From Wikipedia, the free encyclopedia
Исламда мираҫ хоҡуғы (ғәр. علم الفرائض йәки ғәр. علم الموارث; рус. Исламское наследственное право) — ислам хоҡуғының (Фиҡһ) мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән дисциплиналарының береһе. Мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән һәм вариҫтары өлөшөн иҫәпләү менән шөғөлләнгән ислам хоҡуғы (фиҡһ) дисциплинаһы ғилм әл-мүвариҫи (ғәр. علم الموارث) тип атала[1]. Нәҫелдән күскән мираҫ хоҡуғын тикшереү кифәйә фарызы булып иҫәпләнә, йәғни әгәр мосолмандарҙың бер өлөшө был мәсьәләлә белемгә эйә булһа, башҡа мосолмандарҙан был дисциплинаны өйрәнеү бурысы алына[2].
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мираҫ билдәләү тураһындағы ҡағиҙәләрҙең төп сығанағы булып Аллаһтың Ҡөрьәндәге һүҙҙәре һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең аңлатмалары (сөннәт) иҫәпләнә. Шулай уҡ Ижмә — ғөләмәләрҙең бер тауыштан сығарылған ҡарарҙары мираҫ мәсьәләләрендә абруйлы һанала[1]
Уның вафатынан һуң мосолмандың мөлкәте тәү сиратта уны ерләүҙе тәьмин итеүгә: тәнен йыуған һәм ҡәбер ҡаҙған кешене бүләкләүгә, кәфен һатып алыуға һ.б. ерләгәндә ҡотолғоһоҙ сығымдарға йүнәлтелергә тейеш. . Шулай уҡ үлгән кешенең бурысы, түләнмәгән зәкәте унын мөлкәтенән түләнелә.Әгәр ҙә мәрхүм мираҫҡа дәғүә итә алмаған кешегә мөлкәтенең бер өлөшөн васыят итһә, васыят үтәлергә тейеш. Ләкин шул рәүешле бөтә мөлкәттең өстән бер өлөшөн генә васыят итеп ҡалдырырға мөмкин , ә туғаны хоҡуғында мираҫҡа дәғүә итеүсегә васыят тҡалдырыу тыйыла (харам). Һәм һуңғы сиратта милек мәрхүмдең законлы вариҫтарына тапшырыла[3]
Вариҫтарҙың типтарын һәм башҡа төшөнсәләрҙе билдәләү өсөн, ислам нәҫел хоҡуғындағы махсус терминология ҡулланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.