From Wikipedia, the free encyclopedia
Буралы (рус. Буралы) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[3].
Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836002.
Йылан ырыуының Уразай түбәһе 6-сы йортона ҡараған Буралы ауылы шул исемдәге йылға үҙәнендә ята. Аҫаба башҡорттар 1718 йылда үҙ ерҙәренә типтәрҙәрҙе индерә. Әммә икенсе төрлө документ та бар: Йылан улусы башҡорто Уразмәт Туҡтаровҡа һәм уның ҡустыһы Һарыға "шул уҡ улус башҡорто Тумал Ҡарамышев хәбәрһеҙ юғалыу сәбәпле, уның өсөн оклад яһағын (һыуһар һәм ярты батман бал) түләргә ҡушыла...". Күренеүенсә, тәүге типтәрҙәр — Йылан ырыуы башҡорттары. 1785 йылда яҙылған документта ла был ауыл атап үтелә: Буралы ауылында йәшәгән Йомағол атлы кешенең ауылдашына 14 һум бурыслы булыуы билдәләнелә[4].
1783 йылда ауылда 8 кешенең йәшәүе теркәлә, 1795 йылда 9 ихатала — 54 башҡорт, 1816 йылда 7 ихатала — 68 башҡорт, 1834 йылда 8 ихатала — 102, 1858 йылда 30 ихатала — 182, 1870 йылда 31 ихатала 200, 1920 йылда 547 ихатала 112 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. Таблицанан күренеүенсә, 1870 һәм 1920 йылдарҙағы мәғлүмәттәр хаталы, сөнки ул йылдарҙа ауылда башҡорттар менән бергә типтәрҙәр ҙә һәм Мишәрҙәр ҙә йәшәгән була[4].
1843 йылда 40 башҡортҡа 96 бот ужым һәм 184 бот яҙғы иген сәселә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 513 | 243 | 270 | 47,4 | 52,6 |
1959 йыл 15 ғинуар | 461 | 199 | 262 | 43,2 | 56,8 |
1970 йыл 15 ғинуар | 449 | 198 | 251 | 44,1 | 55,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 337 | 153 | 184 | 45,4 | 54,6 |
1989 йыл 12 ғинуар | 232 | 109 | 123 | 47,0 | 53,0 |
2002 йыл 9 октябрь | 241 | 110 | 131 | 45,6 | 54,4 |
2010 йыл 14 октябрь | 235 | 111 | 124 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.