Бәшмәктәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәшмәктәр (лат. Fungi йәки Mycota) — йәнле тәбиғәт батшалыҡтарының береһе. Егерменсе быуат урталарына тиклем бәшмәктәрҙе хлорофилһыҙ үҫемлектәргә индереп, ботаника курсында өйрәнәләр ине. Бәшмәктәр үҫемлектәрҙең айырым бүлеге булып һаналды.
Бәшмәктәр | ||||||||||||
Бәшмәктәрҙең төрлөлөгө | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||||
Fungi | ||||||||||||
Бүлек | ||||||||||||
Юғары төҙөлөшлө бәшмәктәрҙең системаланмаған төркөмө
| ||||||||||||
|
Был төркөм организмдар үҙҙәрендә үҫемлетәргә лә, хайуандарға ла хас билдәләрҙе берләштерә. Әммә уларҙың үҙҙәренә генә хас билдәләр ҙә бар. Шуға, хәҙерге систематика буйынса бәшмәктәр айырым Батшалыҡҡа бүленгән. Бәшмәктәрҙе өйрәнеүсе фән микология тип атала.
Шулай итеп, эукариоттар (ядролылар) өс батшалыҡҡа бүленәләр: Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар.
Бәшмәк күҙәнәктәрендә ядролар бар. Целлюлозанан торған үҫемлектәрҙең күҙәнәктәренең стенкаһынан айырмалы рәүештә, уларҙың күҙәнәк стеналары (диуар) хитиндан тора. Был һәм башҡа айырмалар бәшмәктәрҙе, Eumycota (ысын бәшмәктәр) йәки Eumycetes тип аталған берҙәм зат төркөмөнән барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Уларҙың дөйөм ата-бабалары һәм дөйөм монофилетлы төркөмдәре бар.
Уларҙың төп йәшәү рәүеше сапрофитлы: бәшмәк үҙе тирәләй ятҡан үле органик матдәне аҙыҡ урынына ҡуллана һәм шулай итеп уларҙы тарҡата.[1]