Ала өйрәк (Хохлатая чернеть) (лат. Aythya fuligula) — өйрәктәр ғаиләһендәге һыу ҡошо.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ала өйрәк |
Ата һәм инә ҡош |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Aythya fuligula (Linnaeus, 1758)
|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 100600480
|
|
Ябырға
Аласабан һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парлашып та, күмәкләшеп тә йәшәйҙәр. Яҡшы сума. Ата өйрәктең башы, муйыны, түше, һырты, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел ҡара; ҡабырғалары, ҡорһағы аҡ. Йәйгеһен һәм көҙгөһөн ата өйрәктәрҙә, инә ҡоштарҙыҡы һымаҡ, ҡара төҫ урынына һорғолт көрән төҫ була. Башҡа өйрәктәрҙән ҡара һәм аҡ төҫө, башындағы бүректәре менән айырыла.
Ата өйрәктәрҙең тауышы тоноҡ ҡына: «гөлө-гөлө» йәки «көрлө-рлөк», инә өйрәктең тупаҫ: «ҡарр-ҡарр».
Урмандарҙағы күлдәрҙә йәки ярҙары урманлы ятыуҙарҙа йәшәй. Һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Киң генә таралған күсмә ҡош. Ояһы ерҙә. 6—8 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар.
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.