Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары(лат. Anura) — 6000-гә яҡын төрҙө берләштергән ер-һыу хайуандары[1]; тәлмәрйен, әрмәнде кеүек бөтә ер-һыу хайуандары[2]
Ҡойроҡһоҙҙар | |||||||||||||||||||||||||||
Томбойоҡ япрағында ашарға яраҡлы тәлмәрйен | |||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
Кесе отрядтар | |||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
Хәҙерге ареал | |||||||||||||||||||||||||||
Геохронология
| |||||||||||||||||||||||||||
|
Ҡойроҡһоҙҙарҙың боронғо вәкилдәре Урта Юра осорондаға ятҡылыҡтарҙын (≈165 млн йыл элек) билдәле. Тик әлеге һыҙаттағы ҡойроҡһоҙҙар Триас осорондағы ҡаҙып табылған ҡалдыҡтарға хас.
Хәҙерге заманда ҡойроҡһоҙҙар тропиктарҙан субарктик регионға тиклем таралған. Күпселек төрҙәре дымлы тропик урманда тереклек итә.
Ҡойроҡһоҙҙар күберәк ҡоро ерҙә йәшәй, ләкин һыу менән бәйләнешен юғалтмайҙар. Уларҙың тәне ҡыҫҡа һәм тәбәнәк. Баштары киң һәм кәүҙә бенән таташҡан. Муйындары һәм ҡойроҡтары юҡ. Тиреләре яланғас һәм дымлы. Баштарында күҙ ҡабаҡтары булған ике күҙ, ике танау тишеге бар.
Һауаны үпкәләре һәм тире аша һулайҙар. Һыуҙа өҙөк-өҙөк хәрәкәт итәләр. Аяҡтарында йөҙөү ярылары бар. Алғы аяҡтары ҡыҫҡараҡ, йөҙгән ваҡытта тәнгә табан ҡыҫылалар.
Ҡоро ерҙә артҡы аяҡтары менән һикереп-һикереп йөрөйҙәр. Улар тәүлектек теләһә ҡайһы ваҡытында әүҙем.
Ҡойроҡһоҙ амфибиялар үрмәкселәр, ҡырмыҫҡалар, ҡыҫалалар, ер селәүсендәре, ҡоро ер һәм һыу моллюскылары, бөжәктәр менән туҡлана.
Аҙыҡты күҙҙәре ярҙамында эҙләп таба. Осоп барған бөжәктәрҙе генә аулайҙар. Табыштарын эләктерергә ваҡ тештәре һәм йәбешкәк телдәре ярҙам итә. Телдәре ауыҙҙың алғы өлөшөнә береккән һәм осо ауыҙ эсендә тамаҡҡа ҡарап ята.
Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары һыуҙа үрсей. Инә заттар — ыуылдырыҡ, ата баҡалар «һөт» сәсә. Ыуылдырыҡтан сыҡҡан сүмешбаш балыҡҡа оҡшаған була һәм зәңгәрһыу-йәшел һыуүҫемдәре, иң ябай төҙөлөшлө хайуандар менән туҡлана. Йылы һыуҙа 50—60 көн уҙгас һәм һалҡын һыуҙа 80-85 көндән һуң сумешбаштар кескенә бакаға әүрелә һәм һалҡын һыуҙы ташлап ҡоро ергә сыға.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Сығанаҡ
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.