From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәхтийәр Ҡанҡаев (ҡайһы берҙә Бәхтийәр Ҡанаев йәки Ҡаныҡаев; тыуған һәм үлгән ваҡыты билдәһеҙ) — хәрби эшмәкәр, 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Е. И. Пугачевтың көрәштәше, «баш полковник», Ҡаҙан губернаһында улус старшинаһы[1].
Бәхтийәр Ҡанҡаев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | XVIII быуат |
Тыуған урыны | Оло Аҡа, Мәсетле районы |
Һөнәр төрө | полководец |
Крәҫтиәндәр һуғышына тиклемге тормошо хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Себер даруғаһындағы[2] Ҡошсо улусының Аҡа ауылында йәшәгәне һәм мишәрҙәрҙән булғаны билдәле, әммә этник сығышы буйынса һәм Крәҫтиәндәр һуғышындағы роле тураһында әлегә тиклем бәхәстәр бар[3].
1773 йылдың декабрь Бәхтийәр Ҡанҡаев Пугачев ғәскәрҙәренә[4] ҡушыла һәм Кама йылғаһының уң ярында ихтилал ойоштора. 1774 йылдың июнендә Пугачев бойороғо буйынса баш күтәреүселәрҙең төп армияһын тулыландырыу өсөн отрядтар булдыра. Һуғыш дауамында Ҡанҡаев Көңгөр, Өфө һәм Ҡазан өйәҙдәрендә, шулай уҡ Красноуфимск ҡәлғәһендә хәрәкәт итә, төньяҡ башҡорт ерҙәрендә халыҡты мобилизациялау менән әүҙем шөғөлләнә[5]. «Полковник» дәрәжәһен биреү датаһында ла аныҡлыҡ юҡ[6].
Батша итеп үҙен иғлан иткән Пугачевтың бойороҡтарын үтәп, Ҡанҡаев ғәскәрҙәрҙең Красноуфимскиҙән Ҡаҙанға табан хәрәкәт итеүен тәьмин итә, ғәскәрҙәрҙе тулыландыра, разведкалар үткәрә, күперҙәр төҙөй, йылға аша сығыу урындарын һаҡлай. Ҡанҡаевтың әүҙемлеге һәм етеҙлеге арҡаһында Пугачев ғәскәрҙәренә Кама буйлап үтеүгә уңайлы шарттар тыуҙырыла һәм артабан Ҡаҙанды яулап алыуға булышлыҡ итә. Июль урталарында, Ҡаҙан тирәһендәге алыштар башланған саҡта, Ҡанҡаев Пугачев ғәскәрҙәренең тылдарын һаҡлай, карателдәр командалары менән арьергард алыштары алып бара. Пугачев ғәскәрҙәре Ҡаҙан янында еңелгәндән һуң (1774 йылдың 12-15 июлендә) һәм уларҙың ҡалдыҡтары Волганың уң яҡ ярына сигенгәс, Бәхтийәр үҙ отрядтары менән Кама яғына сигенә һәм 1774 йылдың июль аҙағына тиклем көрәшен дауам итә. Шул уҡ йылдың авгусында Ҡанҡаев үҙенең армияһының ҡалдыҡтары менән Рыбная Слобода янында оҙайлы һуғыштарҙан һуң еңелеүгә дусар була[комм. 1], бер нисә арҡалаштары менән ҡаса һәм хәбәрһеҙ юғала. Эҙләүҙәр бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[7].
Пушкиндың «Пугачев тарихы» архив әҙерләмәләрендә Пугачев ставкаһының 1774 йылдың 13 июнендәге ике төп нөсхә документында Бәхтийәр телгә алына [комм. 2]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.