From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Артауыл (рус. Старый Артаул) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 209 кеше[1]. Почта индексы — 452823, ОКАТО коды — 80259815006[2].
Ауыл | |
Иҫке Артауыл Иҫке Артауыл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 209 | 97 | 112 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөгөн Иҫке Артауылдағы 93 йортта 155 кеше йәшәй, уларҙың 55-е хаҡлы ялдағылар, 10-ы — бәпестәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар, 14-е — үҫмер егет һәм ҡыҙҙар. Ауыл халҡының ҡалған 76-һы — хеҙмәткә яраҡлы ир-уҙаман һәм ҡатын-ҡыҙ. Шуларҙың тик егермегә яҡыны ике крәҫтиән (фермер) хужалығында һәм бер шәхси эшҡыуарҙа, бюджет учреждениялары булған ауыл клубында һәм фельдшер-акушер пуктында мәшғүл. Ҡалғандар — тимер юлында, нефтселәрҙә, яҡындағы Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларында эшләй.
Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшө — уран ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында билдәләүенсә, Өрйә йылғаһы буйындағы Уртауыл XVII быуатта урандар күпләп йәшәгән төбәк булған. Ул Киҫәкҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында урынлашҡан, атамаһы шунан килә. 1847 йылда Уртауылдың ике тиҫтәнән артыҡ кешеһе Беүә йылғаһының уң яҡ ярында «Яңы Уртауыл» исеме алған ауылға нигеҙ һалғандан һуң Уртауыл «иҫке» булып ҡалған. Бында ике ауылдың уртаҡ атамаһына ҡағылған бер иҫкәрмәгә лә туҡталып китергә кәрәк. Әйтелешенән сығыптыр инде, урыҫ телендәге ҡағыҙҙарҙа Уртауыл «Артауыл»ға әйләнгән. Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалмау, телсе ғалимдәрға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ауылдарҙың рәсми исеме бөгөнгө көндә республикабыҙҙың дәүләт телдәрендә Иҫке Артауыл һәм Яңы Артауыл булып йөрөй. Шулай итеп, «Уртауыл» булыуын белһәк тә, бөгөн һүҙебеҙ Иҫке Артауыл хаҡында[3].
1795 йылда яҡын тирәлә иң оло ауыл һаналған Ҡарманда 86, ә Иҫке Артауылда 50 хужалыҡ иҫәпкә алынған һәм уларҙа 285 кеше йәшәгән. Артабан халыҡ һаны тотороҡло арта барған: 1870 йылда 94 йортта 487, ә тап ярты быуаттан һуң (1920 йыл) — 134 хужалыҡта 672 кеше көн иткән. Совет осоронда халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. 1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 412 кеше йәшәүе билдәләнһә, 2010 йылда улар 209-ға ҡала, шуларҙың 97-һе ир-ат, 112-һе ҡатын-ҡыҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.