From Wikipedia, the free encyclopedia
Вахитов Риф Хәйрулла улы (рус. Вахитов Риф Хайруллович) (4 сентябрь 1940 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Вахитов Риф Хәйрулла улы һәм Вәхитов Риф Хәйрулла улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Викидатала элемент юҡ |
Вахитов Риф Хәйрулла улы 1940 йылдың 4 сенябренд Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1976 йылда Свердловск Юғары партия мәҡтәбен тамамлаған. [1]
Хеҙмәт юлын, 1958 йылда Арҡауыл МТС-ында токарь булып башлай. 1959 — 1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Салауат районы «Һарғамыш» совхозында агроном булып эшләй. КПСС-тың Салауат районы комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1976 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының инструкторы. 1979 йылда Салауат районы советы башҡарма комитетының рәйесе. 1991 йылдан Салауат районында һатып алау һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты инспекцияһы инспекторы булып эшләй.[2] Салауат районы 247-се Малаяҙ һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.