From Wikipedia, the free encyclopedia
Женьшень (лат. Pánax) (»Тормош тамыры") — күп йыллыҡ үләнл үҫемлек. Аралийҙар ғаиләһенә ҡараған ырыу. Ырыу эсенә 12 төр ҡарай Азия һәм Төньяҡ Америкала үҫкән төрҙәргә инә.
Женьшень | |||||||||||||||||||
Женьшень трёхлистный (Panax trifolius), общий вид цветущего растения | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Panax L. | |||||||||||||||||||
|
Яҡшы билдәле дарыу үҫемлеге. Башлыса адаптоген һәм дөйөм тонизациялау сараһы булараҡ. Корея һәм Ҡытайҙа женьшень тамырын шулай уҡ аш-һыу әҙерләүҙә ҡулланалар. Традицион ҡытай медицинаһы женьшень препараттары ғүмерҙе һәм йәшлекте оҙайта, тип раҫлай.
Был үҫемлектең төп өлөшө Азияның көнсығышында урынлашҡан (Алыҫ Көнсығыш, Ҡытай, Тибет, Алтай), Ә Бер төрө (биш япраҡлы женьшень) Төньяҡ Американың көнсығышында үҫә. Вьетнам женьшены ареалы Вьетнамдың үҙәк таулы районын үҙ эсенә ала.
Женьшеньдың тамыры орсок формаһында, эре тармаҡлы, үҙәк тамыр системаһына ҡарай. Уның. оҙонлоғо 25 см тиклем, ҡалынлығы 0,72,5 см, , буй йәки спираль—йыйырсыҡлы , киҫелеше тигеҙ.
Тамырҙың "тәне" ҡалын, цилиндр формаһында, өҫкө өлөшөндә асыҡ күренеп торған ҡулсалары бар. Өҫкө өлөшөндә тарланған арҡыры йыйырсыҡлы тамырһабаҡ бар. Тамыр һабағы ҡыҫҡа,иҫке һабаҡтар урынына барлыкка килгән йөйҙәр менән , өҫкө өлөшөндә «баш» барлыҡҡа килтерә, ул һабаҡтың киңәйтелгән ҡалдығы һәм өҫкө бөрө(ҡайһы берҙә 2 йәки 3 бөрө) булып тора. Тамыр муйынсаһынан ҡайһы берҙә бер йәки бер нисә тамыр китә.Муйынса «һәм» баш" булмауы ихтимал. Тамырҙары өҫтән һәм киҫелештә һарғылт аҡ төҫтә, яңы киҫелешендә аҡ төҫтә.
Япраҡтары оҙон һаплы, бармаҡ формаһында телгеләнгән ҡатмарлы һәм һабаҡтың осонда суҡ булып урынлаша. Бейеклеге 30-70 см.
Бәләкәй аҡһыл йәшел төҫтәге сәскәләре, алыҫтан йондоҙсоҡтарҙы хәтерләтеп, сатыр формалағы сәскәлекте барлыҡҡа килтерә.
Сәскә формулаһы: [1]
Женьшендың емеше сағыу кыҙыл һөйәксә, 2 яҫы орлоҡтары менән.
Женьшень тамырында:
Женьшень тамырҙарында биш микроэлементтың (баҡыр, тимер, молибден, марганец һәм цинк) тупланыуын өйрәнеү, уларҙың миҡдарының вегетация аҙағына тиклем артыуын күрһәтә .
Panax zingiberensis (ҡыт.)баш. ҡытайҙың Юньнань провинцияһында үҫә. Халыҡ-ара ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Башҡа төрҙәр ҙә төбәк кимәлендә һаҡлана, сөнки контролдә тотолмаған ҡулланыу популяцияларҙың юҡҡа сығыуы менән янай. Әммә женьшень киң дәирәлә культуралаштырылған дарыу үләндәренең береһе булып тора.Корея-женьшенды күпләп үҫтереүҙе яйға һалған беренсе ил. Шуға баҡсаларҙа үҫтерелгән женьшень корейса «инсам» атамаһын йөрөтә.
Бөгөнгө көндә женьшень Рәсәйҙә (Приморье крайы), Төньяҡ һәм Көньяҡ Кореяла, Ҡытайҙа, Японияла, АҠШ-та, Канадала, Вьетнамда үҫтерелә. Ҡытайҙа женьшендың 15 сортын айыралар. Культуралы женьшендың төп етештереүсеһе булып Көньяҡ Корея тора. Артабан урындар Австралия һәм АҠШ-ҡа тура килә.
Женьшень тупраҡты бик ныҡ ярлыландыра. Шуға күрә уны бер урынға ҡабаттан ун йылдан һуң ғына ултыртырға мөмкин. Ул бик күләгә яратыусы үҫемлек булғанлыҡтан, бөтә плантациялар ҙа ҡояш нурҙарының 20-30 процентын ғына үткәргән япма менән ҡаплана. Үҫемлекте дүрт йәки алты йәшкә тиклем үҫтерәләр, сөнки тап 6 йәшендә сапониндар максимумға етә. Артабан женьшенды бер нисә критерий буйынса сортлайҙар. Улар араһында тамырҙың ауырлығы һәм ҙурлығы, тишектәрҙең булыуы йәки булмауы, яҡтылыҡҡа күренеше һәм хатта кеше фигураһына оҡшашлығы иҫәпкә алына. Традиция буйынса женьшендың дүрт сифат кимәлен айырылар « "күк" (ингл. heaven), "ер" (ингл. earth), "яҡшы" (ингл. good) һәм «ҡырҡылған" (ингл. cut).
Теге йәки был төркөмгә һайлап алыу күп параметрҙар буйынса бара, мәҫәлән, «күк» тамырының ауырлығы 68 граммдан кәм булмаҫҡа, тишектәр булмаҫҡа, кешегә оҡшарға, яҡтылыҡҡа үтә күренмәле булырға тейеш. д. Тамырҙың хаҡы уның класына ҡарап ныҡ айырыла: «күк» кә яҡыныраҡ булған һайын, ҡиммәтерәк була.
Һуңынан тамырҙарҙы йыуалар, пар менән эшкәртәләр һәм киптерәләр. Был тамырҙың файҙалы матдәләрен үҙләштереүгә яҡшыраҡ әҙерләргә мөмкинлек бирә. Ғәҙәттә тамырҙың ауырлығы ике-дүрт тапҡырға кәмей. Был методика буйынса әҙерләнгән тамырҙы ҡыҙыл женьшень тип атайҙар.XX быуаттың икенсе яртыһында биотехнологик ысулдар менән женьшень тамыры туҡымаларының күҙәнәк культураһынан in vitro составы, органолептик һәм фармакологик үҙенсәлектәре буйынса тәбиғи сеймалға яҡын биомасса алыу мөмкин була. Был женьшенды медицинала һәм косметикала ҡулланыуҙы уңайлыраҡ итә. Ҡытай халыҡ республикаһына женьшень тамырҙарын контрабанда юлы менән сығарыу ынтылыштарының бер өлөшө туҡтатыла[3].
Медицина маҡсатында ябай женьшень тамырын ҡулланалар (Panax ginseng) — лат. Radix Ginseng. Шулай уҡ биш япраҡлы женьшень (Panax quinquefolium) һәм түшәлмә женьшендың (Panax repens) тамырҙары ҡулланыла. Был көҙгөһөн, бишенсе йылдан да алдараҡ йыйылмаған, ер өҫтө өлөштәре алып ташланған, әммә һыу менән йыуылмаған яңы йәки киптерелгән тамырҙар. Ҡырағай үҫкән женьшенды бик аҙ күләмдә йыялар. Сеймалды һаҡлау ваҡыты 5 йыл[2].
Себер женьшены (Eleutherococcus senticosus) лимфа тамырҙарын тонизациялай, сөнки уларҙың эндотелийын һаҡлай һәм нығыта. Клиник һынауҙар күрһәтеүенсә, был үҫемлек нигеҙендәге препараттар лимфа дренажын шул тиклем яҡшы стимуллаштыра, хатта аҫҡы аяҡ-ҡулдарҙың шешеүе 24 сәғәт эсендә кәмей[4].
Женьшень адаптоген, дөйөм тонизациялаусы тәьҫиргә эйә, аппетитты әүҙемләштерә, ҡоҫҡо килеүҙе баҫа.[5].
АТХ классификацияһы буйынса дөйөм тонизациялаусы препараттарға ҡарай (төркөм A13A).
Женьшень өлкәндәргә төрлө невроздар, артериаль гипотензия ваҡытында стимулятор булараҡ тәғәйенләнә. Шулай уҡ һалҡын тейеүҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланыла . Әммә һалҡын тейеүҙе иҫкәртеү өсөн женьшень менән препараттар ҡулланыуҙы метаанализлау күп һанлы проблемалар менән ҡапма-ҡаршы һөҙөмтәләр күрһәтә, шул иҫәптән статистик әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн анализдарҙы боҙоп күрһәтеү күҙәтелә[6].
Женьшень ҡулланыу шәкәр диабеты менән сирләгән пациенттар өсөн хәүефле. Женьшень препараттарына, уларҙың компоненттарына һиҙгерлек булғанда, артериаль гипертензия, юғары ҡуҙғыусанлыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан ағыуы, киҫкен инфекцион ауырыуҙар фонында биҙгәк синдромы булғанда ҡулланылмай Шулай уҡ балалар йәше, йөклөлөк, имеҙеү осоро ҡулланыу өсөн сикләү булып тора. Был осраҡтарҙа табип кәңәше кәрәк.
Женьшень йөрәк етешмәүсәнлеген дауалау өсөн препараттарҙың терапевтик тәьҫирен кәметә (шул иҫәптән дигоксиндың да).
Женьшень тамырҙары башлыса түбәндәге формаларҙа сығарыла:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.