From Wikipedia, the free encyclopedia
Анциферов Владимир Никитович (26 ноябрь 1933 йыл, Владивосток — 6 март 2016 йыл, Пермь) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-металдарҙы өйрәнеүсе. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973), РФА академигы (2000).
Анциферов Владимир Никитович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 ноябрь 1933 |
Тыуған урыны | Владивосток, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 6 март 2016 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Пермь, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Северное кладбище[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | металлург |
Эшмәкәрлек төрө | Металлургия |
Эш урыны | Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты |
Уҡыу йорто | Иркутск дәүләт техник университеты |
Ғилми исеме | РФА академигы[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Владимир Никитович Анциферов 1957 йылда Иркутск тау-металлургия институтын тамамлай. Соликамск магний заводында (1957); Пермь ҡалаһының Я. М. Свердлов исемендәге заводта (1958—1960, инженер − онтаҡ металлургияһы участка начальнигы).
1963 йылда МИСиС-ты тамамлай, аспирантурала кандидатлыҡ диссертацияһын, 1972 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1973 йылда профессор исемен ала, 1991 йылдың 7 декабренән —инженер фәне буйынса РФА мөхбир ағзаһы (материалдарҙы өйрәнеүсе фән), 2000 йылдың 26 майынан — РФА академигы.
1963—2008 йылдарҙа — ассистент, доцент, профессор, аспирантура һәм докторантура етәксеһе. (НЦ ПМ) ГОУ ВПО «Пермь дәүләт техник университет» (ПГТУ) онтаҡ материалдар өйрәнеүсе фәненең Ғилми үҙәген нигеҙләүсе һәм уның етәксеһе, ПГТУ-ның «Онтаҡ материалдар фәне» кафедраһы мөдире
2016 йылдың 6 мартында Пермдә вафат була. Ҡаланың Төньяҡ зыяратында ерләнә
Владимир Анциферовтың ғилми етәкселеге аҫтында техниканың яңы тармаҡтары өсөн яңы материалдар булдырыла һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларында онтаҡ металлургияһы участкалары ойошторола. 500-ҙән ашыу фәнни баҫма, шул иҫәптән 41 монография авторы. В. Н. Анциферов тарафынан 234 авторлыҡ танытмаһы һәм РФ патенттары алына[1].
Онтаҡ, керамик, композицион материалдар алыу буйынса һәм төрлө функциональ тәғәйенләнештәге япмаларҙың физик-химик процестарын фундаменталь тикшеренеүҙәргә зур өлөш индерә[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.