дан һәм Ю. Мартов).[12]
1918 йылдың 14 июнендә уң эсерҙар һәм меньшевиктар Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының сираттағы составынан контрреволюционерҙар булараҡ сығарыла.
Эшсе, һалдат, Крәҫтиән һәм Казак депутаттары советтарының V Бөтә Рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетынан һул эсерҙарҙы сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының артабанғы составтарында (күп партиялылыҡ ҡалдыҡтары илдә тулыһынса бөтөрөлгәнсе) ҡайһы берҙә башҡа партияларҙың айырым вәкиллеге рөхсәт ителә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты закон проекттарын әүҙем әҙерләй һәм ҙур күләмле закон акттары сығара.
Мәҫәлән, түбәндәге документтар Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) тарафынан әҙерләнгән һәм ҡабул ителгән:
һ.б.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.