Remove ads
еңел атлетиканың техник дисциплинаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәҙрә ташлау — махсус спорт снаряды — йәҙрәне ҡулдың этеүсе хәрәкәт менән алыҫлыҡҡа ташлау буйынса ярыш. Был дисциплина ташлауҙарға ҡарай һәм еңел атлетика программаһының техник төрҙәренә инә. Спортсынан шартлаулы көс һәм координациялау талап итә. 1896 йылдан ир-егеттәр һәм 1948 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн еңел атлетиканың олимпия дисциплинаһы булып тора. Еңел атлетиканың күпбәйге (многоборье) составына инә.
Ярышта ҡатнашыусылар йәҙрәне диаметры 2,135 метр булған түңәрәк үҙәгенән башланған 35° үлсәмендәге секторҙан ташлай. Йәҙрәнең ниндәй алыҫлыҡҡа ташланыуын түңәрәктәң эске әйләнәһенән снаряд барып төшкән нөктәгә тиклемге араны үлсәп беләләр. Хәҙерге ваҡытта йәҙрәнең ауырлығы һәм уның диаметры буйынса рәсми рәүештә ҡабул ителгән параметрҙар бар. Ир-егеттәр өсөн — 7,260 кг һәм 120—129 мм, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 4 кг һәм 100—109 мм[1]. Йәҙрә бик шыма булырға һәм өҫтөнөң ҡытыршылығы 7-се класҡа[2] ҡарарға тейеш.
Рәсми ярыштарҙа ҡатнашыусылар йәҙрәне алты тапҡыр ташлай (алты уҡталыу — попытка). Әгәр ҙә ҡатнашыусылар һигеҙҙән артыҡ булһа, өс тапҡыр уҡталғандан һуң иң яҡшы һигеҙ уйынсы һайлап алына һәм ҡалған өс уҡталыуҙан һуң алты тапҡыр уҡталыуҙа күберәк һөҙөмтә йыйған кеше еңеүсе була.
Уҡталыуҙы үтәү алдынан, спортсы түңәрәк эсенә торғас та, йәҙрә уйынсының елкәһенә йәки эйәк аҫтына тейергә йәки ҡуйылырға, ә ҡул суғы ташлау мәлендә ошо тороштан түбән күсмәҫкә тейеш. Йәҙрә иңбаш һыҙығынан сығарылырға тейеш түгел.
Йәҙрәне бер ҡул менән ташлау рөхсәт ителә, ниндәй ҙә булһа бирсәткә ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ усты йәки бармаҡтарҙы бинт менән урау тыйыла. Әгәр спортсының яраһы бинт менән уралған булһа, ул ҡулын судьяға күрһәтергә бурыслы, ә судья атлетты ярыштарға үткәреү-үткәрмәү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Түңәрәктән сығыу йәки спортсы йәҙрә ташлағанда уҡталыуҙы тамамлағанға һәм артҡа сигенгәнгә тиклем түңәрәктең өҫкө ситенә тейеү — типик хата. Ҡайһы берҙә спортсы, уңышһыҙ уҡталыуынан һуң, уҡталыу иҫәпләнмәһен өсөн, белә-күрә түңәрәктән сыға[3].
Еңел атлетиканың күп кенә башҡа дисциплиналары кеүек үк, диаметры 7 фут (2,134 метр) булған түңәрәктән 16 фунт (7,257 кг) ауырлығындағы йәҙрә ташлау буйынса тәүге ярыштар XIX быуат уртаһында Англияла үткәрелә. Беренсе донъя рекорды 1866 йылда ҡуйыла — йәҙрә 10,62 метр алыҫлыҡҡа ташлана. Ул ваҡытта башҡарыу техникаһы үтә лә ябай була, атлеттар түңәрәктең тотош майҙанын ҡулланмайынса, бер аяғы менән алға һикереп, йәҙрәне ташлай, аҙаҡ был ысул «һикереш» тип атала. 1912 йылға тиклем ике ҡул менән бер юлы йәҙрә ташлауҙа иң яҡшы уҡталыу буйынса чемпион асыҡлана, ике ҡул менән бер юлы ташлау суммаһы ла иҫәпләнелә — атлеттарҙың гармоник үҫеше бына шулай дәртләндерелә.
Джеймс Фукс, «һикереш» ысулы менән 17,95 метрға йәҙрә ташлап, 1950 йылда һуңғы тапҡыр донъя рекордын ҡуйғанға тиклем шулай дауам итә.
1950-се йылдарҙа америка атлеты Пери О’Брайен йәҙрә ташлауҙың яңы ысулы уйлап таба, уны «кәүҙә менән сойорғотоу» тип атайҙар (АҠШ-та — ингл. glide). Атлет, йәҙрә ташланасаҡ йүнәлешкә ҡарата арҡаһы менән баҫып, йәҙрәне түңәрәк эсенән сығарып, бик ныҡ алға иңкәйеп хәрәкәтен башлай шунан киҫкен хәрәкәт менән 180 градусҡа борола һәм турая барып йәҙрәне алға, юғарыға ташлай. 18 һәм 19 метр билдәләрен үтеп, ташлауҙың популяр заманса стиле нигеҙен булдырып, Пери О ' Брайен ун тапҡыр донъя рекордын ҡуя.
«Кәүҙә менән сойорғотоу» Рәсәйҙә айырыуса популяр, күп кенә башҡа илдәрҙең атлеттары ла уны ҡуллана. Йәҙрә ташлаусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла башҡа стилдәргә ҡарағанда киңерәк таралған.
1970-се йылдарҙа «өйөрөлөп һелтәүҙең» яңы үҙенсәлекле ысулы уйлап табыла (АҠШ-та уны ингл. spin йәки ингл. rotational тип атайҙар). Уның авторы[4] — атаҡлы совет тренеры Виктор Ильич Алексеев. Уның уҡыусыһы Александр Барышников, яңы ысул ҡулланып, донъяла беренсе булып 22 метр сигенә етә.[5]
Ташлауҙы был стиль менән башҡарыусы секторға арҡаһы менән баҫа һәм, ярымәйләнеш эшләп, йәҙрәһен ташлай.
Рәсәй менән сағыштырғанда еңел атлетика үҫешенең хәҙерге этабында ир-егет атлеттарҙа «өйөрөлөп һелтәү» АҠШ-та күпкә популяр. Донъя рекордсыһы Рэнди Барнс (23,12 м), АҠШ-тың башҡа ир-егет атлеттары (Адам Нельсон, Кристиан Кантуэлл, Риза Хофф) кеүек тап ошо стилде ҡулланды һәм ҡуллана.
Йәҙрә ташлау тарихында икенсе һөҙөмтәне, «Кәүҙә менән сойорғотоу» ысулын ҡулланып, Ульф Тиммерман (ГДР) күрһәтте — 23,06 метр, шуға ла ошо көнгә тиклем был ике ысул донъя аренаһында үҙ-ара ярыша.[6]
Йәҙрә ташлау айырым спорт төрө булараҡ барлыҡҡа килгән мәлдән беҙҙең көндәргә тиклем ир-егеттәр араһында Америка атлеттары алда бара. Төрлө ваҡыттарҙа СССР, ГДР, ә һуңынан Украина һәм Беларусь спортсылары улар менән ярышып ҡараны.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа йәҙрә ташлау һуғыштан һуңғы олимпиадаларҙа, 1948 йылдан башлап популяр булып китте. СССР, ГДР һәм Чехословакия спортсылары был ярыштарҙа оҙаҡ йылдар алдынғы булды. Әлеге ваҡытта Беларусь, Яңы Зеландия, Рәсәй һәм Ҡытай спортсылары ярыштарға тон бирә.
Рекорд | Спортсы | Ил | Дата | Урын |
---|---|---|---|---|
Донъя рекорды — асыҡ стадиондар | ||||
23,12 м | Рэнди Барнс | США | 20 мая 1990 | Уэствуд, Лос-Анджелес, США |
22,63 м | Наталья Лисовская | СССР | 7 июня 1987 | Москва, СССР |
Донъя рекорды — ябыҡ манеж | ||||
22,66 м | Рэнди Барнс | США | 20 января 1989 | Лос-Анджелес, США |
22,50 м | Хелена Фибингерова | Чехословакия | 19 февраля 1977 | Яблонец-над-Нисоу, Чехословакия |
Олимпия рекорды | ||||
22,52 м | Райан Краузер | США | 18 августа 2016 | Рио-де-Жанейро, Бразилия |
22,41 м | Илона Слупянек | ГДР | 24 июля 1980 | Москва, СССР |
Афиналағы Олимпия уйындары (2004) барышында йәҙрә ташлау буйынса финал ярыштары Олимпияның боронғо стадионы территорияһында үткәрелә. Тәүҙә унда диск һәм һөңгө ырғытыу буйынса ярыштарҙы үткәрергә теләгәйнеләр, әммә хәүефһеҙерәк йәҙрә ташлау һайлана.[7]
Мәскәүҙәге Олимпия уйындарынан һуң (1980) ир-егеттәр ташлаған йәҙрә 3 грамға ауырая.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.